Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
3 Ноябрь 2017, 02:00

Өлгөрҙәр икеләтә ота!

Иң өлгөрҙәр араһында “Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә.

Иң өлгөрҙәр араһында “Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә. Был аҙна еңеүселәре тип тағы ла ике уҡыусыбыҙ билдәләнде.


Был юлы бүләктәр Байғужала йәшәүсе Баһауетдинова Нурзия менән Ҡыяуыҡ ауылынан Рәзилә Маннановаға юллана. Уларҙың береһен сәй эсеү өсөн матур көрөшкәләр, икенсеһен зауыҡлы салат һауыттары менән ҡыуандырмаҡсыбыҙ. Отоусыларҙың бүләктәре артынан көттөрмәй генә килеүе һорала. Үҙегеҙ менән документтарығыҙҙың төп нөсхәһен дә (паспорт, СНИЛС, ИНН) алығыҙ.


“Аҙна һайын бүләк” акцияһы дауам итә. “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто тәҡдим иткән бүләктәр һеҙҙе көтөп ҡала. Уйында ҡатнашыу өсөн “Торатау” гәзитенә яҙылған квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға килтерергә генә кәрәк. Электрон почта аша һалһағыҙ ҙа була. Ноябрь аҙағында уҙғарыласаҡ “Бәхетле авто”ла ҡатнашырға теләүселәр өсөн дә шул уҡ шарттар ҡала килә. Гәзиткә яҙылыу тураһындағы квитанцияға водитель танытмаһының (права) күсермәһен генә өҫтәп килтерергә. Лототрон ярҙамында билдәләнгән еңеүселәрҙе автокомпрессорҙар һәм автомобиль өсөн бик кәрәкле приздар көтә. Алдан килтереүселәрҙең мөкинлектәре лә күберәк. Шуға ла оҙаҡҡа һуҙмай ғына почтала йәки почтальондар аша яҙылып ҡалығыҙ. Ҡалала йәшәүселәрҙең редакцияғаға килеп яҙылыу мөмкинлеге лә бар. Был осраҡта һеҙгә гәзит тағы ла осһоҙораҡҡа төшәсәк. Барығыҙҙы ла көтөп ҡалабыҙ. Белешмә өсөн телефон 4-19-90.

Фотола: Ишәй ауылынан Айрат Усманов тәүге бүләкләнеүселәр рәтендә. “Район гәзитен 40 йылдан ашыу алдырам”, - ти ул.

Фото: автор.
Читайте нас: