

Мәскәүҙә йәшәүсе Байғужа ауылы һылыуы Фирүзә Мырҙагәрәева “Изге подписка” акцияһында быға тиклем дә ҡатнашҡаны булды. Бөгөн дә ул беҙҙең менән бәйләнешкә сығып, әсәһе рухына изге эш ҡылырға теләк белдерҙе. Беҙ Байғужа, Кинйәбулат ауылдары почтальоны Зилә Баймөхәмәтова менән кәңәшләшеп, Фирүзәнең яҡташтары – ошо ике ауылда йәшәүсе хаҡлы ялдағы уҡытыусыларға, улдары махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән әсәйҙәргә гәзиткә яҙҙырҙыҡ. Шулай итеп, уның ярҙамы менән ун ғаилә киләһе йылға “Торатау”лы булды.
Автор фотоһы.
Беҙҙең МАХ каналына https://max.ru/gazeta_toratay ҡушылығыҙ!