Документҡа ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы, летчик-космонавт Виктор Горбатко ҡул ҡуйҙы.
Ошо көндәрҙә был исемде нығытыусы мөһим документтарҙы ҡаланың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырҙылар. Тантаналы сарала Ишембай ҡалаһы ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы Илшат Шакиров, картиналар галереяһы директоры Рафаэль Ҡадиров һәм башҡа вәкилдәр ҡатнашты. Был маҡтаулы исемгә Ишембай “Ватан алдындағы хеҙмәттәре, фашист илбаҫарҙарына ҡаршы көрәштә күрһәткән батырлығы, хеҙмәт ҡаһарманлығы өсөн һәм Икенсе донъя һуғышы тамамланыуға 71 йыл тулыу уңайынан” лайыҡ булды. Ул саҡта Ишембай нефтселәре илгә 4,5 миллион тоннаға яҡын “ҡара алтын” сығарҙы, Баҡынан эвакуацияланған Сталин исемендәге механика заводында “Катюша” ҡоролмаһы өсөн боеприпастар сығарҙы. Ҡалабыҙ илдең ваҡытлыса баҫып алынған биләмәләренән ике меңдән ашыу ҡасаҡты ҡабул итте, тағы ла өс меңдән ашыу кешене ауылдарҙа йәшәүселәр һыйындырҙы. Ишембайҙың ике мәктәбендә хәрби госпиталдәр урынлашты.
- Беҙҙең халыҡ улар менән таныша алһын өсөн ҡиммәтле предметтарҙы бөгөн тыуған яҡты өйрәнеү музейына тапшырабыҙ, - тип билдәләне Илшат Шакиров. - Быға тиклем был орден Мәскәүҙә булды, быйыл уны барып алдыҡ. Шулай уҡ ошо исемде йөрөткән ҡалаларҙың гербтары тапшырылды. Ишембай гербының беренсе рәттә
булыуы ҡыуандыра, - тине Илшат Салауат улы.
Илшат Шакиров орден, герб һәм документтарҙы музей һаҡсыһы Фирүзә Ибраһимоваға тапшырҙы.
- Ошо ҡиммәтле әйберҙәрҙе беҙгә тапшырғандары өсөн бик шатбыҙ. Улар өсөн мөйөш булдырасаҡбыҙ. Беҙҙә Ишембай ҡалаһы һәм районы хаҡында мәғлүмәттәр күп. Аудио гид бер нисә телдә ҡалабыҙ хаҡында һөйләй, хатта өйҙә ултырып та уны тыңларға мөмкин. Был мәғлүмәтте QR-код буйынса инеп тыңларға була, - ти Фирүзә Ришат ҡыҙы.