Унда барлығы алты майҙансыҡ булдырылды: сәс буяу, түшлек тегеү, мәрйендәрҙән биҙәүестәр эшләү, фоамирандан йылы келәй менән йәбештереп әйберҙәр яһау, ротангтан кашпо, гөл һауыттары үреү буйынса оҫталыҡ дәрестәре һәм психолог кәңәштәре ойошторолдо.
Педагогтар һәм тәрбиәләнеүселәр сарала үҙҙәренә асыштар эшләп, күп ҡул эштәре серҙәренә төшөндө.
Шулай уҡ осрашыуға улдары махсус хәрби операцияла һәләк булған Фәнисә Әбдрәхим ҡыҙы Ғибәҙуллина менән Зөлфиә Ғайнулла ҡыҙы Ғилманова саҡырылғайны. Әсәйҙәр көндәлек мәшәҡәттәренән арынып, балалар менән аралашты һәм уларға эйәреп, ҡул эштәренә өйрәнде.
Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар байрамы уңайынан әсәйҙәргә гөлләмәләр һәм бүләктәр тапшырылды. Балалар ҙа концерт номерҙары менән сығыш яһаны. Ҡунаҡтар фитосәйҙән, емеш-еләктән ауыҙ итте. Фотозона ла гөрләп эшләп торҙо.
Әсәйҙәргә гөллләмәләр, бүләктәр тапшырылды. Һәр теләге булғандар файҙалы үләндәрзән фито сәй, төрлө емеш- еләктәрҙән ауыҙ итте.
" Петровск" үҙәгендә был сарала ҡатнашыусы һәр кем үҙ территорияһын тапты, тип әйтергә була. Улай ғына ла түгел, осрашыуҙа ҡатнашыусылар үҙ фекерҙәштәрен, аһәңдәштәрен осратты.
Түшелдеректәр эшләүсе Көҙән музейы хезмәткәрҙәре Миңнира Вәлиева менән Зарема Рәхмәтуллинаға, мәрйендән биҙәүестәр эшләү оҫтаһы Татьяна Подосиноваға, фоамиранды зауыҡлы әйберҙәргә әйләндереүсе Галина Бахчеваға, сәс буяусы Разалина Зиннатуллинаға, ротангтан кашполар үреүсе Эльза Хисамоваға һәм психолог кәңәштәре менән ярҙам итеүсе Зөлфиә Ғилмановаға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Улар үҙәктә тәрбиәләнеүселәрҙең һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың әсәләренең тормошона сағыу төҫ индерҙе, һынауҙарға бирешмәйенсә йәшәргә дәрт өҫтәне.
Атай-әсәй тәрбиәһенән мәхрүм ителгән балалар һәм махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың әсәләре ҡатнашлығындағы бындай осрашыуҙар киләсәктә тағы дауам итер, тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Автор фотолары.