Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2022, 17:00

“Сәскәләр - рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы”, - ти Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова

Хуш еҫле сағыу гөлдәр үҫтереп, ихаталарын матурлыҡҡа күмгән хужабикәләр күп районыбыҙҙа. Ҡайһыһының ғына ишек алдына күҙ һалма, аллыгөллө түтәлдәр тирә-яҡҡа йәм биреп, балҡып ултыра. Матурлыҡҡа күмелгән ихата йорт хужаларының тырыш һәм тынғыһыҙ булыуына, уларҙың гүзәллек яратыуына ишара. Шундайҙарҙың береһе - Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова. Әйтергә кәрәк, ул “Торатау” гәзите “Бәйләнештә” интернет селтәрендә үткәргән «Аллы-гөллө ихатам» фотоконкурсында беренсе урынға сыҡҡайны.

“Сәскәләр - рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы”, - ти Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова
“Сәскәләр - рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы”, - ти Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова

Светлана һәм Венер Юлмөхәмәтовтар 2000-се йылдарҙа Кинйәбулатта йорт һалыу өсөн ер ала. Башта ҡалала йәшәп, ауылға йөрөп йорт күтәрәләр. Балалары үҫкәс, ауылға бөтөнләйгә күсенәләр. Светлана Вәкил ҡыҙы 22 йыл “Газпром” йәмғиәтендә слесарь булып эшләй. Ойошма Салауат ҡалаһына күсерелгәс, 2018 йылда эштән китергә мәжбүр була. Үҙе лә ауырып китә, сирен еңеү маҡсатында халыҡ медицинаһы менән шөғөлләнә башлай.

- Ауырып аяҡһыҙ ҡалдым, дауаханаларҙы күп тапарға тура килде, файҙаһы әллә ни булманы. Таяҡ менән йөрөй башлағайным. Һөлөк һалыу, хиджама менән дауалау, массаж курстарына уҡып сертификаттар, дипломдар алдым. Был ысулдарҙы ҡулланып аяҡҡа баҫтым. Ошо йылдарҙа Өфөләге Ислам университетына уҡырға индем. Әле бына бишенсе курсҡа күстем, - тип һөйләй Светлана Юлмөхәмәтова.

Дингә ылығыу ҡәйнәһенән килә. Уның менән бергә аяттар уҡырға өйрәнә, ураҙа тота. Бынан тыш баҡсасылыҡ, сәскәләр үрсетеүҙе лә үҙ иткән уңғанбикә. Светлана
апайҙың ихатаһына килеп инеү менән сәскәләрҙең төрлөлөгөн күреп хайран ҡалдым.

- Әсәйем сәскәләр үҫтерергә яратты. Ул колхозда эшләй ине, сөгөлдөр баҫыуынан арып ҡайтһа ла, гөлләмәләрен ҡарап, наҙлап торорға ваҡыт таба торғайны. Башта өйөбөҙҙөң алдын георгиндар баҫып алғайны. Әле петунияларҙың, лилиәләрҙең, гортензияларҙың, канналарҙың, каллаларҙың ниндәй генә төрҙәре юҡ. Баҡсала хатта кактус та үҫә. Көҙгөһөн ҡайһы бер сәскәләрҙе ябып ҡалдырырға кәрәк. Тормош иптәшем быйыл вафат булып ҡалды. Был ҡайғыны мин ауыр кисерҙем. Венер “Газпром”да мастер  булып эшләне, баҡсаны ҡарауҙа ныҡ ярҙам итте, буш ваҡытында һәр ваҡыт өй эше менән мәшғүл булды. Бар эшкә лә маһир, балта оҫтаһы ла, иретеп йәбештереүсе лә ине. Барыһы ла уны хөрмәт итте. Ул да матурлыҡты, сәскәләрҙе яратты. Сәскәләр – нәфислек, шатлыҡ, бәхет һәм мөхәббәт символы, рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы. Мин дә ишек алдымды, баҡсамды сәскәләрһеҙ күҙ алдына ла килтермәйем. Гөлләмәләрҙе һат, тип килеүселәр ҙә күп, мин уларҙы бүләк итеп бирәм, - ти Светлана ханым.

“Торатау” гәзитенең интернет селтәрендә конкурс барғанын күреп, Светлана Юлмөхәмәтова ла ихатаһында үҫкән сәскәләре фоталарын ебәрә. Быға тиклем дә гәзит төркөмөндәге бәйгеләрҙә ҡатнашып бара. Тауыш йыйыуға туғандары, яҡындары, таныштары әүҙем ярҙам итә.

Халыҡ медицинаһына килгәндә, уңған хужабикә үләндәрҙән төрлө маздәр, бальзамдар әҙерләй. Интернет селтәрҙәренән, китаптарҙан дарыуҙар әҙерләргә өйрәнә. Күп
ауырыуҙарҙан, ҡатын-ҡыҙҙар сирҙәренән, артроз, артриттан, псориаздан, варикоздан аяҡҡа баҫтыра.

Юлмөхәмәтовтар ике балаға тәрбиә биргән, өлкәне Дим Себер тарафтарында мастер булып эшләй. Ҡыҙҙары Азалия Стәрлетамаҡта йәшәй, ветеринар булып хеҙмәт итә. Яратҡан ейәнсәре менән дә ғорурлана өләсәй. Светлана Вәкил ҡыҙы ике көндәлек тота. Береһендә – бер йылға, икенсеһендә көндәлек пландарын теркәй. Былар алдағы эштәрҙе планлаштырырға, бурыстар ҡуйырға һәм уларҙы ваҡытында хәл итергә ярҙам итә. “Иң мөһиме ҡылған ҡылыҡтарға Аллаһы ҡәнәғәт булһын”, - ти Светлана апай.

Светлана Юлмөхәмәтованың сәскәләренә ҡарап һоҡланып туймаҫлыҡ. Улар кеүек күңелдәребеҙ гел шулай матурлыҡҡа ынтылһын, һау-сәләмәт булып, тормошто сәскәләр менән йәмләп йәшәйек!


Автор фотолары.

“Сәскәләр - рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы”, - ти Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова
“Сәскәләр - рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы”, - ти Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова
“Сәскәләр - рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы”, - ти Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова
“Сәскәләр - рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы”, - ти Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова
“Сәскәләр - рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы”, - ти Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова
“Сәскәләр - рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы”, - ти Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова
“Сәскәләр - рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы”, - ти Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова
“Сәскәләр - рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы”, - ти Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова
“Сәскәләр - рухландырыу һәм илһамландырыу сығанағы”, - ти Кинйәбулат ауылында йәшәүсе Светлана Юлмөхәмәтова
Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: