Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
21 Ноябрь 2022, 18:45

Владик фатирлы булды!

Район буйынса торлаҡ алыусылар исемлегендә 33 етем бала сиратта тора

Ошо көндәрҙә Бөрйән районы хакимиәтендә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проектына ярашлы, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған Изгин Владикка фатир асҡысы тапшырылды.

Районда етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалғандарҙы фатирлы итеү социаль  программаһы  уңышлы дауам итә. 

"Әлеге мәлдә торлаҡ алыусылар исемлегендә 33 етем бала сиратта тора. Был йәһәттән эштәрҙе артабан да дауам итәсәкбеҙ. Владикты ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ! Ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм бәхетле тормош теләйбеҙ!"- тип яҙған үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль сәхифәһендә район башлығы Ғәзиз Манапов.

Был эштәрҙең барыһы ла Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдары нигеҙендә барлыҡҡа килгән “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” (национальный проект “Жилье и городская среда”) милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырырға булышлыҡ итә.

 #ВладимирПутин #национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

 
 
Карима Усманова
 
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: