Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
13 Ноябрь 2017, 02:00

Иң күп гәзит уҡыусылар - Этҡолда!

“Торатау” гәзитенә 2017 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу буйынса Этҡол почта бүлексәһе 1-се урын яуланы.

“Торатау” гәзитенә 2017 йылдың икенсе яртыһына яҙылыу буйынса Этҡол почта бүлексәһе 1-се урын яуланы.


Почтальон Әсмә Әлибаева хәҙер инде байтаҡ йылдар гәзиткә яҙҙыртыу буйынса районда беренселекте бирмәй.

Яҡташтарын төбәгебеҙ тормошо хаҡында хәбәрҙар булырға өндәп, байтаҡ йортҡа гәзит илтә ул.
Гәзитте “эҫе” сағында уҡыусыларына алып барып еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйған Әсмә апай. Гәзит уҡыусылар ҙа “Торатау”ҙың һәр һанын көтөп ала. Килмәйерәк торһа, “Ни өсөн гәзит булманы?” тип почтаға шылтырата һалалар.
Әлеге көндә “Торатау” ауыл Советы буйынса 215 йортҡа таратылһа, уларҙың 45-е Аҙнайға, 60-ы Уразбайға, ҡалған 110-ы Этҡолға тура килә.
- “Торатау”ҙы электән алдырған кеше әйткәнде лә көтөп тормай һәр ваҡыт яҙыла. Ҡайһылар почтальондың килеп яҙҙыртыуын һорай. Әле 2018 йылдың тәүге яртыһына яҙылыу йәнле генә бара. Декада ваҡытында 80-ләп “Торатау”ға яҙҙыртып ҡуйҙыҡ. Бигерәк тә Уразбай, Этҡол халҡы был осорҙа әүҙем булды, - тип һөйләне почта

бүлексәһе начальнигы Гүзәлиә Тимерғәлина.
Гәзитебеҙҙе халыҡҡа таратыусы Этҡол почта бүлексәһенә рәхмәтлебеҙ.Әсмә апай кеүек үҙ эшенә яуаплы ҡараған почтальондар булғанда “Торатау”ҙы алдырыусылар ишәйә генә барыр.

Фото: автор.
Читайте нас: