Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
17 Октябрь , 15:00

БАҪЫЛДЫ…

.

БАҪЫЛДЫ…
БАҪЫЛДЫ…

Ауылыма ҡайттым әле,
Баҫылһын һағыш.
Йәш-елкенсәк сит-ят кеүек,
Ҡарттары таныш.

Тәбиғәт бер үҙгәрмәгән,
Тәбиғәт шул уҡ.
Көҙгө ел йөрөй йүгереп –
Елдәр бында шуҡ.

Тауҙар – һауҙар, сүкмәгәндәр,
Торалар ғорур.
Һоҡланмайым, уларға йә
Күҙ тейеп ҡуйыр.

Ағастарым япраҡ ҡоя,
Эштәре ҡаты.
Һағышымды баҫам йыл да
Ауылға ҡайтып.

Ауылымды һағынам шул.
Һағынғас, ҡыйын.
Ҡолаҡ шаулай, баш ауырта,
Күңелдә – ҡойон.

Сит-яҡтрҙа кемдәр йөрөй –
Бындай хәл таныш.
…Ауылыма ҡайттым әле,
Баҫылды һағыш.


13.10.2024 й. Этҡол, Ишембай районы

Фото: https://vk.com/club169002387

Автор:Фәрүәз Сәйфуллин
Читайте нас: