Әсәй янында атайһыҙ ғына буй еткергән ике бөртөк ҡыҙ беҙ ғаиләлә. Әсәйебеҙ ғүмере буйы китапханала эшләне. Нәғимә апайым ауыл мәктәбен тамамлағас, ҡалаға уҡырға китте. Шул ваҡытта әсәйем: “Балам, икегеҙҙе берсә уҡыта алмам инде. Апайың уҡып сыҡҡансы минең янда торорһоң,” - тигәйне ауыр көрһөнөп.
Уның кәңәшен тотоп, китапханала иҙән йыуыусы булып эш башланым. Апайым диплом алып, район үҙәгенә эшкә урынлашты, ә мин иһә һаман ауылда ҡала бирҙем. Бер ҡайтҡанында әсәйем менән икебеҙҙе ҡуша деү килтереп әрләп ташланы ул:
- Тиле лә инде һин, әсәй, үҙең ғүмерең буйы юҡ аҡсаға китап саңын еҫкәнең, хәҙер килеп еткән Рәзиләне лә шунда тыҡҡанһың. Ул бит X класты “4”-кә, “5”-кә генә тамамланы!
- Эшләмәйенсә булмай шул, ҡыҙым, мин үҙем дә ситтән тороп китапхана техникумын тамамланым, - тине әсәй тыныс ҡына.
Нисек кенә туҙынһа ла, апайым, “Уҡы, ярҙам итермен”, тип өндәшмәне. Уның ҡарауы, ҡайтҡан һайын әсәйебеҙҙән, “тегеһе кәрәк, быныһы кәрәк” тип, аҡса таптырыр ине. Аҙаҡ белеүебеҙсә, сауҙа өлкәһендә эшләгән бер әҙәмгә кейәүгә йыйынып йөрөгән мәле булған икән уның. Бер ай үттеме, юҡмы, Нәғимәбеҙ тормошҡа сығып та ҡуйҙы...
Беҙҙең күршелә генә Назар исемле етем егет йәшәне. Әллә шул үҙем кеүек атайһыҙ булғанға, әллә башҡа сәбәптән, күңелемә яҡын ине ул. Бер көн был мине тап итеп:
- Рәзиләү, кис ҡорон һөйләшеп йөрөп киләйек әле, - тине баҙнатһыҙ ғына.
- Бәй, кис еткән дәһә, һөйлә, тыңлайым, - тигән булдым эре сирттереп.
- Юҡ, ысын ғына, әйтер һүҙем бар һиңә, - тип күҙҙәремә йотлоғоп ҡараны күршем.
Күңелемдең әллә ҡайһы бер мөйөшөндә бындай хәлдең булырын һиҙә инем мин. Назарҙың алыҫҡа төбәлеп, моңланып китеп йыр һуҙған саҡтарында, йөрәгем дарҫлап тибеп, йәнем осҡандай тойола. “Эй, бигерәк моңло бала инде Миңһылыуҙың Назары”, - тиеп күҙ йәштәрен һөртөр ине күрше ҡатындар ҙа.
Беҙ икәүҙең араһында тоҡанған мөхәббәт тиҙ арала Нәғимә апайыма ла ишетелгән. Юҡ эштәрен бар итеп, сәсрәп килеп тә етте ул:
-Ух, Тилекәй, һинең башың бармы-юҡмы?! Шул трактор майына буялып, ауылдан да сыҡмаған белемһеҙ малай нимәгә ул һиңә? Беҙ кем дә, ул кем?! Уй, наҙан, кемгә ымһынған, ә! - апай ҡыҙғандан-ҡыҙҙы ғына.
Мин иһә, бер ҡолаҡтан ингән, икенсеһенән сыҡҡан һүҙҙәрҙе елгә таратып:
- Апаҡайым, туйыбыҙға килерһегеҙме һуң? - тип өндәшәм.
Мөхәббәттән иҫергән һеңлеһенә ниҙер аңлатыуҙың фәтүәһеҙ икәнлегенә төшөнгән апайым ҡулын һелтәп, “Үәт, тиле-е-е”, тиеүҙән ары уҙманы...
Назарым менән бергә биш йыл йәшәп ҡалдыҡ. Әммә үкенмәйем. Ул моң төҫлө биш кенә йыл тотош бер ғүмергә торошло иң бәхетле мәлдәр булды. Тормош битен яңынан астырһалар ҙа, мин, һис шикһеҙ, ғүмерҙең тап ошо биш йылын һайлар инем...
Юл фажиғәһендә Назарҙың ғүмере өҙөлөп, минең ҡулда йәнә бер “атайһыҙ” йән ҡалды. Дүрт йәшлек ҡыҙғынамды ҡосаҡлап, йәш кенә көйөнсә киткән һөйгәнемде, ҡанатһыҙ ҡош хәлендә ҡалған үҙемде, етем мөһөрөнә дусар сабыйымды йәлләп, өнһөҙ генә илай инем...
Иремде ерләгәндә, еҙнәм дә, апайым да килә алманы. Береһе командировкала булған, икенсеһе сырхаулап торған икән... Һуңынан, бер осрашҡанда, апайымдың: “Үлгән артынан үлеп булмай, ҡайғырма. Һин әле йәш, яҙғаны табылыр әле...”, - тип йыуатып маташыуы ла әрнегән яраларға тоҙ һипкәндәй ине.
Көндәр үтә торҙо... Бер шулай, әсәйем ҡаты ауырып түшәккә ятып киткәс, апай менән еҙнә килде. Мине соланға саҡырып, Нәғимә апайым ашыға-ашыға хәбәрен теҙҙе. Улар менән бер йортта еҙнәмдең етәксеһе йәшәй икән. Шул әҙәмдең ҡатыны үлеп, ике бала менән тол ҡалған да, үҙе әйтмешләй, “донъя көтөрлөк ябай ғына ҡатын” кәрәк, йәнәһе. Хәл белешеү һылтауы менән мине димләп йѳрѳгән апай:
- Риза булһаң, бар. Ул фатиры, ул йыһазы - иҫең китер! Дәрәжәһе лә юғары...
Һүҙһеҙ ҡалдым. Шулай ҙа:
- Әсәйҙең хәле ауыр, - тинем тамаҡ төбөндәге төйөрҙө көс-хәлгә йотоп...
- Нишләйһең инде, йәшәгән тиклем йәшәр, - апайымдың хаттин ашҡан вайымһыҙлығы мине йәнә тетрәндерҙе. - Һин әсәйҙе түгел, үҙеңде уйла. Әгәр ҡатын булып барырға ризалашһаң, беҙ бөгөн үк уға хәбәр итербеҙ. Еҙнәң, бындай аҫыл ҡошто ситкә еберергә ярамай, тине...
Тегеләрҙең ҡайтыуына ике көн үттеме-юҡмы, әсәйебеҙ үлеп китте... Кәфенлеккә тип аҡ тауар тотоп, апай тағы килде. “Кәрәкмәй, әсәй әҙерләп ҡалдырған үлемтеген” - тауар киҫәге сумкаға кире инеп ятты.
- Әҙәмдән оят, хәйерлек аҡсаларымды онотоп ҡалдырғанмын даһа! - Булған ваҡ тинлектәрҙе әсәйемдең оло ҡыҙына тотторҙом...
Әсәйһеҙ буш, шыҡһыҙ ҙур йортта ҡыҙым менән икәү генә тороп ҡалдыҡ. Арыуыҡ ҡына ваҡыт беҙҙең тарафҡа юлды онотоп торған Нәғимә апайым бер көн ишек шаҡыны. Үҙе өсөн шифаханаға путевка юллауымды һорап йөрөүе икән.
- Һиңә былай ҙа ял етә бит, килеп тороп һап-һауһаҡһың - тим ғәжәпләнеп.
- Унда бит дауаланыр өсөн генә бармайҙар. Кеше күреп, аралашып, тәмле ризыҡ ашап ҡайтһаң, зыянмы ни, - ти туғаным хихылдап. Мин баш тартҡас, апайым күҙ йәштәре менән ялбарып:
- Ярҙам ит инде берүк, һиҙҙереп йөрөмәһәм дә, бик ҡаты сирләйем бит мин!
Үҙемә тәғәйен путевканы һаман һулҡылдаған апайыма тотторҙом...
Апай ике йыл күренмәне. Өсөнсө йыл тигәндә бер заман еҙнә менән килеп инделәр. Һәр ваҡыт үҙенән, тормошонан үтә ҡәнәғәт апайым был юлы кәйефһеҙ ине. Ике ҡатын алып айырған бер бөртөк улдары наркотиктар менән бәйләнеп, төрмәгә эләккән икән. Еҙнәмдең дә хәлдәре көйлө түгел, имеш. Ҙур аҡсалар менән эш иткәндә бәләгә ҡалып, суд юлын тапай булып сыҡты ул. Ҡартайып, кәүҙәгә кесерәйеп ҡалған Нәғимә апай күҙҙәремә тура ҡарап:
- Йәшәр әмәл ҡалманы, туғанҡайым, яуыз халыҡ араһында. Һин бит депутат, һүҙең ҡайҙа ла үтә, еҙнәңә генә ярҙам итеп ебәр инде...
- Ғәфү итегеҙ, бер нисек тә ярҙам итә алмайым...
Үҙем өсөн яҡын да, шул уҡ мәлдә сикһеҙ алыҫ та апайымды әллә нишләп йәлләй алманым...
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.