Мәғариф
22 Августа , 04:02

Уҡытыусылар өсөн яңы награда булдырыласаҡ

Пленар ултырышта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  уҡытыусылар өсөн күңелле хәбәр еткерҙе...

Уҡытыусылар өсөн яңы награда булдырыласаҡУҡытыусылар өсөн яңы награда булдырыласаҡ
Уҡытыусылар өсөн яңы награда булдырыласаҡ

Кисә Ишембайҙа үткән уҡытыусыларҙың август кәңәшмәһенең пленар ултырышында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров  уҡытыусылар өсөн күңелле хәбәр еткерҙе: ул педагог профессияһының абруйын күтәреү буйынса төбәк сараларын эсенә алған  указға ҡул ҡуясағын белдерҙе. Шуның менән бергә уҡытыусылар өсөн яңы дәүләт наградаһы булдырыласаҡ – “Педагог эшмәкәрлеге өсөн” миҙалы.  

Республика етәксеһенең әйтеүенсә,  указдағы  уҡытыусыларҙың абруйын күтәреүгә йүнәлтелгән саралар ыңғай һөҙөмтә бирәсәк.

Фото: Олег Яровиков

Дина Арсланова

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас