

Тормош һәм хеҙмәт юлы
Рәсүл Усман улы Этҡол ауылында 1952 йылдың 8 июлендә донъяға килгән. Урта мәктәпте тамамлағас, колхозда бер йыл самаһы эшләй. Артабан 1971 йылдың майында хәрби хеҙмәткә алына. Бүздәк һылыуы – дуҫлашып йөрөгән ҡыҙы Рәзинә көтөргә вәғәҙә биреп, армияға оҙатып ҡала. Егет Германияның Эберсвальде ҡалаһында взвод командиры урынбаҫары булып, ике йыл хеҙмәт итә. Ул осорҙа һалдаттар Көнсығыш Берлин сигендә һаҡта торған була.
Рәсүл ағай хеҙмәтен 1973 йылда тамамлап, тыуған яҡтарына ҡайта. Ул саҡта Этҡол ауылында шәфҡәт туташы булып эшләп йөрөгән йәрәшкән ҡыҙы Рәзинә Бүздәк районында урынлашҡан тыуған ауылы Тауларҙа отпускыла була. Армиянан ҡайтып өс көн үткәс тә, Рәсүл һәм уның яҡындары Бүздәккә барып, кәләштең туғандары менән танышып, никах уҡытып ҡайта.
- Хәрби хеҙмәттән һуң әҙерәк ял итеп алғас, эшкә йөрөй башланым. Шул уҡ ваҡытта Стәрлетамаҡ совхоз-техникумына ситтән тороп уҡырға индем. 1975 йылда һөтсөлөк фермаһына иҫәпләүсе итеп эшкә ҡуйҙылар. Бер йылдан Татьяновка ауылында һарыҡ фермаһында мөдир булып эшләй башланым, - тип иҫкә алды Рәсүл Усман улы. – Ул саҡта был ауыл ҙур ине, һигеҙ йыллыҡ мәктәбе һәм интернаты булды, балалар ҡуна ятып уҡып йөрөнө.
Рәсүл ағай 1978 йылда Өфө ауыл хужалығы институтына ситтән тороп уҡырға инә. Татьяновка ауылынан эштән киткәс, 1980 йылда уны Этҡолда “Ҡыҙыл Урал” кольхозына баш зоотехник итеп тәғәйенләйҙәр. Артабан Уразбай ауылында ойоҡ фабрикаһының “Һәләүек” ярҙамсы хужалығында ошо уҡ эште башҡара. 1993 йылда “Ҡыҙыл Урал” кольхозына тағы зоотехник итеп саҡырылар. Ағай үҙ ғүмерен малсылыҡ тармағына бағышлай, колхоз бөткәнсе фермала эшләй. Ул 2012 йылда хаҡлы ялға сыға. Оҙаҡ йылдар депутат вазифаһын да башҡара,
ауыл тормошо менән ҡайнап йәшәй.
- Үҙемдең ауылда мәсеткә йөрөй башланым, йома намаҙҙарын ҡалдырманым. Мин дини ғаиләлә тәрбиәләндем.
Әсәйем яғынан олатайым Низаметдин Фәтҡуллин ауылдың мәзине булған. Бала саҡтан уның намаҙ уҡыған саҡтарын күреп үҫтем, - тине ул. – Беҙ үҫкән осорҙа бөтә ил буйынса атеизм ине. Шулай булһа ла, атай-әсәй дини тәрбиә бирҙе, әҙәпкә өйрәтте. Атайыма уҡыу эләкмәһә лә, сүрәләрҙе яттан белде, уны Ҡөрьән мәжлестәренә саҡыра торғайнылар. Беҙ, биш бала, ғаиләлә лайыҡлы тәрбиә алдыҡ.
Нәҫел ебе өҙөлмәһен
Һүҙ бер туғандар тураһында башланғас, улар тураһында ла ҡыҙыҡһындым.
- Оло апайым Мәрйәм 1930 йылда донъяға килгән. Рауил ағайым – 1934 йылғы, Кәбир ағайым – 1937 йылғы. Роза апайым 1946 йылда тыуған. Уларҙан ике ағайым да, Роза апайым да дин юлында булды. Ағайымдар менән өсәүләп мәсеткә йөрөй торғайныҡ, кешеләрҙе һуңғы юлға оҙаттыҡ, - тип һөйләне имам-хатип Рәсүл. – Дин беҙҙе
бер-беребеҙгә тағы ла нығыраҡ яҡынлаштырҙы, туғанлыҡ хистәрен көсәйтте. Беҙҙең халыҡта элек-электән, ете быуыныңды бел, тип өйрәтәләр. Хәҙерге заман йоғонтоһонда тәрбиәләнгән йәштәр был төшөнсәнән алыҫ
тора. Дини тәрбиә алғандар йәки уға яҡын торғандар ғына шәжәрә төҙөүҙең мөһимлеген аңлайҙыр, ете быуынын уҡ белмәһә лә, уның яртыһын булһа ла өйрәнә. Рәзинә һәм Рәсүл Ғарифуллиндар ғаиләһенең йортонда ҙур шәжәрә рәсеменең эленеп тороуы ла уларҙың юғары мәҙәниәте һәм тәрбиәһе тураһында һөйләй.
Мәсеттә алып барылған эшмәкәрлек
2016 йылда Рәсүл Ғарифуллинды ауыл мәсетенең мәзине итеп тәғәйенләйҙәр. Мәсеттә дини хеҙмәттә тора,
унда аҙан әйтә, ауылдаштарын төрлө һорауҙар буйынса ҡабул итә. Ул был вазифаны 2023 йылға тиклем башҡара. Ошо йылдың 7 июленән Рәсүл Усман улы имамхатип итеп тәғәйенләнә һәм бөгөнгөсә ислам тәғлимәтен тарата.
- Мәсеттә лә эштәр ҡайнай, уның тирә-яғын төҙөкләндереү буйынса эштәр алып барабыҙ. Бинаһын тыштан көпләнек, шыршы, ҡарағай ағастары ултырттыҡ, сәскә үҫтерәбеҙ. Тышҡы ҡапҡаны алмаштырҙыҡ, уны дини орнаменттар менән биҙәнек. Мәсеткә эсергә Берғамыт һыуын кереттек, - тип һүҙен дауам итте әңгәмәсем. – Фидиә хәйеренән сәләмәтлек мөмкинлектәре сикле кешеләргә аҡсалата ярҙам күрһәттек. Үҙәк мөхтәсибәттә төҙөлгән мәҙрәсәгә лә ярҙамлаштыҡ. Бөгөн киләһе йылда мәсет биләмәһендә ашхана төҙөү ниәте менән йәшәйбеҙ. Районда мәсетебеҙ йома намаҙҙарына йөрөгән кешеләрҙең иҫәбе буйынса алғы рәттә тора. Әле яңы ғына йәштәрҙән дүрт кеше килде. Беҙҙең мәсеткә, көнө тура килһә, йома намаҙына 10-17 ир-егет йөрөй. Әлбиттә, йәш быуын менән эшләүҙе дауам итәсәкбеҙ. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, күп эштәрҙе Этҡол ауыл Советы, модель китапхана хеҙмәткәрҙәре менән берлектә алып барабыҙ. Махсус хәрби операция зонаһына гуманитар ярҙам йыйыуҙа ла әүҙем ҡатнашабыҙ, яугирҙар менән дә бәйләнешебеҙ бар.
Ғаиләле булыу – иң ҙур бүләк
Ислам дине буйынса, һәр кеше ғаиләле булырға тейеш. Ғаилә донъяла иң ҙур ҡиммәттәрҙән һанала.
Ғарифуллиндар ғаиләһендә булғанда Рәзинә апай менән дә яҡындан танышып, ихлас күңелдән аралашырға форсат сыҡты. Рәзинә Тимерйән ҡыҙы Арыҫлангәрәева 1951 йылда Бүздәк районының Таулар ауылында донъяға килгән. Һигеҙенсе класты тамамлағас, медицина училищеһына уҡырға инә. Артабан 1969 йылда йүнәлтмә буйынса Этҡол ауылына эшкә килә, участка медсестраһы булып, балаларҙың һаулығын хәстәрләй.
- Этҡол дауаханаһында 35 йыл эшләнем, ул ябылғас, ошо уҡ ауылда урынлашҡан ҡарттар йортона күстем, - тип һүҙ башланы Рәзинә Тимерйән ҡыҙы. – Ағайың менән бергә тормош көтөүебеҙгә 50 йылдан ашыу. Бөтөнләй сит яҡҡа килеп эш башлауыма, ошонда кейәүгә сығып төпләнеүемә бер ҙә үкенмәйем. Хәҙер Этҡол – минең тыуған ауылым кеүек. Тыйнаҡ, алсаҡ күңелле, мөләйем Рәзинә апай аш-һыуға оҫта, уның бешергән икмәге, бәлештәре тәмлелеге менән иҫтә ҡала. Элек өләсәйҙәрҙең ҡамыр ризыҡтары тап шулай тәмле була торғайны.
Ғарифуллиндар ғаиләһендә Сәриә, Илнур һәм Эльвира исемле балалар донъяға килгән. Әйткәндәй, ике ҡыҙҙары ла әсәһе һөнәрен һайлаған. Сәриәнең улы Шамил, Илнур мәрхүмдең балалары Тимур, Данил, Исмәғил, Эльвираның ҡыҙҙары Элина, Алина һәм Эльвина – олатай-өләсәйенең иң ҙур ҡыуанысы. Уларҙан Исмәғил менән Эльвина ғына мәктәптә уҡып йөрөй, олораҡтары юғары уҡыу йорттарында белем ала һәм эшләй.
Рәзинә һәм Рәсүл Ғарифуллиндар ғаиләһенә именлек, уңыштар теләп ҡалабыҙ. Яҡынлашып килгән Рамазан айы изге эштәрегеҙ менән үтһен.
Фото ғаилә архивынан.