Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Июль , 20:00

Аяҡтарҙағы "йондоҙсоҡтар"ҙан нисек ҡотолорға?

Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙы аяғында барлыҡҡа килгән ҡан тамырҙарынан хасил йондоҙсоҡтар борсоуға һала. Һирәкләп ир заттарында ла осрай был насар күренеш.

Аяҡтағы "йондоҙсоҡ"тарҙан, йәғни селтәрләнеп торған ваҡ ҡан тамырҙарынан ҡотолоу юлы бармы?

Ҡайһы бер ҡатын-ҡыҙҙы аяғында барлыҡҡа килгән ҡан тамырҙарынан хасил йондоҙсоҡтар борсоуға һала. Һирәкләп ир заттарында ла осрай был йәмһеҙ күренеш.

Бындай йондоҙсоҡтар килеп сыға икән, тимәк, организмда ниндәйҙер кире тайпылыштар бара. Уның нәҫел буйынса тапшырыла килгән сир булыуы ла бар, әлбиттә. Шулай уҡ гел ултыраҡ тормош алып барыу ҙа сәбәптәрҙең береһе булыуы мөмкин.

Күренеп торған ҡан тамырҙары селтәренән ҡотолоу, бер аҙ кәметеү буйынса ябай һәм һөҙөмтәле дүрт кәңәш тәҡдим итәбеҙ. Уны ҡулланыр алдынан белгес менән кәңәшләшеп алыу мотлаҡ.

Беренсе кәңәш - туҡланыу рационына составында антиоксиданттар булған аҙыҡ-түлекте индереү. Ундайҙарға сәтләүектәр, ҡуҙаҡлылар, цитрус һәм петрушка инә. Ошо аҙыҡ-түлекте йыш ҡулланыу ҡан әйләнешен яҡшырта, ти белгестәр.

Икенсе кәңәш аяҡҡа ванна эшләүгә ҡағыла. Көн дә аяҡты биш минут һыуыҡ һыуҙа тотоу ҙа дөйөм һаулыҡты нығыта, ҡан әйләнеше бермә-бер яҡшыра, ауыр эш көнөнән һуң көсөргәнешлекте һыпырып алып ташлай. Йоҡо алдынан был бик яҡшы процедура буласаҡ.

Өсөнсө кәңәш - йоҡлағанда аяҡтар аҫтына мендәр һалыу. Ҡалҡыуыраҡ булған саҡта тамырҙар ҡыҫылмай, ҡан иркен ағасаҡ һәм һөҙөмтәлә һаулыҡҡа тик ыңғай ғына тәьҫир яһаласаҡ.

Дүртенсе кәңәш - проблемалы урынға алма һеркәһе ҡулланыу. Туҡымаға һеңдерелгән һеркәне аяҡтың ауыртҡан урынына 20 минутҡа ябып тороу ҙа ҡан әйләнешен яҡшыртып, көсөргәнешлекте кәметә.

 

 

Аклима Гизатуллина

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас: