Бөтә яңылыҡтар
Спорт
1 Август 2021, 23:52

Яҡташыбыҙҙы хөрмәтләп ҡаршы алдыҡ

Токиола барған Олимпиадала алтын миҙал яулаған Башҡортостан спортсыһы Аделина Заһиҙуллина бөгөн төндә Өфөгә ҡайтты.

Яҡташыбыҙҙы хөрмәтләп ҡаршы алдыҡ
Яҡташыбыҙҙы хөрмәтләп ҡаршы алдыҡ

Баш ҡала аэропортында яҡташыбыҙҙы республиканың Спорт министрлығы етәкселеге, тренерҙар, спортсылар, көйәрмәндәр һәм яҡындары ҡаршыланы.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ,  29 июлдә башҡорт спорты тәрбиәләнеүсеһе илдең ҡатын-ҡыҙҙар йыйылма командаһы составында француз командаһын еңде. Алина Заһиҙуллина менән бергә Лариса Коробейникова, Инна Дериглазова, Марта Мартьянова бар ине.

Аделина Заһиҙуллина Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән, атҡаҙанған спорт мастеры, рапирала фехтование буйынса ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, Рәсәй кубоктарын яулаусы, чемпионаттарҙа еңеүсе. Профессиональ спорттағы карьераһын 2012 йылда Новогорскиҙа Бөтә Рәсәй беренселегендә ҡатнашып башлаған һәм унда өсөнсө урын яулаған. 2015 йылдан - Рәсәйҙең фехтование буйынса йыйылма командаһы ағзаһы.

 

 

Олег Яровиков фотоһы

Айһылыу Низамова

Автор:"Башҡортостан" гәзитенән.
Читайте нас: