Бөтә яңылыҡтар
9 мая - День Победы
14 Апрель 2022, 12:30

Республикала сит ил агротехникаһын урындағы предприятиеның продукцияһы алмаштыра – Радий Хәбиров

Башҡортостанда сит ил аналогтарын тулыһынса алмаштырған агротехниканы сериялы етештереү башлана, тип яҙҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.

Республикала сит ил агротехникаһын урындағы предприятиеның продукцияһы алмаштыра – Радий Хәбиров
Республикала сит ил агротехникаһын урындағы предприятиеның продукцияһы алмаштыра – Радий Хәбиров

«Беҙҙең «Өфө» индустриаль паркының тәүге резиденты «АртАгро» компанияһы бының өсөн яңы ҡорамал һатып алды. «АртАгро» ашлыҡ таҙартыу станоктары етештерә, элек улар Рәсәйгә сит илдәрҙән генә килтерелә ине. Шулай уҡ бында Рәсәйҙә берҙән-бер орлоҡтар өсөн гравитация өҫтәлдәре етештерелә. Станоктар Рәсәй төбәктәренә — Волгоградҡа һәм Новосибирскиға оҙатыла. Ҡаҙағстанға ебәрергә әҙерләнәләр», — тип хәбәр итте Радий Хәбиров.

«АртАгро» сауҙа йорто 2017 йылдан ауыл хужалығы техникаһын тәьмин итеү менән шөғөлләнде. 2020 йылда компания ҡорамалдарҙың ҡайһы бер төрҙәрен үҙе етештерә башланы. 2021 йылда «АртАгро», 60 эш урыны булдырып, ауыл хужалығы машиналары производствоһына 150 миллион һум аҡса һалды.

 

Башинформ

Республикала сит ил агротехникаһын урындағы предприятиеның продукцияһы алмаштыра – Радий Хәбиров
Республикала сит ил агротехникаһын урындағы предприятиеның продукцияһы алмаштыра – Радий Хәбиров
Республикала сит ил агротехникаһын урындағы предприятиеның продукцияһы алмаштыра – Радий Хәбиров
Республикала сит ил агротехникаһын урындағы предприятиеның продукцияһы алмаштыра – Радий Хәбиров
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: