Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре федераль эҙләүҙә булған Ставрополь крайы кешеһен ҡулға алды. Ул “Интернет” селтәрендә терроризмды асыҡтан-асыҡ аҡлауҙа ғәйепләнә.
Федераль именлек хеҙмәте идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, элек хөкөм ителгән эшһеҙ Салауат ҡалаһы кешеһе үҙенең “Бәйләнештә”ге сәхифәһендә 1999 йылда Чечня территорияһында власть вәкилдәренә ҡарата теракттар өсөн төркөм ойошторған ялан командирҙарының береһенең эшмәкәрлеген пропагандалаусы материал урынлаштырған.
Федераль именлек хеҙмәте идаралығы тәфтишселәре яуызлыҡ ҡылыусыға ҡарата енәйәт эше аса. Ситкә китмәү тураһында иҫкәртеү сараһы тәғәйенләнгәндән һуң, ир ҡаса, һәм уны федераль эҙләүгә иғлан итәләр. Оперативниктар 29 йәшлек граждандың ҡайҙа йәшеренгәнен асыҡлайҙар һәм уны танышының фатирында ҡулға алалар.
Ирҙе һаҡ аҫтына алалар, алдан тикшереү барышында ул үҙ ғәйебен таныған һәм ҡылған енәйәте өсөн үкенгән.
Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы фотоһы.