Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
23 Сентябрь 2017, 02:00

Уҡыған халыҡ отолмаҫ

Киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса төп осор башланды.

Киләһе йылдың тәүге ярты йыллығына гәзит-журналдарға яҙылыу буйынса төп осор башланды.


Беҙҙең район халҡы ла Рәсәй Почтаһының “Подписные издания” каталогы буйынса үҙәк, республика һәм урындағы баҫмаларға хәҙерҙән яҙылып ҡуя ала. Квитанциялар һәр бер почта бүлексәһендә, “Рәсәй Почтаһы” киоскыларында тултырыла, почтальондар ихлас ярҙам итергә әҙер.


Яратҡан баҫмаңды ҡулға алып уҡыу үҙе бер ҡыуаныс, йыл дауамында ошо шатлыҡты кисерергә яҙһын. Туған телебеҙҙә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы ла алдырайыҡ, балалар, ейәндәр тәрбиәһе өсөн яуаплы булыуыбыҙҙы онотмайыҡ.


Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм ветерандар, I һәм II төркөм инвалидлығы булғандар өсөн һәр ваҡыттағыса ташламалы хаҡтар ҡаралған. Гәзит-журналдарға ваҡытында яҙылып ҡуяйыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: