Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Май , 23:15

Ауыл хәбәрҙәре

25 май көндө Һайран ауылында "Таҙа яр" акцияһы үтте. Берҙәм тырышлыҡ менән Шиҙе йылғаһының тирә-яғы сүп-сарҙан таҙартылды.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре

Был эштә һәр ваҡыттағыса ауыл ҡатын-ҡыҙҙары ҙур әүҙҽмлҽк күрһәттҽ. Ҡаланан өләсәһҽнә ҡунаҡҡа ҡайтҡан 8 йәшлек Эльмира Шафиҡова ла ололарға тырышып ярҙамлашты.

Акцияның маҡсаты йылға һәм һыу ятҡылыҡтары ярҙарын сүп-сарҙан таҙартыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Беҙҙең бурыс – үҙ өлгөбөҙҙә йәш быуында, ошо төбәктә йәшәгән халыҡта экологик мәҙәниәт тәрбиәләү, тәбиғәтте һаҡлау кеүек изге эшкә йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү, тыуып үҫкән еребеҙҙе ҡәҙерләргә өйрәтеү.

Эштҽ бөткәс өмәсҽләрҙҽ Ильясова Рәйлә мҽнән Абдуллина Гөләйшә тәмлҽ итҽп бҽшҽп сыҡҡан балтырған ашы һәм самауыр сәйҽ мҽнән һыйланы. Шулай уҡ ауылыбыҙ ағинәйҽ Иҫәнова Мәрйәм апай тәбиғәткә, ил тыныслығына доға ҡылды.

Һыу – йәшәү сығанағы. Ә тәбиғәт – беҙҙең йортобоҙ. Шуға ла беҙ тирә-яҡты таҙа тоторға бурыслыбыҙ.

Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Ауыл хәбәрҙәре
Автор:Зөлфиә ҒӘЗИЗОВА.
Читайте нас: