Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Ноябрь 2017, 02:00

Һеҙҙән – яҙылыу, беҙҙән – бүләк!

Был аҙнала “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто тәҡдим иткән бүләктәребеҙ менән Биксән ауылында йәшәүсе Райфа Дилмөхәмәтованы һәм Кинйәкәйҙән Вәлимә Йомағолованы ҡыуандырмаҡсыбыҙ.

Был аҙнала “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто тәҡдим иткән бүләктәребеҙ менән Биксән ауылында йәшәүсе Райфа Дилмөхәмәтованы һәм Кинйәкәйҙән Вәлимә Йомағолованы ҡыуандырмаҡсыбыҙ. Тәүгеһенең өлөшөнә эсемлекте һәр саҡ ҡайнар килеш тотоусы термокөрөшкә төшһә, икенсеһе нәзәкәтле стакандар менән графинлы буласаҡ. Бүләкләнеүселәребеҙ рәтен был юлы өсөнсө еңеүсебеҙ ҙә тулыландыра. Уға бүләк - 22 ноябрҙә ҡалабыҙҙың мәҙәниәт һарайында үтәсәк Эльмира Яҡупованың концертына ике кешелек саҡырыу ҡағыҙы. Был музыкаль бүләктең эйәһе ҡаланың Пролетар урамының 37 йортонда йәшәүсе Әлмира Миңлекәйева. Уның бүләге артынан 22-һенә тиклем килеүе һорала.
“Торатау”ға яҙылыусылар араһында оттороласаҡ бүләктәр һеҙҙе көтөп ҡала, дуҫтар. Уйында ҡатнашырға теләүселәр бөгөндән яҙылып квитанцияларын ебәрә ала. Шулай уҡ руль артында йөрөргә яратыусы уҡыусыларыбыҙҙан

да водитель таныҡлыҡтары менән квитанцияларының күсермәләрен көтөп ҡалабыҙ.
Читайте нас в