Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль , 19:00

Маңлайға яҙылған яҙмыш

афиҡтың тормошо һәүетемсә генә барҙы. Егәрле татар ире ғаиләһен ас-яланғас итмәне. Ауылдың иң бай һәм етеш йәшәүселәрҙең береһе булды ул. Эре мал тотмаһалар ҙа , һарыҡ-кәзәне күпләп көттөләр. Баҡса үҫтерҙе, балыҡ тотто.

Иң төп кәсебе балыҡсылыҡ ине уның. Шул балыҡ арҡаһында ла тормоштары етеш булды, башҡалар аслыҡтан шешенгән замандарҙа ла йүнсел Нафиҡ ғаиләһен аслыҡтан йонсотманы. Биш ҡыҙ, биш малай үҫкән ғаиләлә татыулыҡ, бер-берең өсөн өҙөлөп тороу көслө булды.

Ител ( Волга) йылғаһы буйында урынлашҡан татар ауылында йәшәүсе Нафиҡтың ике ҡатлы бейек йорто әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Ул йорттағы тормош та башҡаларҙыҡына оҡшамаған ине.

Бында тормош гөрләп торҙо. Нафиҡ етеш йәшәһә лә ялсы тотманы, кеше йомшаманы. Бар эште үҙе улдары менән бергәләп башҡарҙы. Төп кәсептәре балыҡсылыҡ булғас, улар шуның менән ныҡлап шөғөлләнделәр. Балыҡ һатыуҙан килгән килем бик төшөмлө ине.

Йорт-ҡура тирәһендәге барлыҡ эш ҡатыны Гөлзәйнәп менән, бер-бер артлы үҫеп ҡул араһына инә башлаған ҡыҙҙары елкәһендә булды. Гөлзәйнәпкә бойороҡ биреп кенә ултырһа ла булыр ине, тик эшһеҙ тороп өйрәнмәгән кеше ултырып сыҙаймы инде.
Һарыҡ-кәзәнән дә, баҡса үҫтереүҙән дә аҡса арыу ғына килә ине. Эргәлә генә ятҡан Һамар баҙарына йөрөп һатыу иттеләр ирле-ҡатынлы Нафиҡ менән Гөлзәйнәп.

Баҙар гөрләй. Кемдең ҡулынан нимә килә, шуны етештереп һатыу итә. Ит, һөт, май, балыҡ, нәски-бейәләй һәм башҡалар. Йәнеңә ни кәрәк, барыһын да табып була бында. Кемдер ҡояшҡа янған гимнастеркаһын тәҡдим итә, икенсеһе ҡолағы йәлпәшкән самауырын алып сыҡҡан, ямаулы ҡаҙан, дилбегә, көрәк, һоҫҡо, бер ир ялтырап торған хром итек тотоп тора.

Сабаталы татар тиһәләр ҙә, Нафиҡтың улдары сабата кейеп үҫмәне. Баҙарға барған һайын һәр береһенә ялтырап торған хром итектәр алып ҡайтты аталары. Иҫкерәктән булһа ла гимнастерка алды, ауылдың иң матур егеттәре булып йөрөнө уның улдары. Ә ҡыҙҙарын бигерәк осондорҙо атай кеше. Һәр береһенә күлдәклек тауар, таҫмаларҙы баҙарға барған һайын алып ҡайта ине. Гөлзәйнәп төндәр буйы ҡыҙҙарына күлдәк тегер ине.

Иң кинйәләре бәләкәс Сәрүәрәне күмәкләп һөйҙөләр. Бәләкәсенә аҡса йәлләмәне атаһы, хаҡына ҡарамай ауыл балалары өсөн ят уйынсыҡтар алып ҡайта ине. Сәрүәрәнең үҙе ҙурлыҡ ҡурсаҡ алып ҡайтты бер көнө, "мама" тип әйтә белгән ҡурсаҡҡа күрше- тирәләге балаларҙың күҙҙәре ҡыҙҙы. Иҫке ҡурсаҡтарын әхирәттәренә бирҙе Сәрүәрә, тик быныһы бөтөнләй башҡа шул.

Атаһы баҙарҙан бауға теҙелгән ҡаластар, монпаси кәнфиттәр, перәниктәр ҙә алып ҡайта. Ундай саҡта байрам була , Сәрүәрәнең әхирәттәренә лә насип була ҡала тәмлекәстәрен ауыҙ итергә.

Өйҙәгеләр барыһы ла эш менән мәшғүл, тик бәләкәй ҡыҙыҡайҙың ғына уйындан башҡа ғәме юҡ. Күк төҫлө сәскәле күлдәк итәктәрен елпелдәтеп, сәсенә үргән ҡыҙыл таҫмаларын балҡытып күбәләктәй фырылдап осоп йөрөгән ҡыҙсыҡтың моңһоҙ, бәхетле сағы төш кеүек кенә булып ҡаласағын үҙе генә түгел, атай-әсәһе лә белмәй ине әле.

Башҡа яҡтарҙағы кулак мөһөрө һуғылып һөргөнгә оҙатыу, репрессия еле нисектер Нафиҡты урап үтте. Гөрләшеп кенә йәшәргә лә йәшәргә ине лә һуң, ҡәһәр һуҡҡыр һуғыш башланды. Иң өлкән улы Насипҡа килен оҙатып алған көндө Гитлер илебеҙгә ҡаршы һуғыш асты. Нафиҡ улдары Насип, игеҙәктәре Рәфиҡ менән Шафиҡ иң беренселәрҙән булып һуғышҡа алынды. Яңы ун һигеҙе тулыр-тулмаҫ һуғыш утына эләккән игеҙәктәрҙең һыңары Шафиҡ тәүге көндәрҙә үк һәләк булды. Бер-бер артлы Насиптың, Рәфиҡтың, 1942 йылдың башында Нафиҡтың да батырҙарса һәләк булыуы тураһындағы ҡара ҡағыҙҙары килде.

Бөтә ил башына төшкән ҡайғыны Гөлзәйнәп сабыр ғына кисерҙе. Һуғышҡа ауылдан иң күп ир-егет оҙатыусы ул булһа ла, сарбайлап ҡысҡырманы. Тешен ҡыҫып түҙҙе. Ҡатылығы ла бар ине уның. Ҡаты холоҡло булмаһа иренең һәм ҡарағайҙай өс улының үлемен күтәрергә көсө етер инеме һуң? Бер тамсы күҙ йәшен дә күрһәтмәне Гөлзәйнәп.

Ҡырым татарҙарын депортировать итеү башланғас, үҙҙәренә лә ҡурҡыныс янау ихтималлығын һиҙеү, Гөлзәйнәптәр ауылында йәшәүселәрҙе ҡасырға мәжбүр итә.
Бер мең туғыҙ йөҙ ҡырҡ дүртенсе йылдың май-июнь айҙарында, ғүмер буйы йәшәгән доньяларын ташлап ҡасыусылар араһында ете балаһын эйәрткән Гөлзәйнәп тә була. Иң өлкән балаһына – ун алты, иң бәләкәсе Сәрүәрәгә биш кенә йәш була.

Төйөнсөктәргә төрөп, көстәре етерлек аҙыҡ алып йәйәүләп сығып китәләр барлыҡ татар халҡы. Яртыһы Үзбәкстан тарафтарына юлланған халыҡтан айырылып, Гөлзәйнәп Башҡортостан яғына барыусыларға эйәрә. Йәйге эҫелә төйөнсөктәр йүкмәп, эреле-ваҡлы бала-сағалар менән, михнәтле оҙон юл үтә улар. Ашарҙарына бөтә, өҫтәрендәге кейемдәре туҙа. Үҙҙәре бысраҡ, күҙҙәре генә йылтыраша. Йылға осраһа йыуынып, сарсауҙарын баҫҡанса һыу эсеп алалар ҙа тағы юлға.

Күптәре юлда мәңгелеккә ятып ҡала. Мәрхүм булған яҡындарын әҙәм рәүешле ерләрлек рәттәре лә, хәлдәре лә булмаған юлсылар үлгәндәрҙе ағас ботаҡтары, үлән йә таш менән арлы-бирле ҡаплап китәләр ине. Теп- теүәл ике ай тирәһе йәйәүләп атлай улар. Аслыҡтан һәм ҡайҙа барып төртөлөреңде белмәгән михнәтле оҙон юлдан миктәгән балаларын бер-бер артлы ҡалдырып киткән Гөлзәйнәп, һуңғы туҡталыштары булған Баймаҡҡа биш йәшлек Сәрүәрәһе менән генә килеп йығыла. Гөлзәйнәп Баймаҡта төпләнергә була, һеңлеләре Гөлзаһира, Зөбәржәт, Нәзилә, Мәүсилә һәм Фәрхинур Сибайҙа төпләнә.

Ихлас һәм эскерһеҙ башҡорт халҡы араһында өр-яңы тормош башлаусы Гөлзәйнәпкә ҡырҡ йәш кенә була ул саҡта. Ташландыҡ бәләкәй генә өйҙө рәтләп алып, ҡыҙы менән йәшәй башлай. Балаларын бер-бер артлы юғалтып бөтһә лә, яңғыҙ түгел әле ул. Биш һеңлеһе терәк була Гөлзәйнәпкә.

Әллә күпме ҡайғы- хәсрәттәр кисереп, ауырлыҡтарҙы үткәргәндән һуң тыныс һәм һәүетемсә тормош китә. Һуғыш бөтөүгә Гөлзәйнәп бында үҙ кешегә әүерелгәйне инде. Уның кем икәнен дә, ҡайҙан килеүен дә тикшереүсе, белеүсе булманы. Һуғыштан һуңғы ауыр замандар булыуға ҡарамаҫтан, тормош дауам итә. Ауыр һуғыш касафатын үҙ иңдәрендә күтәргән халыҡ тыныс тормошто шул тиклем һағынған ине. Һәр кем матур йәшәүгә дәртләнеп ынтылды.

Ир-егеттәргә ҡытлыҡ замандар. Күптәре яуҙан әйләнеп ҡайтманы. Кемеһе һәләк булды, кемеһе хәбәрһеҙ юғалды, ҡайһылары әсирлектә ыҙа сикте. Ҡайтҡандары бармаҡ менән генә һанарлыҡ ине, уларҙың да күбеһе йә аяҡһыҙ, йә ҡулһыҙ. Тол ҡатындар менән бер рәттән, кейәүгә сыға алмай ҡартайған ҡыҙҙар һаны иҫәпһеҙ ине шул. Уларға тигән типһә тимер өҙөрлөк егеттәр сит-ят илдәр ерендә ятып ҡалдылар.
Гөлзәйнәпкә лә иш табылманы.

Тик бер-бер артлы ике улға ғүмер бирҙе ул. Тауыш-тыны ишетелмәгән ҡатынға күрше-тирәһе аптыраңҡыраһа ла, серен белә алманылар. Улдарының атаһы кем булыуын берәү ҙә белмәне. Хатип менән Фатихты яуҙа һәләк булған ире исеменә яҙҙырҙы Гөлзәйнәп.

Яңғыҙына өс баланы аяҡҡа баҫтырыуы еңел булманы уға. Ләкин ул бөгөлмәне, уҡытты балаларын, кеше итте. Юғары урындарҙа эшләүсе балалары менән бик ғорурлана ине ул.

Һәр береһе үҙ яҙмышын ҡорор ваҡыт еткәс, әсәләре менән килешә алмаусанлыҡ тыуҙы. Сәрүәрәгә тиң кеше ауылда юҡ тип иҫәпләгән Гөлзәйнәп, ҡыҙының һайлаған тормош юлдашына риза булманы. Ҡыҙының йөклө икәнен белгәс, сараһыҙҙан тешен ҡыҫып риза булды. Райсоветта эшләүсе ҡыҙының насар даны таралыуын теләмәй ине ул.

Йәштәр ҡауышып йәшәй башлағас, уларға тыныс тормош менән йәшәү насип булманы. Ябай шофер үҙенең ҡыҙына тиң түгеллеген аҙым һайын иҫләтеп, көргөп торған ҡәйнәһенең баҫымына күнеп йәшәргә теләмәгән кейәүе, Сәрүәрәне ташлап сығып китте. Яңы тыуған сабыйы менән ултырып ҡалған Сәрүәрә ныҡ ҡайғырҙы, әммә Гөлзәйнәптең ҡыуанысы сикһеҙ ине. Иманы камил, табасаҡ ул ҡыҙына тиң булырлыҡ егетте, һис шикһеҙ табасаҡ.

Кешенең яҙмышы тыуғанда уҡ маңлайына яҙыла тигәндәре, дөрөҫлөккә тап киләме икән? Әллә һәр кем үҙе ғәйеплеме тормошоноң ниндәй юҫыҡҡа китеүенә? Ҡыҙын яратҡан кешеһенән айырып, ейәнен атайһыҙ ҡалдырыуына ла ҡайғырманы Гөлзәйнәп. Аҡылы менән түгел, бәлки аңы төбөндә һаҡланып ҡалған инстинкт буйынса эш итте ул. Ҡасандыр үҙе бай ғаиләнән сыҡҡан ҡатын, етеш ғаиләгә тормошҡа сығып, үҙҙәре лә етеш кенә донья көткән Гөлзәйнәптә мин-минлелек көслө ине. Ул һәр ваҡыт үҙен башҡаларҙан өҫтөн тотто, кешене байға һәм ярлыға айырып ҡараны, әсе теле менән кемделер рәнйетеү уның өсөн буш нәмә булды.

Һуғыш булмаған булһа тормошо бөтөнләй икенсе булыр ине лә һуң. . . Ирен һәм туғыҙ балаһын юғалтҡан ҡатын, әсе елдәргә лә ыжғыр бурандарға ла бирешерлек түгел ине. Саҡматаштай ҡаты әсәләренә балалары ҡаршы килә алманы. Анауынса михнәттәрҙе еңеп үтеп, уларҙы уҡытып кеше иткән әсәйҙәренә ихтирам менән ҡаранылар. Ләкин, Гөлзәйнәп үҙенең яһиллығы менән улдарын үҙенән ситләшергә мәжбүр итте. Бары тик Сәрүәрә генә әсәһенә хыянат итергә ҡыйманы, ни тиклем үҙәгенә үткәрһә лә, оҙон юлдан йәйәүләп үҙен йүкмәп атлаған саҡтарын оноторлоҡмо ни?

Хатип алып ҡайтҡан ҡыҙҙы тәү ҡарауҙан оҡшатманы Гөлзәйнәп. Уның улдарына тиң булырлыҡ ҡыҙҙар булмай сыҡты ауылда, һәр хәлдә ул шулай уйланы. Хатип әсәһен хөрмәт итһә лә, тыңламаны ҡаршы булыуына ҡарамаҫтан алып ҡайтты. Гөлзәйнәп балаларының тыңламауына үпкәләне, үҙҙәренә тиң кешене һайлай белмәүҙәренә асыуланды. Үпкәһе шул тиклем көслө ине, хатта туй кеүек мәжлес тә ойоштороп торманы. Үҙе йығылған иламай, аҙаҡ миңә ҡарап үпкәләмәҫһегеҙ тип, теле менән ризалыҡ биргәндәй булһа ла, күңеле менән риза түгел ине ул.

Бер ай ҡыҙында, бер ай өлкән улында тағы бер ай кесе улында күсенеп йөрөүҙе ғәҙәт итеп алған Гөлзәйнәп, үҙ балалары өсөн дә ғазраилға әүерелде. Берәүҙәре тиҙҙән, бер аҙға ғына булһа ла тыныс йәшәйәсәктәренә ҡыуанһа, икенселәре йөрәген усында тотоп көтөр булды әсәйҙәренең килеүен. Гөлзәйнәп ныҡлы, һаулығы шәп, үҙ алдына йәшәрлек булһа ла улай йәшәргә теләмәне, балаларына бөтә ауырлығын һалды.

Үҙ тормоштары менән йәшәргә ирек бирмәгән ҡәйнәләрен килендәре яратманы.  Хатиптың кәләше шартылдап торһа ла, Гөлзәйнәптең ҡыҫылыуына сыҙай алманы, айырылып ҡайтып китте. Яңғыҙ ҡалған Хатибында торғоһо килмәне уның, кесе улы Фатихтарға күсте. Килене Миңзәлә йыуаштың йыуашы, кешегә ауыр һүҙ әйтеү түгел, ҡырын ҡараш та ташлай белмәгән гөнаһһыҙ бер етем ҡыҙ ине. Бер алдына, бер артына сығып өлтөрәп торһа ла, ярай алманы Миңзәлә ҡәйнәһенә.

Әсәһенең көн-төн игәүе эҙһеҙ үтмәне. Фатих айырҙы Миңзәләне. Ике балаһы менән, зар илатып инде ҡартайған өләсәһенә алып барҙы ла ташланы. Ата-әсәһенән ҡалған ҡыҙҙы өләсәһе тәрбиәләп үҫтергәйне. Бибиямал әбей ейәнсәре менән ҡуша иланы. Етемде илатҡаның өсөн үҙең күр тип ҡәһәрләне. Әммә Гөлзәйнәптең таш күңелен бер ниндәй күҙ йәштәре лә, ҡарғыш та йомшарта алырлыҡ түгел. Ул доньяла мәңге йәшәрҙәй ҡыланған әҙәмдәр затынан ине. . .

Хәйрулланың атаһы Мәхмүтйән һуғышта хәбәрһеҙ юғалды, әсәһе үлгәндә уға ни бары алты йәш кенә була. Үкһеҙ етем малай детдомда үҫә. Фельдшерҙар курсын тамамлап, фельдшер булып эшләп йөрөүсе егеттең күрше ауылда Гөлниса исемле бик матур һөйгән ҡыҙы бар. Алтын шикелле, ҡояшҡа ялтырап торған һары сәсле, күк йөҙөндәге болоттарҙай сөм күк күҙле Гөлниса менән фельдшерҙар курсында бергә уҡығайнылар. Вәғәҙәләр бирештеләр, өйләнешергә килештеләр. Ҡыҙҙың ата- әсәһе лә егетте үҙ итеп ҡабул иткәйне.

Башҡалаға йомош менән барған Хәйрулла, көн боҙолоу сәбәпле ул ултырасаҡ самолеттың туҡтап торасағын иғлан иткән белдереүҙе ишеткәс, аэропорт вокзалының ашханаһына инде.

Ҡабаланырға түгел, яйлап тамаҡты туйҙырып алыр кәрәк. Хәйрулла ҡалағын ауыҙына килтереп өлгөрмәне, алдында төпөшөрәк, йыуантаҡ ҡыҙ хасил булды.

- Янығыҙға ултырырға мөмкинме?

Ҡыҙ әрһеҙ һәм телдәр булып сыҡты. Көлә-көлә хәбәр һөйләгән ҡыҙҙың бихисап һорауҙарына егет яуап биреп тә өлгөрмәй ине, ҡыҙ уның яуабын да көтмәй өҫтө өҫтөнә һорауҙар яуҙыра ғына.
Икеһе бер ауылдан булып сыҡтылар, тик ошоғаса бер берен күрмәгән генә булғандар икән.
Баш- көллө Гөлнисаға ғашиҡ Хәйрулла, бәләкәс кенә һөйкөмһөҙөрәк ҡыҙға әллә ни иғтибар итмәне, осраҡлы юлдаш тип кенә ҡараны. Осраҡлы кешенең ғүмерлек юлдаш булып ҡуйыу ихтималлығы йәш егеттең башына ҡайҙан килһен?

Бер ҡараштан үҙен әсир иткән Хәйрулланы ҡулынан ысҡындырманы Сәрүәрә. Хәйрулланың булған дуҫ- иштәре аптыраны, аҡҡош кеүек Гөлнисаны ошо турғайға алыштырҙыңмы тиеберәк әйтеүселәр булһа ла, егет яҙмышын Сәрүәрә менән бәйләне.

Насар ҡатын булманы уға Сәрүәрә. Хәйрулланы яратты, ҡәҙер хөрмәт итте. Үҙен ҡарау иҫенә төшмәһә лә ирен энәнән ептән кейендереп, өҫтөн бөтөн йөрөттө. Етемлектә, иркәләү наҙ күрмәй үҫкән Хәйрулла Сәрүәрәгә тиҙ ылыҡты.

Үҙ-ара татыу йәшәгән йәштәрҙең араһына Гөлзәйнәп килеп ҡыҫылды. Детдом балаһы булған зимагур кейәүен, тәүгеһенә ҡарағанда ла нығыраҡ яратманы Гөлзәйнәп. Ҡыҙын көнө-төнө әрләне. Әсәһенә ҡаршы өндәшә алманы Сәрүәрә, Хәйрулланы ла юғалтҡыһы килмәне. Ҡандай сибәр Гөлнисанан һалдырып алған ирен, хәҙер әсәһе яратмай тип тағы айырылырғамы?

Әсәһенә лә ярарға тырышты, ирен дә хурлағыһы килмәне, ике ут араһында янды Сәрүәрә. Әммә, бер тоҡанған утты һүндереүе еңел булманы уға, һыу һипкән һайын, кәрәсин һипкәндәй ут нығыраҡ дөрләне генә.

Бер- бер артлы ике улдары тыуғас, әсәһенең күңеле йомшарыр тип көткән Сәрүәрә яңылышты. Гөлзәйнәптең асыуы малайҙарға ла мул өлөш булып төштө. Гөлзәйнәп бар ҡөһөрөн ейәндәренә төшөрҙө. Сәрүәрәнең тәүге иренән тыуған Вәхитте яратты, әпәүләне. Хәйрулланан тыуған Илдар менән Риязды күңеле ҡабул итмәне, зимагур Хәйрүштең тыумалары тип йөрөттө.

Ҡыҙы менән кейәүе көн оҙоно эштә. Кейәүен төндә лә саҡыртып алып китәләр. Өйҙә Гөлзәйнәп үҙе баш, үҙе түш ине. Әле сабый ғына балалар ошаҡлаша белмәнеләрме икән, һәр хәлдә өләсәләренең атаһы менән әсәһе юҡта үҙҙәрен сыбыҡ менән һыҙырыуын да, арыу ризыҡты Вәхит ағаларына ғына йәшереп ашатыуын һәм башҡа ҡылыҡтарын әсәләренә ошаҡламанылар.

Ләкин, ҙурая килә уларҙың йөрәгендә өләсәйҙәрен яратмау хисе уяна барҙы. Вәхит менән дә борсаҡтары бешмәне, Илдар менән Рияз үҙ ара татыу булдылар. Вәхит улар өсөн ят бауыр ине, сөнки ағалары үҙе ҡустыларын эшкә һанаманы. Һәр саҡ йоҙроғон эшкә егергә әҙер Вәхиттән гел туҡмалып ҡына торманы малайҙар. Көстәре етә башлағас, әтрәйгән Вәхитте дөмбәҫләп кенә һалып ҡуйҙылар.

Гөлзәйнәп тыйманы уларҙы, бер береһенә ҡаршы һөсләтеүен белде. Бер ҡарындан яралған өс егет дошмандарса мөнәсәбәттә үҫте. Атай-әсәйҙең уларҙы тәрбиәләргә ваҡыты булманы, өләсәйҙәре үҙенең мин-минлеген еңә алманы, һөҙөмтәлә малайҙарҙа тыуғанлыҡ хисе яралманы.

Хатиптың икенсегә кәләш алып ҡайтыуын белгәс, Гөлзәйнәп йыйынып улына күсте. Зәбиҙә исемле матур ғына йәш ҡыҙға, тупһанан түргә үтеү менән күҙенең ағын әйләндереп ҡараны Гөлзәйнәп.
Ҡәйнәһенең уҫаллығын кешенән ишетеп белгән ҡыҙ бала, әбейҙең ҡарашынан ҡойолоп төштө. Зәбиҙә тәүҙә сабыр булырға тырышты. Улы тыуып аяҡты ныҡҡа терәгәс, ишекте шар асты ла:

- Вон, бынан! Килһәң яҡшы булып кил, яҡшы була алмайһың икән, тупһама баҫма!

Гөлзәйнәптең бындай батырлыҡҡа иҫе китте, Хатипҡа ошаҡлап килендең иманын уҡыттырырына ышанғайны ла улы киленен яҡланы ла ҡуйҙы. Ҡайҙа барһын Гөлзәйнәп? Кесе улы Фатихҡа барып йығылды.

Күп ваҡытта ҡайһы бер әсәйҙәр үҙҙәре лә һиҙмәҫтән, балаларының тормошон емереүсе булыуҙарын үҙҙәре лә аңламаймы, әллә аңлы рәүештә ғәзиз балаһының дошманына әүереләме, был һорауға яуап табып булмайҙыр. Гөлзәйнәп тә " өф" итеп үҫтергән балаларына тыныслыҡ бирмәне. Һәр береһенең тормошона ҡыҫылып, ниндәйҙер йөй эҙләп кенә торҙо. Уның әр-битәренән, ҡарғаныуынан килендәре генә түгел улдары ла ялҡып бөттө, арынылар, ғаиләләрендә ызғыш-талаш туҡтаманы. Барыһының да тормошо һәйбәт, эшләгән эштәре бар, кешенән кәм түгелдәр. Әсәйҙәренә тағы ни етмәй икәнен береһе лә аңлай алманы.

Гөлзәйнәп яратманы килендәрен дә, кейәүен дә , уларҙан тыуған балаларҙы ла. Бер Вәхит кенә уның йыуанысы, өмөтө. Тәүге ейәнен яратты ул, самаһыҙ шаштырҙы. Өлкән килене йылан, кесеһе быҙау, кейәүе зимагур булды уның өсөн.

Бешмәгән, быҙау Миңзәләне айырғас Фатих, арыу ғына ваҡыт ҡатын-ҡыҙға күҙ һалырға баҙнат итә алмай йөрөнө. Әсәһенең холҡонан ҡурҡып, уға ҡатын булырға теләүселәр ҙә юҡ иҫәбендә ине. Ҡабат өйләнеүҙе күҙ алдына ла килтермәгән улына Гөлзәйнәп үҙе тапты кәләште. Етеш кенә тормошло кешеләрҙең берҙән-бер иркә һәм еңмеш ҡыҙында нимә тапҡандыр Гөлзәйнәп, ҡыҙҙың үҙенең килене булыуын бик теләне.

Иркә килен бер эш рәте лә белмәй ине. Төшкә тиклем йоҡлап әҙер тамаҡҡа ғына торҙо. Сәғәттәр буйы сәстәрен бөҙрәләтеп, туйға барғандай биҙәнеп кенә ултырған ҡатыны өсөн Фатих барыһын да эшләне. Керҙе лә үҙе йыуҙы, ашарға ла бешерҙе. Ҡатындар эшен дә ирҙәр эшен дә үҙе эшләгән улын йәлләһә лә Гөлзәйнәп, терһәген тешләй алмай ине шул. Айыртам тип ҡарағайны ла, улы ҡырҡа һуҡты, үҙең һайлаған киленең, түҙ тине.

Миңзәләне айырғанына бик үкенде Фатих. Йыш ҡына төштәрендә күреп, һаташып уяныр ине. Улы менән ҡыҙын да һағына ул, тик күрешеп булмай. Алтын ерҙә юғалмаған кеүек, Миңзәләләй ҡатындар ҙа ерҙә ятып ҡалмай шул. Йәп-йәш, армиянан яңы ҡайтҡан егет ике балаһы менән алды ла, гөрләтеп донья көтөп алды ла киттеләр. Бер-бер артлы улдар табып бирҙе иренә. Фатих йөрөй инде, иркәбикә Хәлисәһенең ыштанына тиклем йыуып.

Бер- бер артлы дүрт ҡыҙ бала килде доньяға. Фатихһыҙ бала ҡарарға ла ҡулынан килмәгән ҡатынына йәне көйөп китһә лә, ҡыҙҙарына әүрәне ир. Ошо бәләкәс кенә йондоҙҡайҙар уға көс бирҙе, ҡыҙҙар атаһы булыуы менән ғорурланды. Ҡыҙлы кеше наҙлы кеше. Бар һөйөүен ҡыҙҙарына бирҙе атай кеше.
Эшкә барымы булмаһа ла, Хәлисә телгә үткер һәм аҫтыртын ине. Гөлзәйнәпте тиҙ биҙҙерҙе өйөнән.

Ике киленен дә еңә алмаған әбей бар асыуын кейәүенә төшөрҙө. Ҡыҙы менән кейәүе араһында йыш ҡына талаш сыҡты. Хәйрулла эсеп ҡайтҡыланы, ҡайтмай ҡалған саҡтары ла йышайҙы. Малайҙар үҫә килә, ҡыйынлыҡтар артты. Өләсәһенең ҡанаты аҫтында ел-ямғыр күрмәй үҫкән Вәхит ҡустылары менән һыйыша алманы. Уҡыуының да рәте булмаған малай, урам буйынан ҡайтып килмәне. Үгәй атаһын да яратманы ул. Хәйрулла үҙе етем үҫкәс, балаларға ҡаты булманы. Бәлки, шул йомшаҡлығы арҡаһындалыр Вәхитте ҡулдан ысҡындырҙы, малай уны бөтөнләй һанға һуҡмай ине. Ҡайҙа эскелек, ҡайҙа урлашыу, ҡайҙа һуғыш Вәхитһеҙ булмай ине. Шулай йөрөй торғас, биш йылға төрмәгә ултырттылар. Төрмәнән бөтөнләй боҙолоп ҡайтты, икенсегә ултырҙы, срогын тултырып ҡайтты. Өсөнсөгә ултырҙы тағы ҡайтты, был сылбырҙың осо-ҡырыйы күренмәй ине. Сыҡты ла ҡабат ултырҙы, сыҡты ла ҡабат ултырҙы. Сәсе ағарғансы, бар ғүмере төрмәләрҙә уҙҙы.

Рияз менән Илдар аталарына көн күрһәтмәгән өләсәләрен яратмай үҫтеләр. Хаслыҡ ҡылып, унан үс алыуҙан ләззәт таптылар. Атай-әсәйҙәре көнө-төнө эштә булғас, мал ҡарау, ашарға бешереү һәм башҡа эштәр малайҙарға йөкмәтелгән ине. Малайҙар яҡшы уҡынылар, өйҙә лә эшкә икеһе бер төптән егелде. Үҙҙәренең тормошона ҡара талпан һымаҡ йәбешеп уларҙың ҡанын һурыусы өләсәйҙе генә ҡабул итә алманылар.

Гөлзәйнәп түрбашҡа инмәй киреләнеп ултырһа ла, малайҙар бешергән әҙер ризыҡтан баш тартмай ине. Ашап бөткәс кенә, картуфты сусҡа майында ҡыҙҙырыуҙарын әйтеп, ҡарғана-ҡарғана ҡоҫҡан әбейҙән үстәре ҡанып көлөштөләр. Сәрүәрә тыя алманы улдарын. Мәктәптә, урамда тәрбиәле малайҙар, өләсәләре янында яуызға әйләнә лә ҡуя инеләр. Ни сәсһәң шуны урырһың тигәндәй, Гөлзәйнәп мул урҙы сәскәнен. Үҙе аңланымы икән, юҡмы. Гел ҡарғанып, әрләп ултырыу балаларҙың ырыҫын кәметә тиеүҙәрендә дөрөҫлөк барҙыр. Балалары бәхетле йәшәй алманылар. Һәр береһе үҙ маңлайына яҙған яҙмышын күрҙе. Бында Гөлзәйнәп ғәйепле тип ғәйеп яғырға хаҡым юҡтыр. Ысынлап та һәр кем үҙ маңлайына ни яҙылһа, шуны күрәлер.

Кем ҡотортҡандыр, кемдең йоғонтоһона бирелгәндер, Хәлисә дингә бирелде. Дини китаптар уҡып, намаҙға баҫыуына, гел ярым шәрә йөрөргә яратҡан ҡатынының оҙон күлдәк кейеүенә, башына яулыҡ ябыныуына ҡаршы килмәне Фатих.

Хәлисә хаттин ашып шашты. Башҡаларҙы динһеҙ булыуҙа ғәйепләне, аҡыл өйрәтте, өгөт-нәсихәт уҡыны. Уҡырға барам тип айҙар буйына ҡалаға китеп юғалған ҡатынының, ҡайҙа нимә эшләп йөрөүен дә белмәне Фатих. Бөтә тапҡан таянғанын Хәлисә һыпырып алып торҙо, унар, ҡырҡар, иллешәр мең аҡсаларҙың ҡайҙа китеп юғалыуын Фатих белә алманы. Ҡатыны аҡса өҫтөнә аҡса таптырҙы, ире уны еңә алманы. Береһенән-береһе бәләкәс дүрт баланы иренә ҡалдырып, үҙ тормошо менән йәшәгән килененә асыуы ҡабарҙы Гөлзәйнәптең.

Берҙән-бер көндө Хәлисә бөтөнләй юғалды. Эҙләүҙәр ҙә һөҙөмтә бирмәне, кәбәнгә төшкән энә шикелле зым-зыя юҡ булды ҡатын. Иң ҙурына ете йәш, иң бәләкәйенә биш ай ғына булған сабыйҙар әсәйһеҙ ҡалды. Сәңгелдәктәге сабый көнө-төнө имергә һорап иланы, алғанды ла һалғанды ла белмәне. Уға ҡушылып ҡалғандары илаштылар. Дүрт ҡыҙына ҡушылып Фатих үҙе лә үкһене. Төндәр буйы илашып таңға ҡарай ғына йоҡлап киткән ҡыҙҙарына ҡарап, Фатихтың йөрәге ҡырҡҡа телгеләнә ине. Уйҙарында ғына Хәлисәһенә рәнйене, йөрәгең юҡтыр һинең, әгәр булһа балаларыңдан ваз кисмәҫ инең. Атайҙары һәйбәт баҡһа ла, балаларҙың йөҙөнә етемлек төҫө ҡунды.

Ете йәшлек Гөлиәнең иңдәренә төштө әсәлек бурысы. Барыһын да аңлаған ҡыҙ үҙен ололарса тотто. Һеңлеләрен үҫтерешеү өсөн үҙендә яуаплылыҡ тойҙо. Атаһына ауыр икәнен аңлаған ҡыҙыҡай, йоҡлағанда ла һаҡ йоҡлар булды. Бәпәй тыз итһә лә һикереп тора һалып сәңгелдәккә йәбеште. Кескәй генә йөрәге менән, атайһыҙ ҙа ҡалһалар , нисек йәшәрҙәрен күҙ алдына килтереп төндәр буйы иланы. Үҙҙәрен ташлап киткән әсәйҙәренә рәнйене. Дүрт йәшлек Лилиә лә, ике йәшлек Ләйсән дә, биш айлыҡ Айгизә лә үҙәген өҙҙө Гөлиәнең. Ғәмһеҙ, моңһоҙ уйнап ҡына йөрөр сағында , күпте кисергән әбей һымаҡ оло хәсрәткә батҡан ине ул. Ас та яланғас та итмәне уларҙы атайҙары. Әсәйле балаларҙан артыҡ итеп ҡараны.

Ләкин, әсәйһеҙлектең ни икәнен, үҙҙәре кисергәндәр генә аңлайҙыр. Бәләкәстәр бер нимә лә аңламай әле, Гөлиәнең генә күңеле китек булды. Уның мейеһендә һәр төрлө уйҙар, үрсегән ҡорттар кеүек мыжғыны. Доньялары шәп, атайҙары эсмәй, аҡса таба, ҡулынан килмәгән бер эше лә юҡ. Атаһының да Гөлиәнең дә йөрәге ауырта. Йөрәктең бөтөүендә лә әсәһен ғәйепләй Гөлиә.

Нимә етмәне уға? Ана, бергә уйнаған Алинаның атаһы аҡса ла алып ҡайтмай, араҡы эсә. Әсәһе туҙып бөткән күлдәктә йөрөй, ҡайһы саҡта икмәктәре лә булмай, тик Шәрифә апай балаларын ташлап әллә нимә ҡыланып йөрөмәй бер ҙә. Үҙенең әсәһе Шәрифә апай булмағанына үкенә-үкенә йәшәне ҡыҙыҡай.
Бәләкәй булһа ла, бик асыҡ хәтерләй Гөлиә. Әсәһе, атаһынан ҙур аҡса таптырҙы. Ирештеләр, талаштылар. Әсәһе атаһын кафыр тип атаны. Ул кафырҙың нимә аңлатҡанын аңламаны, атаһынан һорарға ҡыйыулығы етмәне.

Гөлиәне лә, Лилиәне лә, Ләйсәнде лә оҙон күлдәктәр кейеп, яулыҡ ябынырға мәжбүр итә ине әсәйҙәре. Көсләп доғалар ятлатты. Лилиә тиҙ генә отоп ала ине, Гөлиә генә ятлай алманы. Ниңәлер хәтерендә ҡалмай ҙа ҡуя. Тәрбиәһеҙ балаһының башын йоҙроҡлап төйҙө Хәлисә. Атайҙары ҡыҫылһа өйҙә ҙур тауыш ҡупты. Оҙон күлдәк кейгән, яулыҡ ябынған ҡыҙҙарҙы урамдағы балалар ҙа ситләтте. Әбей, әбекәй тип үсекләнеләр. Әсәйҙәре китеп юғалғас , атайҙары менән һил тормош башланды. Берәү ҙә ҡысҡырманы, әрләмәне, туҡмаманы. Әммә ҡыҙҙар үҙҙәрен етем һәм кәм итеп тойҙолар. Иң ҙур бәхеттән мәхрүм инеләр улар. Етмәһә Айгизәнең илауы, эңңә. . . Эңңәә. . . Эңңәәә.

Тағы ла КИТЕҮ (хикәйә)

Хәлисә үҙенең дин юлына баҫыуын оло һәм бөйөк эш итеп ҡабул итте. Мәсеткә йөрөп, намаҙ уҡып , башҡаларға өлгө булып йәшәһә ине лә бит. Кеше күрәсәген күрмәй гүргә инмәйҙер ахрыһы. Матур ғына итеп доньяһын көтөп, балаларын тәрбиәләп йәшәргә теләмәне ул. Барыһынан да өҫтөнөрәк һәм юғарыраҡ булғыһы килде.

Кешеләрҙең яңы-яңы иманға килә башлаған сағы. Күптәр ҡаршы булыу ғына түгел, аңларға ла теләмәгән болғанышлы осор. Башҡалаға динде өйрәнеү курстарына уҡырға килгән Хәлисә килеп эләккән өйөрмәнән йырылып сыға алманы. Ҙур уҡыуға уҡыйым, бөтәһенән дә юғары булам тип хыялланған ҡатын, үҙенең ҡайҙа барып башын тыҡҡанын аңламаны. Үҙе һымаҡ бер төркөм ҡатындар менән Төркиәгә уҡырға барабыҙ тип ышанып юлға сыҡтылар.

Поезда уларҙың телефондарын, документтарын йыйып алдылар. Утыҙлаған ҡатын-ҡыҙға иптәш булып, оҙата барыусылар өс ир бар ине. Икенсе милләт кешеләре булған ир-ат менән һөйләшеү тыйылды. Хәлисәләрҙе оҙатыусы ир үҙен Сәхәбетдин тип таныштырҙы. Поезд ҡуҙғалып китеү менән, мөләйем һөйләшкән ирҙәрҙең йөҙө үҙгәрҙе. Купеларға дүртешәр урынлашҡан ҡатындарҙың күңеленә ниндәйҙер шом йүгерҙе. Бышылдашып ҡына һөйләштеләр, ҡайһылары шым ғына илашты.

Хәлисә менән бер купела Зарифа тигән йәш ҡатын һәм ике кейәүгә сыҡмаған ҡыҙ ине. Барыһы ла атай әсәйле, етеш тормошта йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар ошо йәшәйештәренә риза булмай, сит илдәргә күрәсәктәрен эҙләп китеп барыштары ине. . .

Һаҡал-мыйыҡ баҫҡан, күҙҙәре май урлап ашаған бесәйҙекеләй ялтыраған Сәхәбетдиндән ҡатындар ҡурҡа инеләр. Зарифа көнө-төнө Хоҙайға ялбарҙы, аңһыҙ ҡазаларҙан һаҡла, яуызлыҡтан арала, имен-һау ҡотолоп ҡайта алһам, изгелек өләшеп булғанына риза булып ҡына йәшәр инем. Ниндәй тоҙаҡҡа эләгеүҙәрен һәм мәңге ҡайтмаясаҡтарын күбеһе аңлап та етмәгәндер. Зарифа һиҙенде.

Төҫкә иң матуры булған Хәлисәгә күҙе төштө бит, ҡәһәр һуҡҡыры Сәхәбетдиндең. Яҡты хыялдар менән, уҡып ауылына ҙур кеше булып ҡайтырына ышанып аңы томаланған Хәлисә дауыл яҡынлашҡанын һиҙмәне.

Йоҡлап ятҡан Хәлисә өҫтөндәге ауыр йөккә ҡото алынып уянды. Биттәрен, түштәрен ерәнес һаҡал-мыйыҡ сәнскеләй, ауыҙынан ҡот осҡос һаһыҡ еҫ килеүсе әзмәүерҙе өҫтөнән алып ырғытырға теләһә лә, көсө етмәне. Ҙур ҡулдарға эләккән балыҡтай сәбәләнеп-тыпырсыныуы ла бушҡа ғына булды. Хәлисә ярҙам һорап ҡысҡырҙы, иланы, ялбарҙы. Тик уны ишетеүсе һәм ярҙамға килеүсе булманы. 

Сәхәбетдин ҡатынды бик оҙаҡ ыҙалатты, көсләне, иҙҙе, ни теләһә шуны ҡылды. Купелағы ҡалған өс ҡатынға йөрәктәрен ус төбөндә тотоп, одеялдарын баш аша бөркәнеп шым ғына ни үле түгел, ни тере түгел ятырға һәм ҡанһыҙ вәхшилектең шаһиты булырға тура килде.

Язалаусыһы язалаған һайын, Хәлисә:

- Фатих, Фатихҡайым! Кисер мине, кисер , - тип ҡысҡырҙы.

Кеше үҙен алда ни көтөрөн белһә, бер-берен ҡәҙер итеп, булғанына шөкөр итеп кенә йәшәр ине. Хәлисә лә белмәне шул ошо көнгә ҡалырын. Атай-әсәй ҡосағында иркәләп кенә үҫкән ҡыҙҙың бәхетенә Фатих кеүек һәйбәт кеше насип булды, береһенән-береһе матур ҡыҙҙар-ҡошсоҡтары тыуҙы. Ошо иң ҙур бәхеттәрҙең береһе түгелме ни ҡатын-ҡыҙ өсөн?

Барыһын да тапап ташлап сығып киткән Хәлисәнең яҙмышы фажиғәле тамамланды. Сәхәбетдин тороп сығыуға икенсеһе инде, шунан өсөнсөһө... Уларын ҡатын инде белерлек хәлдә лә түгел ине инде. Тәүҙә ҡысҡырҙы, аҙаҡ ғыжылдауға күсте һәм бөтөнләй шымды.

- Гөлиәм, Лилиәм, Ләйсәнем, Айги...

Тауыш тынды...

Зарифа аҫҡы һәндерәлә ине. Өҫкә ятмағанына үкенде, өҫкә ике ҡыҙ ятҡайны. Аҙаҡы ир сығып киткәс, одеялдың ситен генә асып ҡарарға йөрәге етте. Йә, Хоҙайым! Доньяла вәхшиҙәр ҡайҙан тыуалыр, Зарифа һыңҡылдауын баҫырға тырышып иланы. Уға өҫтәге ике ҡыҙ ҡушылды.

Зарифа тиҙ иҫенә килде:
- Шымығыҙ! Оломағыҙ, ишетә күрмәһендәр.

Аҡ ҡына йөҙлө Хәлисәне танырлыҡ түгел ине. Яуыздар уны иҙә алғансы иҙгеләгәндәр. Сәсе башы туҙған, кейемдәре йыртҡыланған, муйын-түштәрендәге теш эҙҙәренән ҡан һарҡып сыҡҡан...

Ике ир ҡабат инделәр, үҙ телдәрендә ниҙер һөйләштеләр һәм Хәлисәне тәҙрә аша ташланылар. Күпте күргән һәм күпте кисергән, ниндәй генә яҙмыштарҙы тейәп йөрөмәгән поезд бер ни булмағандай, ярһып сапҡан аттай, алға ҡарай елеүен белде.

Ошо хәлдәрҙең шаһиты булған ике йәш кенә ҡыҙҙың яҙмышы артабан нисек булғандыр, ниҙәр күреп ниҙәр кисергәндәрҙер. Тәғәйенләнгән ерҙәренә барып етә алдылармы, юҡмы. Алда уларҙы ни көткәндер, билдәһеҙ.

Тик Зарифа ғына үҙе һайлаған яҙмышына баш эйергә теләмәне. Ҡотолоу юлын эҙләне. Бөгөн төндә кисергән фажиғә лә уны ошо юлға этәрҙе. Ләкин, төшөп ҡалып та, ҡасып та булмай, нисек ҡотолорға һуң? Үлһәм үлермен тип, төндә поездан ырғыны ул.

Көнөң бөтмәһә, әллә ниҙәр ҡыланһаң да йәшәйһеңдер, Зарифа үлмәне. Иҫһеҙ ятҡан ҡатынды тимер юл эшселәре табып алып больницаға оҙаттылар. Мең михнәттәр менән тыуған яғына әйләнеп ҡайтҡан Зарифаны өйөндә лә көтмәйҙәр ине инде. Ул сығып киткәндә өс йәшлек кенә булып ҡалған малай икенсе кешене әсәй тип йөрөй инде. Йөрәге әрнеүгә түҙмәй, үҙ тормошон үҙе емереүенә үкенә үкенә ауылдан китергә мәжбүр булды ул.

Һөйөклө иренән, ғәзиз балаларынан кисереү һорап ҡысҡырған Хәлисәне оҙаҡ онота алманы Зарифа, иҫенә төшкән һайын йөрәге әрнене. Бер аҙ ваҡыттан Фатихты эҙләп тапты. Булған хәлдәрҙе һөйләне. Быларҙың барыһын да Гөлиә лә ишетеп торҙо.

Уның, дүрт балаһын ташлап киткән әсәһенә рәнйеше нисек ҙур булһа, үгәй әсәһен дә ҡабул итмәне. Зарифа бик яҡшы күңелле, ихлас һәм донья көтөүгә бөтмөр булып сыҡты. Балаларҙы ҡаҡманы-һуҡманы, иртәнсәк сәстәренән һыйпап биттәренән үбеп уятты. Ул уларға бөтөн йөрәк йылыһын бирҙе. Һеңлеләре әсәй тип үҫтеләр, тик Гөлиәнең генә йөрәге иремәне.

Фатих менән Зарифаның уртаҡ ике улдары тыуҙы. Алты бала гөрләшеп үҫтеләр. Зарифаның егәрлелегенә хайран ҡалырлыҡ ине. Төндә йоҡланымы икән ул, берәү ҙә белмәй. Ҡыҙҙарға өҫтө өҫтөнә күлдәктәр текте, күҙ нурҙарын талдырып төрлө кофталар бәйләне. Зарифа килгәндә Айгизәгә өс кенә йәш ине, бала әсәһенең итәгенә йәбеште лә ҡабат ысҡындырманы.

Гөлиә Зарифаны яратмаһа ла, ҡустыларын өҙөлөп яратты. Ошо ике малай уларҙың күңелһеҙ тормошона йәм өҫтәне. Зарифа килгәс балаларҙың китек күңеле бөтөнәйҙе, тик Гөлиәнең йөрәген нимә өйкәй һуң, үҙе лә аңлай алманы...

Хатип менән Зәбиҙәгә Хоҙай бер бөртөк кенә ул бүләк итте. Инде йәштәре лә үтеп барған ир менән ҡатындың, тағы ла бер бәпәй алырға тигән хыялдары тормошҡа ашманы. Күҙ ҡараһылай бер бөртөк улдары Илнурҙы "өф" итеп тигәндәй үҫтерҙеләр. Иркә булһа ла Илнур баҫалҡы, тыныс холоҡло булып үҫте. Мәктәпте тик яҡшы билдәләргә генә тамамланы, Өфөгә нефть институтына уҡырға инде. Иң престижлы уҡыу йортонда уҡып йөрөүсе егет ата-әсәһенең ғорурлығы ине. Һәр бер атай әсәйгә үҙенең балаһы иң һәйбәте кеүек бит инде. Хатип та улын әллә ни күрҙе, Зәбиҙә тураһында әйтәһе лә түгел. Бөтә йөрәге менән яратты ул улын. Әсә һөйөүе. Был бәхеттең, был хистең ниндәй юғары көстәргә эйә булыуын, әсәй тарафынан һөйөлөп үҫкән кеше генә аңлай алалыр.

Беренсе курсты тамамлап, сессияларын ябып, тыуған ауылына каникулға ҡайтырға юл тотто Илнур. Төн. Юл оҙон ғына, таңға ғына ҡайтып етәсәктәр. Оҙон юлды үткәреүе еңел түгел, юлдаштары йоҡлай. Алда бер өлкәнерәк апай, артта Илнур һымаҡ тағы ике студент егеттәр.

Таксист егет тиҙерәк ҡайтып етергә теләгәндәй, машинаһын йән-фарман ҡыуа. Илнур күҙҙәрен йомоп ҡараһа ла йоҡлай алманы. Күҙ алдына атаһы менән әсәһе килеп баҫты. Һомғол буйлы, оҙон сәсле әсәһен уйында ғына ҡосаҡланы, танауына сәстәренең еҫе килеп бәрелгәндәй булды. Ярата Илнур ошо еҫте, ярата. Әллә үлән, әллә берәй сәскә еҫеме икән, күңелгә яҡын еҫ килә әсәһенән. Сәсен ул теләһә ниндәй шампунь менән йыумай, үҙе сәскәләр һәм үләндәр ҡушып эшләгән шыйыҡса менән йыуа.

Ҡайтҡан һайын, танауын әсәһенең башына терәп еҫкәнеп, иркәләп ала ул. Әсәһе лә иркәләтә уны, үҙенән аша ҡарап торған улының арҡаһынан тупылдатып һөйә лә:

- Безәүкәйем бит ул минең, - тип йылмая. Айғырҙай улын иркәләтеүен яратмай Сәрүәрә инәһе.
- Кит, оп-оҙон булып, егет башың менән еҫкәнеп торма, оялмай. - Әсәһенә лә эләгә. - Кәләш алып бир, нимә тип уҫлаптай балаңды иркәләтәһең!
Ҡабат Илнурға боролоп өҫтәп ҡуя: "Ана Рияз менән Илдар ағайыңды ҡара, еҫкәнеп меҫкәнеп йөрөмәйҙәр. Һин бит егет кеше."

Сәрүәрә инәһе ҡаты уның, ҡәртәсәһе лә уҫал. Илнурҙың атаһы менән әсәһе бөтөнләй башҡа. Уларҙың ирешеп-талашып ултырғанын хәтерләмәй Илнур. Бер-береһен һөйөп кенә, ихтирам итеп йәшәүсе ата-әсәһенә хөрмәте ҙур.

Уйҙарға сумып килгән Илнур, аңламай ҙа ҡалды. Нимәлер шартланымы, ауҙымы, Илнур әллә ҡайҙа осоп китте...

- Әсәййй...

Улының саҡырыуына Зәбиҙә һиҫкәнеп уянды. Яңы таң һыҙылып ҡына килә. Ҡатындың йөрәге алҡымынан сығырҙай булып тулай ине, ниндәйҙер бер әсе һыҙҙырыу үҙәген һыҙҙырып ҡына әсетеп тора.

Йоҡлап ҡала яҙған да баһа! Зәбиҙә ырғып торҙо ла , ултырғыс башында элеүле торған күлдәген кейә һалды. Илнуры етеп киләлер инде, ә ул иҫе китеп йоҡлап ята. Йүгереп сығып йыуынғыста шалтыр-шолтор бит ҡулын арлы-бирле сайҡаны, таҫтамалды тапмай ерҙәге ҡомғанға эләгеп йығыла яҙып, өйгә йүгереп инде. Кәстрүлгә кистән әҙерләгән итте һалып, бешерергә ҡуйҙы ла кәртәгә йүгереп сыҡты, һыйырҙарын һауып көтөүгә ҡыуҙы. Быҙауҙарын асып сығарҙы, ҡаңғылдашып атларға ла ирек бирмәгән ҡаҙҙарына, тауыҡтарға ем һипте. Һөтөн йылыта һалып айыртып алды, улы ҡайтыуға шыйыҡ ҡаймаҡ әҙер торһон. Улы һағынып ҡайта әсәһенең ҡулы менән әҙерләнгән ризыҡтарҙы. Зәбиҙә оло ҡунаҡ көткәндәй йүгермәләне.

Илнур ҡара киҫәкле ҡаҙ итен ярата, Илнур ҡаҙы ярата, Илнур сейә бәлеше ярата , Зәбиҙә гел улын ғына һөйләп йәшәне. Уның ауыҙынан бер ҡасан да, мин шуны ашарға яратам йәки мин шуны яратмайым тигән кеүек һүҙ сыҡманы, һәр саҡ Илнурҙың нимә яратыуы йәки яратмауын ҡырҡ мәртәбә һөйләр ине. Улының һәр бер теләген үтәргә тырышты. Илнур бик матур егет булып үҫеп буй еткерҙе. Әсәһе улына аҡ рубашкалар, аҡ носкиҙар ғына кейҙереп йөрөттө. Бөхтә, матур егеткә күҙ һалыусы, уфтанып төндәрен йоҡлай алмай сығыусы ҡыҙҙар күп ине...

Төш етәрәк өй алдына машина килеп туҡтағаны ишетелде. Юл аҙабы гүр ғазабы тигәндәр, иртәнсәк үк ҡайтып етергә тейешле улының һуңлауына көйһә лә, сабыр ғына көттө. Йылмайып килеп инәсәк улын көтөп торған Зәбиҙә, ҡайнар кәстрүлде өҫтөнә ауҙарҙы. Шул ыңғайы иҫенән яҙып иҙәнгә ҡоланы. Был хәл бер нисә секунд эсендә булды, ишектән инеүселәр аңғармайҙа ҡалдылар.

Зәбиҙәне больницаға алып киттеләр. Илнурҙы танырлыҡ түгел ине. Ҡаршыһына килгән Камаздың аҫтына инеп киткән машиналағы кешеләрҙең береһе лә имен ҡалмағайны. Ҡанға батҡан, йөҙө аҡтарылған улын носилкала өйгә индереүҙәрен күреүгә, Зәбиҙә ҡайнар һурпалы кәстрүлде ауҙарҙы ла инде. Ул бик ныҡ бешкән ине. Балаһын ерләшергә лә ҡайта алманы. Унһыҙ ғына ерләнеләр Илнурҙы.

Тағы бер матур ғаилә емерелде. Оло ҡайғыны күтәрерлек көсө юҡ ине Зәбиҙәнең. Ул аяҡҡа баҫа алманы. Шым ғына, майы бөткән шәмдәй һыҙылып ҡына һүнде...

Ғәзиздәрен юғалтҡан Хатип өсөн доньяның аҫты-өҫкә әйләнде. Үҙен йыуатыусыларға аптырап ҡараны, ниндәй сабыр итеү ул? Тормошоноң мәғәнәһе юғалған ир шешәгә үрелде. Эсеп иҫереп ала ла үҙен ташлап киткән Зәбиҙәһе менән Илнурына үпкәләп илай. Зыяратҡа килеп, йәнәш ҡәберҙең уртаһына ятып ялбара ине ул.

- Алығыҙ мине янығыҙға, алығыҙ...

Тағы ла өс айҙан, көҙгө матур бер көндә , йәнәш ҡәберҙәр янында өсөнсөһө ҡалҡып сыҡты...

Хәйрулла анда-бында эскеләһә лә, боларып ҡаңғырып йөрөмәне. Сәрүәрә менән матур ғына донья көттөләр. Ике малайҙы уҡытып юғары белем бирҙеләр. Армия сафтарында йөрөп ҡайтҡас, бер-бер артлы ғаилә ҡороп һәр береһе үҙ тормошо менән йәшәне. Сәрүәрә лә уҫал ғына ҡәйнә булып сыҡты. Килендәренең унан күргән ыҙаларын яҙып аңлатырлыҡ түгелдер, ләкин былары инде айырым тарих.

Гөлзәйнәп ҡоро тире лә һөйәккә генә ҡалһа ла, ҡарашы үткер ине, күҙҙәре яҡшы күрҙе, ҡолағы һәйбәт ишетте. Йөрәк тә ныҡ булғандыр инде, емерә һуғып ашап ятты. Шәп күренһә лә аяҡтар йөрөүҙән баш тартҡас, өрһәң осоп китерҙәй еңел кәүҙәне лә алып йөрөрлөк кәре ҡалмаған әбей түшәккә ятты. Тамыры ҡороп ауған, кибеп барған йөҙйәшәр ағасты хәтерләтә ине ул. Түшәктә ятҡан әсәһен Сәрүәрә ҡараны, анда бында Зарифа килене килгеләп йөрөнө.

Күпме ҡайғы-хәсрәттәр кисергән һәм донья күргән Гөлзәйнәптең ҡатылығына, ныҡлығына иҫ китерлек ине. Ғүмеренең аҙағы яҡынлашҡанда ла ауыҙынан зарланыу һүҙе сыҡманы. Уның ни уйлағанын берәүҙә белә алманы. Хәлисә килене балаларын ташлап китеп юғалды, Илнур ейәне фажиғәһен кисерҙе, улы Хатип менән килене Зәбиҙә бер-бер артлы гүр эйәһе булдылар, әбейҙең йөҙөндәге бер тамыры ла һелкенмәне.

Балаларына әйтер һүҙҙәре лә булманымы икән? Быны беҙ белә алмайбыҙ инде. Бер балаһына ауыҙ асып һүҙ әйтмәне, ризалыҡ бирҙеме әллә риза булмай киттеме, барыһы өсөн дә сер булып ҡалды.

Зимагур һәм алкаш кейәүе йортонда донья менән бәхилләште Гөлзәйнәп. Һуңғы йотом һыуҙы ла кейәүе ҡулынан эсте, ҡыҙы эше буйынса Өфөгә киткән ине. Ғүмере буйы яратмаған кейәүе ҡулында йән бирҙе ул...

Уның табутын кейәүе Хәйрулла, улы Фатих, ейәндәре Рияз менән Илдар күтәреп барҙылар.

Был донья кемдәрҙән генә ҡалмаған? Баймы һин, ярлымы. Юғары урын биләйһеңме, әллә сыбыртҡыңды һөйрәп көтөү көтәһеңме? Әжәл тигән ғазраил салғыһын йүкмәп килеп етә һала, береһен дә ҡалдырмай сүпләп бөтә. Хатта үҙҙәрен мәңге йәшәрҙәй итеп тойғандарҙы ла йәлләмәй алып китә.

Күҙ ҡарашы менән кешене өтөрҙәй, үҙһүҙле һәм еңмеш, ауыҙынан ялҡын бөркөлгән, дөңкөлдәтә баҫып йөрөгән Гөлзәйнәптән дә ҡалды был донья...

 

Автор:Миңзифа ҠАШҠАРОВА.
Читайте нас: