Мәҙәниәт
18 Апреля , 06:24

"Һылыуҡай-2026" тажы - Регинала!

Кисә, 17 апрель, ҡала мәҙәниәт һарайында яҙҙың иң сағыу сараһы - "Һылыуҡай - 2026" гүзәллек бәйгеһе үтте.

"Һылыуҡай-2026" тажы - Регинала!"Һылыуҡай-2026" тажы - Регинала!
"Һылыуҡай-2026" тажы - Регинала!

Береһенән береһе һылыу, сибәр һигеҙ ҡыҙ уңғанлыҡта, матурлыҡта, тапҡырлыҡта һынау тотто.

Конкурс барышында ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, йыр-бейеүгә, аш-һыуға маһирлыҡтарын күрһәтте. Шулай уҡ башҡорт милли кейемдәрендә дефилела сығыш яһаны, ижади номерҙарын күрһәтте, онотолмаҫлыҡ тамаша бүләк итте. Һәр ҡыҙҙың сығышын көйәрмәндәр көслө алҡыштарға күмде. Әйткәндәй, күпселек тамашасы байрамға йәм өҫтәп, милли кейемдәрҙә килгәйне.

Баһалама ағзалары бәйгеселәрҙең тышҡы матурлығына ғына түгел, эске донъяһына, күңел байлығына, сәхнәлә үҙ-үҙҙәрен тота белеүенә, туған телдә матур һөйләшеүенә төп иғтибар бирҙе. Өс сәғәт ярым дауамында барған бәйгелә, ниһайәт, һөҙөмтәләр билдәләнде.

Шулай итеп, "Һылыуҡай - 2026" тажын Маҡар ауылы ҡыҙы Регина Хәсәнова кейҙе!

Беренсе урын - Кинйәкәй ауылы һылыуы Яҙгөл Хәйруллинаға, икенсе урын Яңы Әптектән Айгизә Латыповаға, өсөнсө урын - Күгәрсен районы һылыуы Гөлнәзирә Аҡкилдинаға бирелде.

Шулай уҡ, түбәндәге номинациялар үҙ һылыуҡайҙарын тапты: "Интернет гүзәле" - Сәлих ауылынан Дилә Аҡъегетова, "Иң наҙлы һылыуҡай" - Ҡырмыҫҡалы районынан Зарина Байғусҡарова, "Иң һомғол һылыуҡай" - Сәлих ауылынан Лилиә Йомағолова, "Иң рухлы һылыуҡай" - Айзилә Аралбаева.

"Торатау" гәзите лә үҙ һылыуҡайын билдәләне һәм Айзилә Аралбаеваға ярты йылға гәзиткә яҙылыу бүләк итте.

Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла бағымсылар тарафынан әҙерләнгән матур бүләктәр тапшырылды.

Һылыуҡайҙарҙы еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ!

 

Автор фотолары.

Автор:Миля Мазитова
Читайте нас