Йәмғиәт
26 Июль 2021, 08:04

Башҡортостанда вакцинацияһыҙ ресторандарға инеүҙе тыйған сикләүҙәр ғәмәлгә инде

Башҡортостанда 26 июлдән ресторандарға һәм башҡа социаль-көнкүреш йүнәлешендәге учреждениеларға инеү өсөн вакцинация үтеү хаҡында сертификат (шул иҫәптән беренсе компонент менән), прививка эшләтергә ярамауы йәки кире һөҙөмтәле ПЦР-тест булыуы тураһында талап көсөнә инде.

Башҡортостанда вакцинацияһыҙ ресторандарға инеүҙе тыйған сикләүҙәр ғәмәлгә индеБашҡортостанда вакцинацияһыҙ ресторандарға инеүҙе тыйған сикләүҙәр ғәмәлгә инде
Башҡортостанда вакцинацияһыҙ ресторандарға инеүҙе тыйған сикләүҙәр ғәмәлгә инде

Сикләүҙе тәүҙә 12 июлдә индереү планлаштырылғайны, ләкин ул 26 июлгә күсерелде.

Һүҙ бында ябыҡ биналарҙа эшләгән (50 йәки унан ашыуыраҡ урынлы) дөйөм туҡланыу ойошмалары, матурлыҡ салондары, косметика һәм СПА-салондар, массаж салондары, солярий, мунса, сауна, физкультура-һауыҡтырыу ойошмалары, студент ятаҡтары, ҡала-ара пассажирҙар ташыу автотранспорты һәм «Орлан» ҡала яны поезы тураһында бара.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас