Зөлфиә Сөләймән ҡыҙы - үҙенең ғүмерен мәҙәниәткә бағышлаған аҫыл ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Бик оҙаҡ йылдар Һайран ауыл клубы мөдире булып эшләп, халыҡҡа яҡтылыҡ, дәрт-дарман, яҡшылыҡ тарата, милли мәҙәниәтебеҙҙе һәм сәнғәтебеҙҙе үҫтереүгә күп көс һала. Оҙаҡ йылдар ошолай тирә-яҡты нурлап йәшәй белеүе - оло ихтирам һәм иғтибар үҙәгендә. Шуға күрә, туғаныбыҙҙы халыҡ үҙ итеп ярата, һәр саҡ маҡтау һүҙҙәрен йәлләмәй.
Яуаплы, талапсан мөдир булыуы менән бергә иҫ киткес йомшаҡ, наҙлы тауышы, йөҙөнән бөркөлөп торған йылылығы менән дә бар ғаләмде арбай. Ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас тыйнаҡлыҡ һәм ябайлыҡ, зауыҡ һәм итәғәтлек сифаттары ла уның булмышына һалынған. Олоһона ла, кесеһенә лә кешелекле, ярҙамсыл, ҡунаҡсыл, иғтибарлы булыуы һоҡландыра, эшен еренә еткереп, яратып башҡарыуы барыбыҙға ла үрнәк булып тора.
Ҡәҙерлебеҙ, йәшәү дәртең һүнмәһен һәм һүрелмәһен, донъяң гөрләп барһын, тормошоң балҡып торһон. Һәр көнөң яңы асыштар, яңылыҡтар, матурлыҡтар, шатлыҡтар менән тулы булһын, бөтә маҡсат-ниәттәрең, хыялдарың тормошҡа ашһын!
Киләсәктә лә тирә-яҡҡа нур бөркөп, балҡып йәшә, һиңә ҡарап һоҡланһындар, уңыштарыңа һөйөнһөндәр, үҙеңде тик яҡшы кешеләр генә уратһын. Ҡоростай ныҡлы һаулыҡ, бәхет-шатлыҡтар, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ.
Күпме булһа ерҙә изге теләк -
Беҙ теләйбеҙ һиңә барын да.
Ап-аҡ мамыҡ кеүек бәхет яуһын
Тыуған көндөң һәр бер таңында.
Йөрәгеңә йыйған яҡшылыҡтар
Изгелектәр булып ҡайтһындар.
Тыуыр таңдар алып килһен һиңә
Сәләмәтлек, бары шатлыҡтар!
Ҡотлау менән ағайҙарың, еңгәләрең һәм барлыҡ туғандарың.