+1 °С
Болотло
Республика Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, «Лада Гранта» рулендәге 22 йәшлек егет тыйылған урында юл аша сығып барған 84 йәшлек ҡартты бәрҙергән.
Йәйәүле алған йәрәхәттәренән урында һәләк булған. Водитель һүҙҙәренсә, пенсионер ҡапыл юлға килеп сыҡҡан. Шулай уҡ уның ауыл эргәһендә һарыҡ көтөп йөрөгәне билдәле.
ЮХДДИ хеҙмәткәрҙәре тикшереү башлаған.