Был мәҙәни сара тарихыбыҙҙы ғына түгел, ә милли йолаларыбыҙҙы, башҡорт теленең байлығын да сағылдыра. Сөнки был өлкәләр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнгән.
- Беҙ йыл һайын туған телдәр, милли кейем байрамын ойошторабыҙ. Былар – бөтәһе лә мәҙәниәт үҫешенең мөһим өлкәһе, ошоларҙы күҙ уңынан ысҡындырырға ярамай, - тип билдәләп үткәйне Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “АРТ-Ҡоролтай” мәҙәни форумында.
Милли кейем парадында ололар ҙа, балалар ҙа, үҫмерҙәр ҙә әүҙем ҡатнашты.
- Улым Динислам менән ҡыҙым Алтынай – игеҙәктәр, быйыл беренсе класҡа уҡырға төштөләр, - тип ихлас уртаҡлашты Әхмәр ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Минзәлә Муллагилдина. – Был сара нимәһе менән файҙалы, ҡыҙыҡлы? Ул үҙ телебеҙҙә булған һүҙҙәрҙе һәм йолаларҙы тергеҙергә ярҙам итә. Ошо милли кейемдәрҙә ҙур тарих йәшәй. Балалар кейемдәрҙең атамаларын башҡортса өйрәнә, ҡыҙыҡһына.
Ошондай саралар арҡылы онотолған һүҙҙәрҙе генә түгел, уларҙың этимологияһын да тергеҙәбеҙ. Мәҫәлән, нимә ул башҡорт телендә хәситә? Һүҙгә ошондай аңлатма бирелә: “Күкрәккә тағыла торған был биҙәүес – арҡыры яға, ҡайһы райондарҙа хәситә тип йөрөтөлә. Абруйлы, дәрәжәле ҡатын-ҡыҙҙар, бейсәләр кейгән уны.
Был затлы биҙәүес элек ҡиммәтле биҙәкле тауарҙан эшләнгән, йыш ҡына барса ҡулланғандар. Алғы яғына тәңкә, мәрйен, ҡиммәтле таштар, төймә, муйынсаҡтар беркетелеп ҡуйыла. Арҡаһы ла шулай уҡ биҙәлә йәки яҫы бау – ләмкә генә ҡулланырға мөмкин. Ул саҡта инде 2-3 сантиметр киңлегендәге туҡыма таҫмаға тәңкәләр тағыла. Арҡыры яға, ғәҙәттә, һул яурынға һалына, аҫҡа төшөп, бил тапҡырында төймәгә эленә йәки тегеп ҡушыла. Әммә ҡайһы бер төбәктәрҙә, киреһенсә, уң яурынға һалынып, һул яҡтан билгә төшөп торғаны ла осрай. Яурын башында киңлеге 4-5 сантиметр булһа, аҫҡы яҡта 12 – 25 сантиметрға етә. Хәситәнең икенсе төрө таҫма рәүешендә эшләнә. Уға шаҡмаҡ, өсмөйөш, трапеция, ромб рәүешендә айырым-айырым кеҫә кеүек төшөп торған биҙәктәр тегелә” (Гөлшат Ҡунафина, “Башҡортостан ҡыҙы” журналы).
Милли кейемдәр көнөндә махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙы ла күреп шатландыҡ. Улар был байрамға ихлас әҙерләнеп килгән. “Томан” ҡушаматлы егетебеҙ яңыраҡ отпускыға ҡайтҡайны. Ул сараға төлкө тиреһенән бүрек кейеп, иңенә яға һалып килгән. “Томан”ды эш буйынса бик яҡшы иҫләйем, бер нисә йыл элек ул физик культура, спорт һәм туризм буйынса идаралығы етәксеһе ине. Ишембайҙа эшләгән осорҙа башҡорт телен тырышып өйрәнде, һәр саҡ туған телендә сығыштар яһаны. “Юлдаш” радиоһына ла интервьюлар бирҙе. Ул яугир ғына түгел, үҙ халҡының тарихын, йолаларын өйрәнеүсе, телен яратыусы шәхес тә.
- Бындай милли саралар ба-рыбыҙҙы ла бер дуҫ халыҡҡа бер-ләштерә, - тип уртаҡлашты “Томан”. – Ошондай күркәм байрамда ҡатнашыуыма бик шатмын, кәйефтәр күтәренке, күңел көр. Яратам үҙ халҡымды, үҙ телемде – һәр саҡ ошо ҡиммәттәр өсөн көрәштем.
Автор фотолары.