«Ужым культуралары өлгөргән дә инде, — тип билдәләне Радий Хәбиров. — Эйе, быйыл мул уңыш көтмәйбеҙ. Ҡояш ҡыҙҙырҙы, ямғыр яуманы – быларҙың барыһы ла аграрийҙар файҙаһына булманы. Башҡортостандың күпселек райондары ҡоролоҡтан зыян күрҙе. 26 муниципалитетта ғәҙәттән тыш хәл режимы иғлан иттек. Әммә тәүге 30 мең тонна ашлыҡ – бурала».
Республика етәксеһе әйткәнсә, әлеге ваҡытта уртаса уңыш – гектарынан 15,3 центнер. Ямғыр яуған төбәктәрҙә күрһәткес юғарыраҡ – 28 центнер.
Кисә «Башинформ» республикала ужым ашлығының уңышы бер ярым тапҡырға кәмеүен хәбәр иткәйне.
«Урып-йыйыу кампанияһы йомғаҡтары буйынса аграрийҙар республиканы иген менән тәьмин итер тип ышанам. Иң мөһиме – климаттың беҙҙең агросәнәғәт комплексына тәьҫирен нисек кәметергә мөмкинлеген күҙ алдына килтерәбеҙ», — тине Радий Хәбиров.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2022 йылда Урал аръяғында заманса һуғарыу системаһын булдырыу буйынса инвестиция проекты башлана.



