«Тимәк, беҙҙең алкоголгә ҡаршы кампания һөҙөмтәле. Спиртлы эсемлектәр менән рөхсәтһеҙ сауҙа итеүгә ҡаршы көрәш сараларын көсәйттек – бер йылда 4 мең литр ялған хәмерҙе һатыуҙан алдыҡ. Кисен һәм төндә магазиндарҙа иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы тыйҙыҡ. Яңы йыл каникулдарында, һабантуйҙарҙа, «Һуңғы ҡыңғырау» байрамында, Йәштәр көнөндә, Белем көнөндә «ҡоро закон» индерәбеҙ. «Айыҡ ауыл» конкурсын уҙғарабыҙ. Республикала йәшәүселәр миңә йыш яҙа, рәхмәт әйтә. Статистика ла беҙҙең яҡта. Шуға күрә ялған алкоголгә ҡаршы көрәште дауам итәбеҙ», — тип яҙҙы республика етәксеһе.



