Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
19 Октябрь 2017, 12:23

Яҙылығыҙ! Уҡығыҙ! Бүләк отоғоҙ!

18 октябрҙә республикабыҙҙың баш ҡалаһында Ишембай журналистары билдәле спортсы, “Өфө” футбол клубының баш тренеры Сергей Семак менән осрашып, әңгәмәләште. Уның менән интервьюны гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.

18 октябрҙә республикабыҙҙың баш ҡалаһында Ишембай журналистары билдәле спортсы, “Өфө” футбол клубының баш тренеры Сергей Семак менән осрашып, әңгәмәләште. Уның менән интервьюны гәзитебеҙҙең киләһе һандарында уҡырһығыҙ.


Фотоһүрәттән күренеүенсә, баш тренер гәзиттәребеҙгә битараф түгел, райондарҙа сығып килгән матбуғат баҫмаларын ул ҡыҙыҡһынып ҡараны. Ишембайҙарға ҡайнар сәләмдәрен еткереп ул гәзит-журналдарға яҙылырға, сәләмәт тормош алып барырға саҡырҙы.


Әйткәндәй, әле гәзиттәргә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылыу мөмкинлеге лә бар. Ваҡытлы матбуғатҡа яҙылыу буйынса декада 25 октябргә тиклем оҙайтылды. “Торатау” гәзитенә бер йылға яҙылыу 1538 һум 58 тин булһа, декада барышында уның хаҡы 1384 һум 72 тин торасаҡ. Һуғыш ветерандарына, 1-се һәм 2-се төркөм инвалидтарына “Торатау” 1254 һум 65 тингә төшәсәк.


Шуны ла хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың тәүге яртыһына йәки тотош бер йылға “Торатау” гәзитенә яҙылыусылар араһында бүләктәр оттороуҙы башланыҡ. Уйындың тәүге еңеүселәре был аҙнала асыҡланды ла инде. Ҡалабыҙҙың Чкалов урамы, 17-се йортонда йәшәүсе Т.Б.Сәлимованың өлөшөнә бокалдар сыҡһа, Стахановсылар урамы, 28 адресынан Д.С.Әминова бәхетенә сәйнүк төштө.


Бүләктәрҙе алыу өсөн редакцияға паспорт, СНИЛС, ИНН документтарын алып килеү мотлаҡ. Әле уйын башланып ҡына тора, шуға күрә гәзиткә яҙылған квитанцияларығыҙҙы редакцияға алып килегеҙ һәм бүләктәр отоғоҙ.


Фото: Наил РӘЖӘПОВ.
Читайте нас: