Республика буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, ғәҙәттән тыш хәл режимы ағымдағы йылдың 28 июленә тиклем ғәмәлдә.
Республика етәксеһе бойороғо буйынса, Баймаҡ, Баҡалы, Бәләбәй, Бишбүләк, Бөрө, Благовар, Благовещен, Дыуан, Йәрмәкәй, Ейәнсура, Йылайыр, Илеш, Ишембай, Күгәрсен, Кушнаренко, Көйөргәҙе, Мишкә, Салауат, Туймазы, Өфө, Федоровка, Хәйбулла, Саҡмағош, Шишмә, Шаран райондарында, шулай уҡ Күмертауҙа ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.