Йәмғиәт
28 Июль 2021, 10:46

Башҡортостанда 3 августан медицина ойошмаһында планлы дауаланыу өсөн ковидтан прививка талап ителә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров юғары әҙерлек режимы тураһында указға үҙгәрештәр индерҙе.

Башҡортостанда 3 августан медицина ойошмаһында планлы дауаланыу өсөн ковидтан прививка талап ителәБашҡортостанда 3 августан медицина ойошмаһында планлы дауаланыу өсөн ковидтан прививка талап ителә
Башҡортостанда 3 августан медицина ойошмаһында планлы дауаланыу өсөн ковидтан прививка талап ителә

2021 йылдың 3 авгусынан медицина ойошмаларында планлы дауаланыу өсөн ковидҡа ҡаршы вакцинация тураһында мәғлүмәт күрһәтергә кәрәк.

Музейға, төнгө клубҡа барғанда, шулай уҡ ябыҡ биналарҙа күмәк кеше ҡатнашлығындағы физкультура һәм спорт сараларын уҙғарғанда вакцинация хаҡында белешмә йәки ПЦР-тест талап ителә.

Күмәк кеше ҡатнашлығындағы (500-ҙән ашыу) саралар республиканың баш санитар табибы менән килешеп кенә ойошторолорға тейеш.

Был «Салауат Юлаев», «Өфө» футбол клубы уйындарына һәм башҡа профессиональ спорт командаларына ҡағыла.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Автор:Рәсимә Фәтҡуллина
Читайте нас