Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
17 Октябрь 2017, 02:00

Гәзитле лә, бүләкле лә булығыҙ!

2018 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Уның сиктәрендә “Туған баҫмаңа яҙыл” марафоны ла үтәсәк. Яратҡан баҫмаңа яҙылып, бүләк отоу мөмкинлеген аңлата был.

2018 йылға гәзит-журналдарға яҙылыу кампанияһы башланды. Уның сиктәрендә “Туған баҫмаңа яҙыл” марафоны ла үтәсәк. Яратҡан баҫмаңа яҙылып, бүләк отоу мөмкинлеген аңлата был.


2018 йылға тулыһынса йәки ярты йыллыҡҡа “Торатау” гәзитенә яҙылған дуҫтарыбыҙ араһында был юлы ла ҡиммәтле бүләктәр оттороласаҡ. “Аҙна һайын бүләк” акцияһы октябрь дауамында һәм декабрҙең тәүге ике аҙнаһында ойоштороласаҡ. Отошта ҡатнашыр өсөн кәмендә ярты йылға гәзиткә яҙылыу квитанцияһы күсермәһе кәрәк. Уны редакцияға (Совет урамы, 88, 2-се ҡат, 1-се кабинет) үҙегеҙ килтерә йәки почта аша ебәрә алаһығыҙ. Тәүге еңеүселәр ошо йома лототрон ярҙамында билдәләнәсәк. Ә гәзит уҡыусыларыбыҙ көтөп алған “Бәхетле авто” акцияһы ноябрь айында үтәсәк. Унда ла ҡатнашыу шарты булып “Торатау”ға яҙылыу тора, әлбиттә, бынан тыш водитель танытмаһы булыу ҙа кәрәк. Акцияла ҡатнашыу теләге менән редакцияға килеүсе автоһәүәҫкәрҙәргә автомобиленең артҡы быялаһына йәбештерер өсөн махсус яҙыу биреләсәк. Был яҙыу күренерлек итеп автомобилегеҙҙе фотоға төшөрөп, уны редакцияға килтерергә йәки почтаға ебәрергә кәрәк буласаҡ. Еңеүсе шулай уҡ осраҡлы гәзит уҡыусылар ҡатнашлығында лототрон ярҙамында асыҡланасаҡ.


Дуҫтар, был акцияларҙан тыш супер-бүләктәр отошо ла ойоштороласаҡ. Унда ҡатнашыу өсөн “Торатау” гәзитенән тыш, бер республика баҫмаһына ярты йылға яҙылыу һорала. Был шарт үтәлгәндә, квитанциялар күсермәһен ошо адрес буйынса юлларға онотмағыҙ: 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45, “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы, ваҡытлы матбуғатты таратыу бүлеге. 2018 йылдың февраль айында осраҡлы һайлау ысулы менән ошо “Супербүләк от!” акцияһында 21 еңеүсе билдәләнәсәк. Төп бүләк – телевизор һәм юлдаш ТВ приемнигы. Бынан тыш тағы ике телевизор, ике приемник һәм 15 планшет оттороласаҡ.


Ошо уҡ ваҡытта “Торатау” гәзитенә йәки бер республика баҫмаһына 2018 йылға тулыһынса яҙылғандар араһында ла шәп бүләктәр уйнатыласаҡ. Был конкурста ҡатнашырға теләгәндәр квитанция күсермәһен “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортоноң ваҡытлы матбуғатты таратыу бүлегенә “Сәләмәт булығыҙ!” конкурсына” тигән билдә менән ебәрергә тейеш. Бүләккә медицина тауарҙары – тонометр, глюкометр, магнит терапияһы аппараттары һәм башҡалар әҙерләнгән.


Шуныһы мөһим – бүләктәр отошонда “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йорто гәзит-журналдарына яҙылғандар ғына ҡатнаша ала. Медиахолдинг баҫмаларының тулы исемлеге менән www.rbsmi.ru сайтында танышырға мөмкин.
Читайте нас: