

Елена Кайгулова Башҡортостан Республикаһының маҡтау грамотаһы менән билдәләнде, ә йәш спортсы Полина Дмитриева Башҡортостан Башлығының рәхмәт хатын алды.
Радий Хәбиров йәш гимнастканың ата-әсәһе Антонина һәм Юрий Дмитриевтарға рәхмәт белдерҙе.
«Афарин! Яҡшы ғаилә, шундай йондоҙсоҡ үҫтергәнһегеҙ. Республика спортсыларыбыҙҙың уңыштары менән ғорурлана», — тине Башҡортостан Башлығы.
ФОТО: ТРАНСЛЯЦИЯНАН СКРИНШОТ | РЕСПУБЛИКА ХӨКҮМӘТЕНЕҢ ОПЕРАТИВ КӘҢӘШМӘҺЕ