

Ҡала биләмәһе хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радик Күсәрбаев махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә «Торатау» һәм «Восход» гәзиттәрен яҙҙырҙы.
- Хәҙерге заманда район гәзиттәре өсөн локаль бәйләнеш хас. Улар урындағы ваҡиғаларҙы, йәмғиәт проблемаларын һәм властың башланғыстарын яҡтыртып бара. Шулай итеп, баҫма дөйөм мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә халыҡты берләштерә һәм гражданлыҡ позицияһын әүҙемләштерә, - тип белдереҙ Радик Марсель улы.
Айһылыу ВАХИТОВА.
Автор фотоһы.