

Йылы һәм татлы иҫтәлектәр
Этҡолға килеп мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренең, “Әхирәттәр” клубының концертын ҡарамайынса, улар ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашмайынса буламы ни? Сара башланғанға тиклем үк беҙҙең ҡыҙҙар инәйҙәргә ҡушылып, яугирҙарҙың иҫән-һау йөрөүен теләп, маскировка селтәрҙәре үрергә тотондо. Ә икенсе ҡатта, китапхана залында, беҙҙе ысын тамаша көтә ине. Интерактив таҡтала үткән тормошобоҙҙан бер-бер артлы сюжеттар хасил булды. Бына бер кадрҙа Этҡол ауылы ҡатын-ҡыҙҙары “Торатау” баҫмаһына бағышлап шаян таҡмаҡ әйтә, икенсеһендә – Совет осоро режиссеры Леонид Гайдайҙың “Шурик мажаралары”на пародия. Шурик ролендә – Бәхетйән Азибаев, Лида ролендә – Гөлдәр Йәрмөхәмәтова. Картина геройҙары “Торатау” гәзитен күҙ ҙә алмай уҡып, төрлө мажараларға тап була. Ул осорҙа, 2019 йылда, Азалия Абдрахманова төшөргән минипародия Ишембай районының тамашасыһын ғына түгел, ә бер
нисә көн эсендә бөтә республиканы ла яулап өлгөргәйне. Был видео бөгөн дә интернет киңлектәрен гиҙә, үҙебеҙҙең этҡолдар уйнаған сюжетты ҡарағығыҙ килһә, “Торатау”ҙың социаль селтәрҙәге төркөмдәренән эҙләп табырға була.
Ваҡыт арғымаҡтай елә генә, үткәндәрҙә пандемия, өлөшләтә мобилизация осоро ҡалды. Ләкин гәзит уҡыусылар менән тығыҙ бәйләнеш бер ҡасан да өҙөлмәне, киреһенсә, нығынғандан-нығына ғына барҙы. Ауырлыҡтарҙы бергәләшеп еңдек, бер-беребеҙгә ныҡлы терәк булдыҡ, бөгөн дә киләсәккә матур хыялдар ҡороп, өмөттәр бағлап йәшәүебеҙҙе дауам итәбеҙ.
Үҙ эшебеҙгә ситтән ҡараныҡ
Редакция хеҙмәткәре өсөн иң ҙур бүләк – эшебеҙгә гәзит уҡыусының баһаһы, баҫма аша еткерергә теләгән уйфекерҙәре, кәңәштәре. “Бер олоно тыңла, бер кесене тыңла”, тигән мәҡәл һәр саҡ иҫебеҙҙә, шуға ла Этҡол ауылы халҡы менән аралашыу ихлас булды. Бер файҙалы һүҙҙе лә, фекерҙе лә күҙ уңынан ысҡындырманыҡ, хәтер һандығына һала барҙыҡ. Сара барышында Этҡол моделле китапханаһы мөдире Гөлдәр Йәрмөхәмәтова “Торатау” гәзитенең власть менән халыҡ, ауыл менән ауыл араһында аралашыусы роль башҡарыуын билдәләп үтте.
Ниндәй генә өлкәгә ҡағылмаһын, баҫма – халыҡҡа кәрәкле мәғлүмәт сығанағы, тине китапханасы. Был көндә осрашыуға почта хеҙмәткәрҙәре – Этҡолдан
Гөлфирә Хәйруллина (почта бүлексәһе начальнигы), Елена Лысенко, Аҙнай, Хажы ауылдарынан Фирҙәүес Кинйәбулатова, Уразбайҙан Светлана Кәримова килгәйне. Улар ярҙамында сараға килгән халыҡ араһында “Торатау” гәзитенә яҙылыу ойошторолдо.
Баҫмаға яҙылыусыларҙы ниндәй сюрприз көттө?
Этҡолдарҙан “Торатау” гәзитенә тәүгеләрҙән булып Тәнзилә Абдрахман ҡыҙы Ғибәҙуллина яҙылды. Башҡалар баҫмаға яҙылған арала Тәнзилә апай менән аралашып алырға форсат та сыҡты. Ул Уразбай ауылында тыуған. Башланғыс кластарҙы тамамлағас, уҡыуын Этҡол ауылында дауам итә. Артабан Стәрлетамаҡ медицина училищеһының акушерлыҡ бүлегенә уҡырға инә. Белем алған, тәжрибә туплаған йәш ҡыҙ хеҙмәт юлын Этҡол бала табыу йортонда акушерка булып башлай. Был бүлек ябылғас, эшен Этҡол участка дауаханаһында палата шәфҡәт туташы булып дауам итә.
- Мин Ғәлимә һәм Абдрахман Сабитовтар ғаиләһендә тәрбиәләндем. Атайым Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ине. Бала саҡтан әҙәби әҫәрҙәр уҡырға, оло инәйҙәр һөйләгән риүәйәт, легендаларҙы тыңларға яраттым, - тип ихлас уртаҡлашты Тәнзилә апай. – Ғүмер буйы гәзит-журналдар алдырҙым. Бөгөнгө тормошомдо ла “Торатау”һыҙ күҙ алдына килтерә алмайым, һәр һанын көтөп алам. Гәзит геройҙары – үҙебеҙҙең яҡташтар менән ғорурланам, уңыштары өсөн ҡыуанам.
Осрашыуға беҙ ҙә буш ҡул менән килмәгәйнек. Гәзиткә яҙылыусылар араһында матур бүләктәр отторҙоҡ. Гәзит уҡыусылар, почта хеҙмәткәрҙәре квитанцияларҙы барабандан үҙҙәре тартып сығарҙы. Этҡол халҡы бағыусылар – шәхси эшҡыуарҙар Тимур Ғарифуллин һәм Илнур Ғиниәтуллиндың
бүләктәрен оло ҡыуаныс менән ҡабул итте.
Ауылдарҙа үткән ошондай осрашыуҙарға оло инәйҙәрҙең ҡыҙыҡһынып йөрөүе – иң ҡәҙерле мәлдер. Сөнки беҙ уларҙың һынаулы яҙмышына, өлгө алырҙай тормошона ҡарап, аҡыл, тәжрибә туплайбыҙ. Яңы ғына 88 йәшен тултырған Минауфа инәй Вәлитоваға тыуған көнө менән ҡотлап, бүләккә мендәр
тапшырҙыҡ. Күңелдәре йылы һүҙгә, иғтибарға сайпылырға торған инәйҙәр, берсә йылмайҙы, берсә моңайҙы.
- Тормош мәшәҡәттәренә сумып, ҡайһы бер эштәрҙе хәл итәйем тип, “Торатау” гәзитенә яҙылмай ҡалғанмын. Бер көндә улым ялға ҡайтҡайны. “Әсәй, һин гәзиткә яҙылманыңмы ни?” - тип иҫкә төшөрҙө. Шунан үҙе мине баҫмаға яҙҙыртып, ҙур бүләк эшләне, - тип ҡыуанысын еткерҙе Зөлфиә Әхмәҙулла ҡыҙы Яҡупова.
Ошо миҫалдан ғына сығып, күп ҡыҙҙар-улдар ата-әсәләренең матур ҡартлығын хәстәрләп, баҫмаға яҙҙыртһын ине, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Матур акция башланды
Муниципаль район хакимиәте башлығы Азат Ишемғолов “Изге подписка” республика акцияһына ҡушылып махсус хәрби операцияла хеҙмәт иткән яугирҙарҙың ғаиләләренә “Торатау” һәм “Восход” гәзиттәрен яҙҙыртты һәм эстафетаны социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Илшат Исмәғиловҡа тапшырҙы.
Изге акцияға Этҡол ауыл Советы хакимиәте башлығы Илгизәр Ихсанов та ихлас ҡушылып, райондаштарына матур өлгө күрһәтте. Илгизәр Плюр улы Этҡол ауылының иң оло кешеһе – 97 йәшлек Ильяс Фәхретдиновҡа “Торатау” гәзитен яҙҙыртты. Аҡһаҡалыбыҙ – тыл хеҙмәтсәне, ғүмер буйы механизатор булып
эшләгән. Бөгөн дә ул район тормошо менән ҡыҙыҡһынып, төрлө хәлдәргә үҙ фекерен белдереп бара.
Беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ошо күркәм сарала ҡатнашҡан гәзит уҡыусыларға, осрашыуҙы ойоштороуҙа ярҙам иткән моделле китапхана мөдире Гөлдәр Йәрмөхәмәтоваға оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Барыбыҙға ла ғаилә именлеге, һаулыҡ, күңел тыныслығы насип итһен, тигән теләктә ҡалабыҙ.
Автор фотолары.