Матбуғат
9 Апрель , 13:00

Ғаиләм - ҡәлғәм

Мин үҙемде бик бәхетле һанайым. Минең өсөн өҙөлөп торған атай-әсәйем, апайҙарым бар. Әлиә менән Гөлназ апайҙарымдың үҙ ғаиләләре бар инде.

Атайым бик оҫта - нимә эшләһә лә, ҡулынан килә: техника йүнәтһенме, балта эштәренә тотонһонмо, бал ҡорттары менән һөйләшһенме. Үҙе белгәндәрҙе миңә лә өйрәтә.

- Һин отҡорһоң, булдыраһың, ҡурҡма, тот та эшләй башла! - тигән һүҙҙәре мине ҡанатландырып ебәрә.

Әсәйем дә һәр саҡ кәңәштәрен биреп, тәмле аштары менән һыйлап ҡына тора. Ә ял көндәре минең өсөн оло бер байрам, өй эсе күңелле шау-шыуға тула, туғандарым, апай һәм еҙнәләрем ҡайта.

Туғандарым менән төрлө уйындар уйнап, баҡсала эшләп, бергәләп сәй эсеүҙәре бик күңелле була. Күмәк саҡта эштәр ҙә ырамлы, тиҙ генә тамамлана. Бына шулай ҙур, татыу ғаиләбеҙ – минең ысын ҡәлғәм, йылы мөйөшөм, ышыныслы таянысым.

Йәмил ӘБҮБӘКИРОВ, Үрге Этҡол урта мәктәбенең 7-се класс уҡыусыһы.

Ғаиләм - ҡәлғәм
Ғаиләм - ҡәлғәм
Автор:
Читайте нас