

- “Торатау” гәзитенең Бәйләнештәге төркөмөн яратып ҡарап барам. Ул миңә тыуған яҡ хәбәрҙәрен еткерә. Яуҙаш егеттәр тураһындағы яҙмаларҙы уҡып ҡыуанам, - тип уртаҡлашты 18 көнгә генә тыуған яғына ҡайтыусы яугир. Ялын ул ғаиләһе, балалары менән үткәрә.
Әйткәндәй, хәбәрсебеҙ Айһылыу Вахитова май айында, Бөйөк Еңеү көнө алдынан Линар менән күрешеп, гәзит биттәрендә уның тураһында мәҡәлә лә донъя күргәйне. Ул 2022 йылдың 27 сентябрендә мобилицияланған. Саперҙар ротаһында хеҙмәт итә.
- Ишембай районы муниципаль районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Салауат Солтанморатов яуҙа йөрөүсе иптәшенең әсәһенә “Торатау” гәзитен яҙҙыртыуы тураһында яңылыҡты күреп, мин дә “Изге подписка”ға ҡушылырға булдым. Был изге эштә яҡташтар күберәк ҡатнашһын, район гәзиттәрен уҡыһын, - тигән теләктәрен еткерҙе ул.
Линар махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған ике яугирҙың ғаиләһенә – Ишембайҙан Шафиҡовтарға һәм Кинйәбулат ауылынан Хәбибуллиндарға “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәрен яҙҙыртты. Мәрхәмәтле яҡташыбыҙға именлек, сабырлыҡ һәм уңыштар теләп ҡалабыҙ!
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazeta_toratay ҡушылығыҙ!