Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
28 Май , 20:00

Мәңгелек түгел бәхет тә...

.

Мәңгелек түгел бәхет тә...
Мәңгелек түгел бәхет тә...

Мәңгелек түгел бәхет тә,
Бәхетле мәлдәр һирәк,
Күрһәтеп тә булмай уны,
Тоя белергә кәрәк.

Тамсылап ҡына тамыҙа
Хоҙай ошо бүләкте,
Ҡайһы саҡта бәхет өсөн
Биреп ҡуя кәрәкте.

Бәхетһеҙлек менән бәхет
Һәр саҡ йәнәшә йөрөй.
Бәхет өсөн көрәшәһең,
Кеше бәхетен төҙөй.

Өләшәһең башҡаларға
Бәхетле мәлдәреңде,
Бик һирәктәр аңлай һинең
Күңелле хәлдәреңде.

Ҡайһыныһы бәхетеңә
Көнләшә лә көйөнә,
Ундайҙарға ҡот та ҡунмай,
Бәхет инмәй өйөнә.

Бәхет тураһында күпләп,
Тәмләп яҙырға мөмкин.
Бәхетлемен! "Ниңә?" тигән
Һорау бирһәгеҙ, "Сөнки!"


Айһылыу Вахитова фотоһы

Автор:Гөлфиә Ниғмәтуллина
Читайте нас: