Был көндө чиновниктарҙың хеҙмәт хаҡы һаҡлана. Документҡа ярашлы, республиканың дәүләт органдары етәкселәре ошондай ҡарар ҡабул итергә тейеш. Ә муниципаль хеҙмәткәрҙәр өсөн был бойороҡ – тәҡдим рәүешендә генә. Республика етәксеһе шулай уҡ 19 июлде бөтәһе өсөн дә ял көнө итергә һәм урындарҙа «дежурныйҙар» һанын билдәләргә ҡушты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 20 июлдә Ҡорбан байрамын билдәләүгә бәйле 19 июлде ял тип иғлан иткәйне. Шулай итеп, республика халҡы дүрт көн рәттән – 17 июлдән 20-һенә тиклем ял итергә мөмкин.