+1 °С
Болотло
Дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталы (www.gosuslugi.ru ) ярҙамында һәр гражданин башҡарма производствоһы барышы тураһында мәғлүмәт алыу, суд приставтары хеҙмәтенә ғариза, мөрәжәғәт йәки үтенес ҡағыҙы ебәреү мөмкинлегенә эйә. Бынан тыш дәүләт электрон почта системаһы тарафынан документтарҙы электрон рәүештә алыу ҙа тормошҡа ашырыла. Түләттереүсе йәки бурыслы ризалыҡ белдергәндә башҡарма производствоһы буйынса документтар күсермәһе дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең берҙәм порталын файҙаланыусының шәхси кабинетына ебәреләсәк.
Шуны билдәләү мөһим, ҡағыҙ күсермә эшләнмәй. Әгәр 15 көн дауамында фай-ҙаланыусы шәхси кабинетына инеп, белдереү ҡағыҙын уҡымаһа, ул башҡа ысул менән ебәрелә.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан