

Был һорауҙарға яуапты Башҡортостан Хөкүмәтенең оператив кәңәшмәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров бирҙе. Ул Еңеү көнөнә арналған байрам сараларының ниндәй форматта уҙасағын аңлатты.
Быйыл “Үлемһеҙ полк” акцияһы хәүефһеҙлек сараларын үтәү кәрәклеге менән бәйле онлайн режимында үтәсәк.
— Беҙ хәлде ентекләп тикшерергә тейешбеҙ, — тине Башҡортостан Башлығы. – Көс структуралары етәкселәре менән фекер алыштыҡ һәм шундай ҡарар ҡабул иттек. Парад репетицияһын дауам итәбеҙ, унда халыҡ һаны аҙыраҡ. Әммә әгәр үткәрмәҫкә нигеҙ бар тип әйтһәләр, үткәрмәйәсәкбеҙ.
Фото редакция архивынан