Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Февраль , 13:00

“ИҢ МӨҺИМЕ – ҠУРҠЫУ ТОЙҒОҺОН ЕҢЕҮ”

Ватанды һаҡлаусылар – махсус хәрби операция яугирҙары менән танышыуҙы дауам итеп, гәзит уҡыусыға уларҙың батырлығына һәм илһөйәрлегенә бағышланған мәҡәләтәҡдим итәбеҙ.

“ИҢ МӨҺИМЕ – ҠУРҠЫУ ТОЙҒОҺОН ЕҢЕҮ”
“ИҢ МӨҺИМЕ – ҠУРҠЫУ ТОЙҒОҺОН ЕҢЕҮ”

Әйтергә кәрәк, гәзитебеҙҙә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтар тураһында баҫылып сыҡҡан материал – ул, тәү сиратта, мораль ярҙам. Гуманитар ылау менән
оҙатылған посылкаларҙан, хаттарҙан кәм түгел, тип әйтер инем. Яугирҙар гәзитте алғы һыҙатҡа һорап ала, ҡыҙыҡһынып уҡый, хеҙмәттәштәре тураһындағы мәҡәләләрҙе социаль селтәрҙән бер-береһенә ил буйлап тарата.

Мәҡәләнең барыһын да йөрәгең аша үткәреп, борсолоп, күҙ алдында тыуған сюжеттарҙы хәтерҙә һаҡлап йөрөтөп яҙылғанлығын яугирҙар яҡшы аңлай. Шуға күрә әңгәмәгә
саҡырғанда улар ихлас ризалаша, ҡайһы берҙәре үҙҙәре үк бәйләнешкә сыға.

Шуныһы йәл, мәҡәләбеҙ геройы – “Батя” ҡушаматлы яугир редакцияға килә алманы. Һөйләшеү телефон аша барһа ла, бик ихлас, йылы булды.

Айбулат Рәхмәт улы Ғөбәйҙуллин Яңы Һәйет ауылында 1971 йылда тыуған. 3-сө класты тамамлағас, Ишембай ҡалаһындағы 1-се мәктәп-интернатҡа уҡырға килә. Ошо учреждениела физик яҡтан нығыныу һәм төплө белем алған егет армияға тулыһынса әҙер була. Хәрби бурысын 1989-1991 йылдарҙа Әзербайжан территорияһында урынлашҡан Таулы Карабах регионында ҡыҙыу нөктәлә разведка хеҙмәтендә үтәй.

Армиянан һуң Айбулат ағай ауылда промысла һунарсыһы булып эшләй. Күп тә үтмәй, яҡташыбыҙ 1993 йылда хәрби килешеү буйынса Приднестровьеға (Молдавия
Республикаһы) ҡыҙыу нөктәгә хеҙмәткә алына. Унда Рәсәй һалдаттары тыныслыҡ һаҡлау  бурысын үтәгән була.

- Хәрби тормошом шулай башланды, артабан мине Абхазия көттө. 1994 йылғы беренсе Чечня кампанияһы ла ситләтеп үтмәне, Грозныйҙы штурмлауҙа ҡатнаштым. Ошо
хәрби хәрәкәттә тәүге тапҡыр яраландым, шул сәбәпле 1996 йылда хеҙмәттән бушатылдым, - тип иҫтәлектәре менән уртаҡлашты Айбулат Рәхмәт улы. – 1999 йылда икенсе Чечня кампанияһы башланды. Был сарала ла ҡатнашырға тура килде, 2000 йылда йәрәхәт алдым. 2001 йылда хеҙмәттән бушатылып, Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәй башланым.

Айбулат Ғөбәйҙуллин, хәрби бурыслы кеше булараҡ, 2022 йылдың авгусында хеҙмәткә саҡыртыла. Ғүмер буйы Ватан алдында бурысын үтәп, тәжрибә туплаған ир бер икеләнеүһеҙ алғы һыҙатҡа китә. Ул Херсон йүнәлешендә Кременная, Бахмут, Часов Яр ҡалаларында һауа-десант ғәскәрендә хеҙмәт итә.

Айбулат Ғөбәйҙуллиндың ғаиләһендә ике ул тәрбиәләнеп үҫкән, уларҙың олоһо атаһы юлын һайлаған. Ул махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп ҡайтып, Рязань юғары хәрби училищеһында уҡый. Икенсе улы армиянан һуң эшләп йөрөй.

- Йәш быуынға, мотлаҡ урта һөнәри йәки юғары белем алығыҙ, тип мөрәжәғәт итер инем. Хәҙерге заманда ҡайҙа ғына йөрөһәң дә белемле булыуың кәрәк. Бигерәк тә техник йүнәлешле һөнәрҙәр юғары баһалана, - тине Айбулат Рәхмәт улы хушлашҡан саҡта. – Армия йәки махсус хәрби операция хеҙмәтендә, иң мөһиме, ҡурҡыуҙы еңеү. Был тойғо булмаһа, күп киҫкен хәлдәрҙән, дошман ҡорған тоҙаҡтарҙан еңел ҡотолорға була. Тарихтан ҡараһығыҙ, беҙҙең атабабаларыбыҙға ҡурҡыу хас түгел, улар һәр саҡ еңеүҙәргә өлгәшкән.

Әйткәндәй, “Батя” ялға ҡайтҡас та Яңы Һәйет ауылында балалар менән осрашыуҙа ҡатнаша. Уҡыусыларҙың һорауҙарына яуап бирә, үҙ тәжрибәһенән сығып, илһөйәрлек төшөнсәһен ентекле аңлата.

4 февралдә Айбулат Ғөбәйҙуллин юлға сыҡты, уны алғы һыҙатта хеҙмәттәштәре көтә. Яугирға сәләмәтлек, күңел ныҡлығы һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ.

Фото Яңы Һәйет ауылы мәҙәниәт йорто архивынан.

Автор: Асия МОРАТОВА.
Читайте нас