Баянан бирле тәҙрә төбөндә нимә менәндер булышҡан кескәй Азат, туп итеп иҙәнгә һикереп төштө лә, осоп-ҡунып ишеккә ҡарай йүгерҙе.
– Ай Аллам, ашым өлгөрмәй ҡалды ла һуң...Ҡалай бөгөн иртәләне әле, ҡояш теге яҡтан сыҡмаһа ярар ине... Нәсимәү, күрше, икенсе юлы иркенләп һөйләшербеҙ, йәме. Былай ҙа бөгөн һүҙ бутҡаһын бешерҙек кенә, әй...
– Ильясың ҡалаға китте, тигәйнең түгелме?
– Әлләсе, шулай тигәйне иртәнсәк кенә. Ҡапыл ғына пландары үҙгәреп китмәһә тағы.
– Аһ-аһ, юҡ таһа, был, ней, Ильяс түгел, милицияныҡылар!.. Ана, артынса беҙҙең участковый ҙа төштө... Бында табан боролдолар ул, әйкәйем!.. Былар ништәп йөрөй икән?..
Күршеһе тәҙрәне тишә яҙып, урамды күҙәтә, имеш. Бешкән итен һоҫоп алайым да, йәһәтләп һурпаһын һөҙөп, картуфын төшөрөп ебәрәйем, тип ҡабаланған Гөлсөмдөң ҡулындағы сүмесе шаҡылдап иҙәнгә барып төштө, йөҙө ап-аҡ булды, сырайы ҡасты.
– Йә, Хоҙай, әллә Ильяс менән бер-бер хәл булдымы икән?..
Тыны ҡыҫылыуҙан үҙ тауышын үҙе таныманы хатта. Ә ут күршеһенең ҡыҙыҡһыныуы хатта йөҙөнә сыҡты, күҙҙәре йылтырап, ауыҙын аса биреп, ниндәйҙер ҙур яңылыҡ көтөп, ишеккә текәлде.
– Туҡ-туҡ-туҡ!..
Йөрәге шулай күкрәген ярырҙай булып тибәме икән? Гөлсөмдөң быуындары йомшарып, ҡамырға әйләндеме ни, ҡапыл хәле бөтөп, аш бүлмәһенән сыға алмай бер булды. Юҡ, ахыры, ишек шаҡыйҙар ҙа һуң! Ҡайһылай оҙаҡ мыштырлайҙар соланда... Күп булһа, ике-өс минут үткәндер, ә уға ошо ғына арауыҡ та бик оҙаҡ һымаҡ тойолдо.
– Мөмкинме?
Ниһайәт, ишекте шар асып, бәһлеүәндәй йәш егет килеп инде.
– Үтегеҙ, әйҙә-әйҙә, был яҡҡа! Ҡатын һағайып ҡына егеткә ҡараш ташланы, шунан үҙ-үҙен ҡулға алып, инеүсене түргә әйҙүкләне, тик тегеһе ваҡыты юҡлығын әйтеп, ишек төбөндә баҫып тороуон белде. «Быныһы таныш кеше былай...» тип сырайы асыла төштө ҡатындың. Бик яҡындан белмәһә лә, ара-тирә күргеләп ҡалғаны бар шунда. Ошо урман төбәгендәге биш-алты ауылды берләштергән милиция бүлеген етәкләй был йәш егет.
– Хужа кәрәк ине бит әле, үҙе ҡайҙа?
Милиционер һораулы ҡарашын Гөлсөмгә төбәне.
– Ул, ней, был ваҡытта ҡайҙан өйҙә булһын? Таң һарыһы менән ҡалаға сығып киткәйне. Ҡустым, исмаһам, бынау ултырғысҡа булһа ла терәлегеҙ. Тәүгә инеп, улайтып тупһала тормайҙар инде, йолаһы шулай...
Йәш егет уңайһыҙланып китте, шулай ҙа хужабикә һуҙған ултырғысты ситкәрәк этте лә өҙөлгән һүҙен дауам итте.
– Эш бит, апай, эш... Ҡасаныраҡ ҡайтыр икән?
– Әллә инде, уныһын алдан әйтеп булмай.
– Нисауа-а-а-а!.. Момент табырбыҙ, беҙҙең ашаған икмәк шул бит...
Быны ишетеп, Гөлсөм бөтөнләй ҡаушаны, кинәт күҙ алдары ҡараңғыланып, башы зырылдап әйләнеп, йөҙөп киткән кеүек булды, нишләгәнен дә абайламай, һыңар ҡулы менән өҫтәл өҫтөнә киптерергә тип һалған һалмаһына таянды. Ул ҡасан иҫ-һушын йыйғансы, милиционер егет һаубуллашып та тормай, сығып китте. Уның артынса уҡ, бая ғына иркенләп, йәйелеп ултырырға йыйынған күршеһе лә ҡуҙғалды.
– Туҡта, туҡта, Гөлсөм, сабыр ит... Буштан-бушҡа көйәләнмә... Иреңдең ҡурҡҡандай бер нәмәһе лә юҡ, әгәр булһа, моғайын, кисә кис үк кәңәш-төгән итер ине...
Ҡатындың башында ире менән булған әллә нисә төрлө хәүеф-хәтәрле хәлдәр өйөрөлдө, шуға үҙ-үҙен шулайтып тынысландырырға тырышты. Ысынлап та, нимәһенә ул хәтлем бөтөрөнә әле, ире ҡайтһын әле тәүҙә, аңлатыр. Хәҙер, күпме ғүмер бергә йәшәп, бер-береһен ярты һүҙҙән, бер һирпелеп ҡарауҙан аңлап торалар. Ҡаза-фәлән булһа, был егет асығын әйтер ине, тимәк, иң мөһиме – ире иҫән-һау. Гөлсөм өйөрмә кеүек тынысһыҙ уйҙарынан арынып, һалҡын аҡыл менән хәлде самалап ҡарғандан һуң, еңел тын алып, көндәлек эштәренә тотоноп китте. Ишек алдына ҡуйылған тимер өсаяҡ аҫтына ҡоро-һары тапсыҡтар менән ут тоҡандырып ебәрҙе, ҡаҙанына аштырғансы һыу ҡойоп, йылытырға ултыртты. Эшкә әүрәп, тамам тынысланып, йыуырға тип сығарған керҙәрен ағына-ҡараһына айырып һала башланы.
– Атаҡ-атаҡ, килен! Ҡарасы-күрсе бынауҙы, ирен милицияға биктәтеп, үҙе эрәхәттәнеп донъя көтөп ята, үәт!..
Урам ҡапҡаһы шар асылып китте лә унан ҡойон кеүек өйөрөлөп килеп ингән ҡәйнәһе, Гөлсөмгә ауыҙ асырға ла ирек бирмәй, шарылдап әрләй башланы.
– Ҡотолдоңмо, нәкәнис?.. Нимә, бер эскән, тип өйөңә милисиә саҡыртып ятаңмы?..
Ҡәйнәһенең был һүҙҙәренә аптырап, күҙҙәре ҙурайып китте Гөлсөмдөң, тик шарҙыуан холҡон яҡшы белгәс, ҡайтарып бер ни ҙә өндәшмәне. Хәйер, ҡайтарып әйтеү менән утҡа һипкән кәрәсин кеүек дөрләйәсәк кенә, өндәшмәүең – алтын... «Эй, аллам...» тип, ҙур кәритә тасҡа һыу ҡойҙо ла күпертеп кер йыуа башланы.
– Ыста, ыста, әстәғәфирулла!.. Кешенән оят бит, әҙәмдән оят!..
Ҡара әле, ҡулына нарушник кейҙереп тороп алып киткәндәр, тей бит әле... Ирештегеҙме? Һуғыштығыҙмы? Ништәнегеҙ, тием һиңә?
– Кем әйтә һуң уны, ҡәйнәм?
– Бына, әле генә Нәсимә күршең лавкала бисәләргә һөйҙәп торған... Ҡаҙҙарымды Ҡыҙылға төшөрәйем, тип кенә урамға сыҡҡайным, апһыным аптырап йүгереп килгән. Лавкала әле генә ишетеп сыҡтым, тей...
Ҡәйнәһенең тауышын ҡапҡа тышынан илап килеп ингән улыныҡы баҫып китте.
– Әсәй! Әсәй! Уралға әйт әле, үсекләшә! Минең атайымды бандит, тей...
– Аһ-аһ!.. Бынағайыш! Балаһына тиклем шулайтып торамы? Шул күршеңде әйтер инем, нимәгә буйы белән эйәләтәң? Ана, лавкала ләстит һатыуы етмәгән, ищу етмәһә бот буйындай балаһына тиклем әпсәһе ыңғайына ауылдың ғәйбәтен йыйып йөрөймө? Күрһәтермен мин уға бандитты!
Ҡәйнәһе ел-дауыл кеүек, нисек килеп ингән, шулай сығып та китте. Гөлсөм ауыр көрһөнөп, һабынлы ҡулдарын таҙа һыу менән сайҙы, кер-мергә тип ташлаған сепрәк-сапраҡҡа ашығып һөрттө, шунан малайының янына килеп сүкәйҙе.
– Эй, бәпкәмде... Йә, нимә бүлештегеҙ инде был юлы?
– Һы-ы, мин түгел дә, Урал үҙе үсекләшә, һинең атаңды милисиә алып киткәс, ул бандит була, тей... Шулай булғас, һин бандит малайы, тей...
– Бандит, тип, кеше талап, кеше үлтереп йөрөгәндәрҙе генә әйтәләр, ә беҙҙең атайыбыҙ бик һәйбәт. Кем Урал менән икегеҙгә ҡайһындай матур итеп өр-яңы арҡандан әүһәләк тағып бирҙе? Кем һаҙға барып, муйылдан уҡ-һаҙаҡ юнып киптерҙе? Ә кем кисә генә урмандан икегеҙгә лә ҡуян күстәнәсе алып ҡайтты?
– Атай шул! Атайым! Әпәт атайым!
Кескәй Азат ҡыуанысынан ҡысҡырып уҡ ебәрҙе. Әле генә керпектәренән ана тамам, бына тамам, тип мөлдөрәшеп торған күҙ йәштәре ни арала кибеп өлгөрҙө, күҙҙәре осҡонланып китте. Май ҡояшы сыҡтымы ни!
– Әсәй!
– Әү, бәпкәм!
– Мин икмәккә май һылап ҡына алам да уйнарға сығам, йәме?
– Сәй эсмәйбеҙме ни?
– Асыҡманым... Һыу ғына әсәм дә.. Әсәй, теге ялтыр тышлы кәнфитте Уралға ла бирһәм буламы?
– Бир, тик икешәрҙән генә алығыҙ, йәме, күп ашаһаң...
– Беләм, мин беләм! Теш һыҙлай! Һин гел шулайтып әйтәң...
Азат, ҡабаланыуҙан аяғындағы сандалийҙарҙы икеһен ике яҡҡа кәйелтте лә, йүгереп өйгә инеп китте. Гөлсөм уларҙы йәтешләп ултыртты ла эсе бошоп күтәрмәгә ултырҙы. Ире ҡасан ҡайтыр икән? Ай Аллам, күршеһенең берҙе биш итә торған ғәҙәте бар былай. Бер бөгөн түгел былайтып хәбәр йөрөтөүе. Ни хәл итәһең инде, терәлеп ятҡан күршең менән ҡатышмай ҙа булмай. Кәкерене ҡәбер генә төҙәтер, ти боронғолар, ана бит, шул юҡ ҡына нәмәне ни тиклем арттырып ауыл тултырған, үәт. Дуҫ бар, дошман бар, тигәндәй, яратҡанынан яратмағаны етерлек. Гөлсөм толҡа тапмай, ишек алдында ураланды, баҡсаһына инеп, ҡый үләндәрен уташтырҙы, аптырап кире сыҡты. Ҡояшы ла байымаҫ булды, төпһөҙ зәңгәрлеккә арҡанлап ҡуйғандармы ни?
* * *
Ильяс ҡалалағы йомоштарын бик тиҙ бөтөрҙө. Сәфәренең уңышлы булыуына ҡыуанып, «Юлдаш» радиоканалынан ағылған күңелле көй ыңғайына мөңгөрләй-мөңгөрләй, көҙгө кеүек ялтыр юлдан машинаһын ҡыуҙы. «Дә-ә-ә, быйыл был яландарға ла иген сәселмәгәс, белмәйем, нимә булыр... Районды туйҙыра торған совхоздың да эше мөшкөлләнгәс, башҡалар хаҡында ни әйтәһең...» тип, юлдың ике яғынан күҙ күреме ерҙәрҙә билсән, әрем, алабута, әрһеҙ аҡтамыр баҫҡан буш баҫыуҙарға күҙ ташланы. Заманында гөрләп торҙо был баҫыуҙар, хәҙер тейешенсә ҡулланмағас, ана, йәш ҡайын үҫентеләре баҫып бара. Аптырағас, сабынлыҡ итеп тотонған булалар ҙа, унда ла иң шәп үҫкән ерҙәрен уйып-уйып ҡына сабып алалар. Күңелде йыуатҡаны, бер нисә аяҡҡа баҫып нығынып киткән фермер бар икән был тирәлә. Бынау ерен ҡалай матур итеп һөрөп, сәсеп ҡуйғандар, күҙ теймәһен, апаруҡ булып тартылып үҫеп килә игендәре. Ямғыры ваҡытында яуып торһа, көҙгә шәп уңыш бирмәксе бынау баҫыу.
Ауылға етәрәк, ҡаршы килгән машиналар фараларын бер яндырып, бер һүндереп сигнал бирә башланы. «Әһә, алда гаишниктар бар икән», тип ҡайышын тарттырып ҡуйҙы, ул-был нәмәһенә күҙ йүгертеп алды. Бөтәһе лә тәртиптә былай, бәйләнерлек бер ни ҙә юҡ. Юлда ул былай ҙа ипле йөрөй, ҡайһы бер дыуамал шоферҙар кеүек ҡыумай. Хатта Гөлсөмө ҡайһы саҡта үпкәләп тә ала шуның өсөн: «Ҡара әле, бынауы беҙҙекенән дә хөрт кенә машина ҡыуып үтте лә китте, әйҙә, ҡыуыңҡыра, нимә бабайҙар кеүек яйлап алдың да киттең», – тип сәменә тейһә лә йылмая ла ҡуя. «Ҡайҙа ҡабаланырға, былай ҙа барып етербеҙ. Юлдар һәйбәт хәҙер, Аллаға шөкөр. Һиңә элекке күтәртелгән юлдарҙы күрергә ине, үәт, ул саҡта быларын төҙөп биргәндәренә аҙым һайын рәхмәт уҡып ҡына йөрөр инең. Шулай, кеше рәхәтлеккә, еңеллеккә тиҙ өйрәнә шул...»
Тегеләр ауыл осонда тора ине. «Ҡара һин уны, ҡалай уңайлы урын һайлағандар. Беләләр ҡайҙа торорға, был ҡалҡыулыҡтан бар тирә-яҡ ус төбөндәгеләй күренә шул. Туҡтаттылар, береһе ыңғай номерҙарҙы ҡарап ебәрҙе, икенсеһе килеп честь бирҙе лә документтарын һораны. Ильяс ҡабаланмай-сәбәләнмәй генә машинанан төштө.
– Бына, бөтәһе лә ошонда.
– Тәк, Сынбулатов Ильяс Баязитович... Барыһы ла тап килә...
– Эйе, мин булам.
– Машинағыҙҙы бороғоҙ ҙа ыңғай район үҙәгенә милиция бүлегенә китәһегеҙ.
– Ни өсөн? Бер ниндәй ҙә тәртип боҙоу булманы ла һуң...
– Документтарығыҙ тәртиптә, беҙҙең һеҙгә ҡарата бер ниндәй ҙә дәғүәбеҙ юҡ. Тик һеҙҙе ашығыс рәүештә начальство таптыра. Ҡайҙа булыуығыҙға ҡарамаҫтан, тиҙ арала шунда оҙатырға ҡуштылар.
Ильястың һораулы ҡарашын күреп, икенсеһе лә һүҙгә ҡушылды.
– Ярай, беҙгә әйтелгән икән, үтәргә тейешбеҙ. Приказ начальства не обсуждается. Ә һеҙ тегендә барғас, үҙегеҙ асыҡларһығыҙ. Машинағыҙға ултырығыҙ...
Бына һиңә – мә! Ни булды икән? Әллә обходындағы әлеге урланған ҡарағас буйынсамы? Улай тиһәң, ул хәлде әле бер кемгә лә һөйләмәне, хатта лесничий ҙа белмәй. Тәүҙә үҙем асыҡлап ҡарайым да, бик тә бик таба алмаһам, протокол төҙөрмөн, тип йөрөй ине... Ярай, барайыҡ, күҙ күрер. Ҡурҡҡандай бер нәмәһе лә юҡ инде, эше урман менән бәйле булғас, болғағы-бысрағы етерлек былай. Диләнкәләре тәртиптә булмаһа, район үҙәгендәге эреле-ваҡлы вазифа биләгән ағай-эненең берәй этлеге тейеп тормаһа... Ильяс, эсенән генә һуңғы арала үҙенең обходынан үлсәнгән-ҡырҡылған диләнкәләрен барлап, тағы аптырауға ҡалды. Улай, өҫтән бәйләнгәндәй бер ни ҙә юҡ, шикелле. Ильяс рулгә ултырыу менән, милиция машинаһы уның алдынан төшөп алды, етмәһә, бик мөһим, кәрәкле кешене оҙатып барғандай итеп былҡылдатып-ялпылдатып уттарын ҡабыҙып ҡуйҙылар! Юлда ҡаршы килгән машина эйәләре, тиҙлектәрен кәметеп, аптыраулы ҡараштары менән оҙата, ә алдан барыусылар юлдың бер яҡ ситенә йылышып, юл биреп ҡала. «Үәт, әй, ағайыңа бөгөн почет...» тип, үҙенең был хәленән көлкөһө килә башланы. Шәп ҡыуа торғас, елдереп кенә район үҙәгенә лә килеп еттеләр. Урам араһына кергәс тә тиҙлектәрен әллә ни кәметмәй, йән-фарман милиция йорто алдына барып туҡтанылар.
Әйҙә, төш тә атла, – тип дорфа ғына өндәште йәшерәге.
Машинаһын бикләргә ынтылған Ильястан:
– Нимә, милиция йорто алдынан юғалыр тип ҡурҡаһыңмы? – тип икәүләп тәләкә итеп алдылар. Ильяс улар ҡабаландыра тип иҫе лә китмәне, һәр ишеген, багажнигын ҡарап, бикләп сыҡты, шунан ғына һалмаҡ аҙымдар менән алдан төштө.
– Дә-ә-ә, ағай кеше, нервыларың ныҡ икән, һинең урында башҡа кеше булһа, әллә ҡасан сәбәләнеп-ғауғаланып ҡолаҡ итен ашар ине. Нимә, ысынлап та, белмәйһеңме нимәгә саҡыртҡандарын? Былай, ундай-бындай эш боҙған кешегә бик үк оҡшамағанһың да... Ундайҙарҙы әллә ҡайҙан танып торам. Етерлек күрелде был эштә, – тип һүҙ ҡушты өлкәнерәге.
– Саҡыртҡас, сәбәбе барҙыр, инәйек әле, – тип ҡыҫҡа тотто һүҙҙе Ильяс.
Эскә инеп киттеләр. Ишек төбөндә һаҡта торған дежур милиционерға кабинетын, тикшереүсенең фамилияһын әйтеп, оҙатыусылар кире сыҡты. Ильясты коридор буйлап артабан алып киттеләр. Тар ғына коридор буйлап китеп барғанда, ҡапыл бер ишек асылып китте лә, унан уҡ кеүек атылып, дөбөр-шатыр ике уҫлаптай егет бер-береһен тапарҙай булып килеп сыҡты. Ябылып етмәгән ишек аша эстән кемдеңдер йән көсөнә: «Вон отсюда, молокосы! Я вам покажу кузькину мать!» тип, тоҙло-боросло ҡатлы-ҡатлы һүгенгәне ишетелде. Ильяс менән уны оҙатып барыусы егет көскә ситкә тайшанып ҡалды. Ҡыҙарып-бүртенгән йәш егеттәрҙе дежур егет: «Нимә, хужаның бөгөн кәйефе юҡмы? Да, не повезло һеҙгә... Бәләһенән баш-аяҡ, бөгөн күҙенә салынмау хәйерлерәк булыр ине лә», – тип, ҡарашы менән оҙатты. Ильяс ишек тышына яҙылған исем-фамилияны уҡып та өлгөрмәне, ҡапыл ул эс яҡтан асылып китте. Тупһала ҡулына ҡат-ҡат папкаларға һалынған эш ҡағыҙҙары тотҡан, уҙа-барһа 30-35 йәштәр самаһындағы егет күренде. «Йәш кенә булһа ла, подполковник званиеһында икән», – тип кенә уйлап өлгөрҙө Ильяс уның иңбашындағы йондоҙҙарға күҙ һалып. Уны күреү менән дежур милиционер ыңғай кәүҙәһен шәм кеүек турайтып, честь бирҙе:
– Товарищ подполковник, гражданин Сынбулатов по вашему указанию доставлен!..
Тегеһе уға эйәге менән генә ымлап, китергә рөхсәт бирҙе лә кире бүлмәгә инде.
– Әйҙә, үтеп ултырығыҙ, ағай, – тип, Ильясҡа артынан эйәрергә ҡушты подполковник. Эш өҫтәле артына үтеп, ҡулындағы ҡағыҙҙарын кире өҫтәлгә өйөп һалды, йомшаҡ әйләнмәле ултырғысына урынлашҡас, уға ҡаршыһынан урын күрһәтте. «Һе-е-е, ағайҙан һалдыра был, тимәк, эштәр әллә ней хөрттән түгелдер». Эсенә бер аҙ йылы йүгерҙе Йльястын, шулай ҙа һағайыңҡырап, ҡаршыһында ултырған егеткә текәлде. «Йүкә» телефон аша бынан бер-ике ай элек милиция етәксеһен баш ҡалаға ҙурыраҡ эшкә күсереүҙәрен, урынына күрше райондан яныһының килеүен ишеткәйне инде. Хатта уның ниндәйҙер ҙур бер хужа малайы булыуын, уҡып бөтөп ҡайтыуы менән ыңғай кабинет эшенә генә ултырып, йәһәт-йәһәт кенә йондоҙҙар сүпләп, эш баҫҡысынан тиҙ арала үрләп китеүен дә һөйләп алғайнылар.
Бер килке тынып ҡалдылар. Яңы хужа нисегерәк һүҙ башларға белмәйенсә, ултырған урынында борғоланды, алдында сәселеп ятҡан эш ҡағыҙҙарын рәтләштерҙе, кәрәкмәһә лә тартмаһын асып япты. Уңайһыҙ тынлыҡ оҙаҡҡараҡ һуҙылғас, тамағын ҡырғылап алды ла, Ильясҡа күтәрелеп ҡараны.
– Ағай, минең йомош, тип, йомош та түгел инде, шәхси эш буйынса саҡыртҡайным һеҙҙе. Нисегерәк аңлатырға? Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул – район үҙәгенән ер алып, өй һала башлағайным. Таныштарым ағас алып бирешкәйне, шуны һәйбәт кенә урындан үлсәтергә ине. Кәрәкле кешеләрҙән белешеп бөттөм мин, лесхоздың быйылғы планы буйынса тотош ҡарағайҙан торған урындар тик һеҙҙең обходта ғына ҡалған икән, ҡалғандарҙыҡында яртылаш ҡайын, тинеләр... Тем более һеҙҙең шул кварталда 5-6 ҡарағас та күренеп тора картала, улары нигеҙгә китер ине... Ҡарағасты үҙегеҙ беләһегеҙ, хәҙер «Ҡыҙыл китап»ҡа индергәстәре, бөтөнләй ҡыйбат, табыуы ла ҡыйын...
Нимә-нимә, төрлөһөн уйлап ултырып, тик бындайҙы көтмәгән Ильястын аптырауҙан күҙҙәре маңлайына менеп китә яҙҙы. Ҡапыл ярһып китеүҙән көскә тыйылып, үҙен ҡулға алды, һүҙҙәрен теш араһынан ҡыҫып тигәндәй, ижекләп сығарҙы.
– Нимә?.. Шуның өсөн генә мине ошолайтып конвой менән алып килделәрме?..
Уның көйҙөргөс ҡарашынан тегенеһе әҙерәк уңайһыҙланды, ыҡ-мыҡ итеп алды.
– Ярай, ағай, шулай тура килде инде... Бына бит, бер ҙә эштән бушап булмай... Бөтә нәмә яңы, өйрәнергә кәрәк. Ҡағыҙ эше менән дә күмделәр бит хәҙер беҙҙе, былайы ла етерлек. Бөгөн вапше без обеда ултырам, тын алырға ла ваҡыт юҡ... Аптырағандың көнөнән шылтыратҡайным, там внизу переборщили, наверно, начальник участковых өйөгөҙгә наряд ебәргән дә ҡуйған...
Ильяс үҙ ҡолағына үҙе ышанмай, шаңҡып ҡалды.
– Нимә-ә-ә? Минең өйгә -наряд?..
Хужа ҡулдарын йәйеп ебәреп, ихлас йылмайҙы.
– Ладно, ладно, сочтемся, ағай... Буш итмәм...
Йәне көйгән Ильяс урынынан торҙо ла, ҡарашын туп-тура йәш егеткә төбәп, һәр һүҙенә көслө баҫым яһап:
– Ҡустым, бына нәмә, ағас кәрәк булһа, контораға бар, минең эш урыны шунда. Кабинетым да... Бында ултырып ҡына ундай нәмәне решать итеп булмай ул, – тине лә, һалмаҡ баҫып сығыу яғына ыңғайланы.
– Яҡшылыҡ менән килешербеҙ, тип уйлағайным, ағай, күрәһең, икенсе төрлөрәк һөйләшергә тура килер... Кемдең бүлмәһендә икәнлекте онотоп ебәрәһегеҙ, ахыры...
Хужаның һүҙҙәре Ильястын ныҡ итеп япҡан ишегенә ҡыҫылып, ишетелмәй ҡалды.
Һәр ауылдың үҙенең «сход» үткәрә торған урыны була. Яҙылмаған ауыл ҡанундары буйынса, элек-электән ҡатын-ҡыҙ һуңғы яңылыҡтарҙы ауылдағы кетәк ояһындай ғына лавканың күтәрмәһендә ишетеп ҡайта: кемдең һыйыры быҙаулаған, һарығын эт ашаған, балаһы ике алған, малайы тәмәке тарта, ҡыҙын кем оҙатып ҡуйған, ире кем менән, нисә ярты эскән, нисәлә ҡайтып ҡолаған, кем менән ыҙғышҡан... Ирҙәр иһә күберәген ата коммун Хоҙайбирҙенең ҡапҡа алдында төйәкләнәләр. Кеме тәмәке көйрәтә, кемеһелер кәрт һуға, йәшерәктәре йүгереп кенә һыраға барып килә һәм китә гәп һатыу... Хатта ҡайһы бер хәбәрҙәрҙе ҡатын-ҡыҙҙан алдараҡ ишетә әле улар. Бөгөн был урындарҙан кеше өҙөлмәне: һәр береһе үҙенең ишеткәненә саҡ ҡына өҫтәй торғас, Гөлсөмдәр йортонда булған ваҡиға бөтөнләй икенсе төҫ алып ҡуйырып китте. Берәүҙәр әйтеүенсә, әҙ генә «һалмыш» ҡайтҡан Ильясты бисәһе шул ерҙә үк милиция саҡыртып, ун биш тәүлеккә яптырған, имеш. Икенселәр: «Юҡ таһа, Ильяс үҙенең обходынан ҡарағас урлаған да, милиция шуны тикшереп йөрөгән. Бына антым-шантым, үҙем күрҙем», – тип еңеште. «Эшенән сығаралар уны былай булғас. Милиция бушҡа йөрөмәҫ! Һай-һай, әллә кем булып киткәйне!» – тине кемеһелер. Ҡыҫҡаһы, бәләкәй генә ауыл бөгөн йәнләнеп китте. Ирҙәр тәмәке көйрәткән, ҡатындар һыуға барған арала был яңылыҡ ауылды бер ҡат урап сығып өлгөрҙө. Телдән-телгә күсә торғас, үҙҙәре уйлап сығарған хәбәргә үҙҙәре лә ышанып бөттө...
Гөлсөм эш менән күңел болоҡһоуон баҫырға тырышһа ла, килеп сыҡманы, ҡулы өйрәнелгән хәрәкәттәр менән көндәлек мәшәҡәттәрҙе теүәлләй, мейеһе иһә ауыр уйҙарҙан ярылып килә. Түҙмәй, көн кискә ауыша башлағас, ҡапҡа тышына сығып баҫты. Уны күреп, баянан бирле һайыҫҡан шикелле был яҡты ҡарауыллаған Нәсимә йылп итеп янына килеп етте. Йөҙөнә мөмкин тиклем хәстәрлек сығарырға тырышып, уға өндәште:
– Ҡайттымы шул Ильясьң?
Ни тиклем һарыуы ҡайнаһа ла, Гөлсөм уға белгертмәне.
– Юҡ әле, шуны көтөп торам. Әйҙә, ултырайыҡ әле әҙерәк.
Улар ҡапҡа тышындағы артлы эскәмйәгә йәтешләп ултырып та өлгөрмәне, оло юлдан саң борҡотоп Ильястын еңел машинаһы күренде. Нәсимә ырғып тороп уҡ китте.
– Ана, тегенең ҡайтып килә...
Гөлсөм, йөрәге тулап китһә лә, эске кисерештәрен белгертмәне, йөҙөнә күрәләтә битараф ҡиәфәт сығарып, тыныс ҡына яуап бирҙе:
– Әлләсе, шулмы икән, алыҫтан насар күрәм.
Ә үҙенең эсе яна... Ап-аҡ булып ҡобараһы осҡан Гөлсөм тыны менән тартып алырҙай булып яҡынлашып килгән машинаға текәлде. Был, ысынлап та, уларҙың «Нива»һы ине. Машина оло юлдан боролоп, ҡапҡа тышына килеп туҡтағансы, ҡатындар бер ни ҙә өндәшмәне. Тын да алмай көтөп торған Гөлсөмгә ҡарап тороуы ҡыйын ине. Нәсимә иһә эстән генә ниндәйҙер бер мөһим ваҡиға көткәндәй, урынында тороп сыҙамай тапанды. Машина эсенән бер ни булмағандай ғәҙәттәгесә йылмайып килеп төшкән Ильяс, артҡы ултырғыста ятҡан күстәнәстәрен үрелеп алды ла, ҡатындарға ҡарай ыңғайланы. Гөлсөмөнөн йөҙөнә ҡарау менән бөтәһен дә аңланы.
– Оҙаҡлап киттем бөгөн, юғалттығыҙмы? Азат улым ҡайҙа һуң? Уға балыҡ ҡармаҡларға ырғаҡтар алғайным, – тип ҡулындағы әйберҙәрен ҡатынына һондо.
– Ҡайҙа булһын, уйнай малайҙар менән. Әйҙә, һине көтә-көтә ашым иҙелеп бөттө. Күрше, һин дә ин, сәй эсеп ҡайт, – тип Гөлсөм ҡалтыранған аяҡ быуындарын көскә тыңлатып, ҡапҡа яғына ыңғайланы. Сиктән тыш мөһим, ниндәйҙер ҙур ваҡиға, талаш-тартыш көткән Нәсимә аптыранып уларға текәлде. Уның бөтә сырайында сикһеҙ ғәжәпләнеү ярылып ята ине. Күҙҙәрен берсә шаян көлөмһөрәгән Ильясҡа, берсә саманан тыш тыныс, хатта битараф Гөлсөмгә йүгертте.
– Әйҙә, ҡорҙашбикә, әйҙә, ин, – тип Йльястын саҡырыуына:
– Ҡуй, ҡайтайым, анау һәптән һыйырым төнһөҙ ҡайтып инмәй, һеҙҙекеләр иртә ҡайтҡас, рәхәт, эшегеҙ алданыраҡ бөтә, – тип һөйләнә-һөйләнә ҡайтыу яғына ыңғайланы.
Ҡапҡа эсенә инеү менән Гөлсөм иренең яурынына башын терәп, һулҡылдап илап ебәрҙе. Көнө буйы сикһеҙ көсөргәнешлектә йөрөү, билдәһеҙлек, башына инеп йөҙәткән әллә ниндәй ҡурҡыныс уйҙар уның бар көсөн алғайны. Ильяс кәләшенең сәсенән һыйпап иркәләне, бармаҡ остары менән сикәһенән йүгергән йәш тамсыларын һөрттө.
– Эй, илаҡҡынамды минең... Һөйләп ебәр, кем тейҙе?
Гөлсөм, үпкәләп, унын ҡултыҡ аҫтынан һурылып сыҡты.
– Нисек инде? Киреһенсә, һин миңә аңлатырға тейешһең был милиция менән фокустарыңды. Исмаһам, әҙерәк минең турала уйлаһаң ни була?
– Уйламаған ҡайҙа инде ул! Минут-секунд һайын иҫкә төшөп тик тораһың...
Ильяс, һәр ваҡыттағыса, һүҙҙе шаярыуға ғына бороп, еңел ҡотолорға уйлағайны ла, Гөлсөмөнөн күҙҙәренә ҡарағас, етди ҡиәфәткә инде.
– Эшем шулай булғас, ҡалайтайым инде... Һиңә инде күптән өйрәнергә ваҡыт, беренсе тапҡыр түгел дә һуң...
– Эйе, һиңә әйтеүе генә рәхәт... Һин, ней, иртәнсәктән сығып китәһең дә ҡара төнһөҙ ҡайтып инеүҙе белмәйһең... Бөтә ауылдың һүҙ-хәбәре миңә...
Күңеле тулышҡан Гөлсөм әйтәһе һүҙҙәрен әйтеп бөтә алманы, тауышы ҡалтыранып китте. Эштең тағы кәрәкмәгән йүнәлешкә боролоуон күргән Ильяс тиҙ генә ҡулдарын өҫкә күтәрҙе.
– Стоп, стоп, туҡта, кәләш, минең ғәҙәтте беләһен: тәүҙә ашыңды ашат! Шунан һун ғына һөйләрмен... Әтеү үҙен беләһен, ас кешенең асыуы яман. Бына үҙеңде ашайым да ҡуям!..
Ире Гөлсөмдөң биленән ҡосаҡлап, өйгә алып инеп китте.
...Нәсимә, күршеләре яғынан тауыш-тын килмәйме, тип, әллә нисә тапҡыр ихатаға сығып әйләнде. Ике хужалыҡты ҡап уртаға айырып торған ҡойма янына килеп, суҡайып сығып торған ботағы төшкәндән һуң өңөрәйеп ҡалған тишек урынынан тегеләр яғын күҙәткеләне. Тик әйләнсек һарыҡ кеүек күпме генә ишек алдын тапамаһын, күршеләр яғынан шылт иткән дә тауыш-тын сыҡманы...
Фото «Кандински» программаһы ярҙамында эшләнде.