Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Ноябрь 2017, 02:00

Бүләктәр һеҙҙе көтә

“Торатау” гәзитенә 2018 йылға яҙылыусыларҙан квитанциялар килеүен дауам итә.

“Торатау” гәзитенә 2018 йылға яҙылыусыларҙан квитанциялар килеүен дауам итә.


Был аҙнала бүләк отоусылар - Сәлих ауылынан Айгөл Ибраһимова менән Ишем ауылында йәшәүсе Гөлнара Хәбирова. Тәүгеһенә салат һауыттары йыйылмаһы, икенсеһенә сәйнүк юллайбыҙ. Бүләктәрҙе тиҙ арала редакциянан килеп алыуығыҙ һорала, үҙегеҙ менән паспорт, ИНН, СНИЛС кеүек документтарығыҙ ҙа булһын.


Шул уҡ ваҡытта “Бәхетле авто”ла ҡатнашырға теләүселәрҙән дә квитанция менән водитель таныҡлыҡтарының күсермәһен ебәреүҙәрен һорайбыҙ. Ни сәбәптәндер уйындың был төрөндә ҡатнашыу өсөн теләк белдереүселәр аҙ. Әйҙәгеҙ, яҙылығыҙ, бәлки, бүләк һеҙҙе көтәлер. “Бәхетле авто” уйыны еңеүселәре киләһе айҙа осраҡлы гәзит уҡыусыбыҙ тарафынан билдәләнәсәк. Шулай уҡ бүләкләнеүселәрҙең фотоһы гәзитте тәүге битен биҙәйәсәк. Әйткәндәй, гәзитебеҙҙең үткән һанында фотоһы баҫылған еңеүсебеҙҙең исеме Айрат Иҫәнбаев. Яңылышлығыбыҙ өсөн еңеүсебеҙҙән ғәфү үтенәбеҙ. Уның кеүек гәзитле лә, бүләкле лә булығыҙ, дуҫтар.
Читайте нас: