Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
12 Ғинуар , 15:50

Ишәйҙәр самауыр байрамында ҡатнашты

Өфөлә уҙған “Терра Ҡыш” фестивале сиктәрендә самауыр бәйгеһе үтте.

Сарала Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән шәхси коллекционерҙар, йәмәғәт туҡланыу ойошмалары, район хакимиәттәре ҡатнашты. Ишембай районы данын быйыл да Ишәй мәҙәниәт йорто яҡланы. Улар конкурс һөҙөмтәһе буйынса «Иң креатив сәй эсеү» номинацияһында еңеү яулап, аҡсалата приз менән бүләкләнде.

“Терра Ҡыш” фестивале сиктәрендә самауыр бәйгеһе дүртенсе тапҡыр уҙғарыла. Быйыл унда барлығы 35 команда ҡатнашҡан. Күргәҙмә түрендә 30-ға яҡын төрлө йылғы самауырҙар урын алған.

Ишәй мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре фестивалгә килгән халыҡҡа телде йоторлоҡ милли аҙыҡ һәм самауыр сәйе тәҡдим итә. Әйткәндәй, ишәйҙәр был бәйгелә 1-се урынға ла лайыҡ булғандары бар. Быйыл да улар байрамдан ҙур тәьҫораттар менән ҡайтҡан.

- Фестиваль бик оҡшаны. Ҡунаҡтарҙы ҡыҫтыбый, ҡоймаҡ, бәлеш, бал, ҡорот һәм дә ете төрлө сәй менән һыйланыҡ.  Мәскәүҙән килгән ҡунаҡтар тәүге тапҡыр милли ризығыбыҙ ҡоротто тәмләп ҡараны. Тирмәлә бай күргәҙмә лә ойошторҙоҡ. Гөлфиназ Ильясова байрамға үҙ ҡулдары менән әҙерләгән милли биҙәүестәрен дә алып килде. Хеҙмәткәрҙәребеҙ һәр кешене йыр-бейеү менән ҡаршы алды. Беҙгә ярҙам иткән Маҡар һәм Әхмәр ҡыҙҙарына ла ҙур рәхмәтлебеҙ, - ти Ишәй ауылы мәҙәниәт йорто мөдире Сүриә Раҡаева.

Сүриә Ғаяз ҡыҙы әйтеүенсә, сертификат аҡсаһына улар мәҙәниәт йортона шаршау һатып алырға уйлай.

Автор:Гөлнора Йәмилева
Читайте нас: