Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
30 Май 2022, 16:00

Бәхет өсөн - байлыҡ ҡына етмәй...

.

Бәхет өсөн - байлыҡ ҡына етмәй...
Бәхет өсөн - байлыҡ ҡына етмәй...

Бәхет өсөн - байлыҡ ҡына етмәй,
Етмәй: уңыш, аҡыл, уңғанлыҡ.
Үҙ-үҙеңде рәхәт тойор өсөн,
Кәрәк икән ерҙә - туғанлыҡ!!!

Атлағанда яңлыш бер абынһаң,
Тиҙ сыуала зиһен, һуштарың.
Файҙаһыҙға әйләнә башлаһаң,
Тиҙ юғала "яҡын" - дуҫтарың.

Мөхәббәткә артыҡ ышанма һин,
Мөлкәт өсөн - шундуҡ һатырҙар.
Һин йығылып,тайып китһен өсөн,
Юлдарыңа бысраҡ атырҙар.

Теҙләнмәйсә, күтәрелә алһаң,
Уратып та алыр ҡуштандар.
Яндарыңда булмаһын ваҡ йәндәр,
Булһын бары күңел ҡушҡандар.

Тик шуны бел, бары - туған ғына,
Бер ҡасан да, мәңге ташламаҫ.
Ауыр саҡта һине - бер ҡалдырып,
Еңел саҡта - һөйә башламаҫ.

Урмандар ҙа матур булып үҫә,
Ныҡлы булһа уның төптәре.
Тормош һине - нисек һынаһа ла,
Өҙмә туғанлыҡтың ептәрен...

 

Фото: https://pixabay.com/ru

Автор:Рүзәл Минһажев
Читайте нас: