Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы белдереүенсә, Шаран районы үҙәгендә бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү дауам итә. Ул 2018 йылдың көҙөндә дәүләт контракты нигеҙендә "МегаСтройМонтаж" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте тарафынан башланған, әммә, генераль подрядсы үҙенең бурыстарын теүәл үтәмәгәс, килешеүҙе өҙөргә һәм эште туҡтатырға тура килгән. Ыңғай ғына барған хәлдә төҙөлөш 2019 йылдың көҙөндә үк тамамланған булыр ине.
Быйыл яҙ Башҡортостандың Капиталь төҙөлөш идаралығы, яңы подрядсы табып, физкультура-һауыҡтырыу комплексын сафҡа индереү хәстәрен күргән – яңы дәүләт контрактына ярашлы генераль подрядсы итеп "Билд" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте билдәләнгән. Объектты тикшереп сыҡҡас, эшкә керешкәндәр. Бөгөнгә тиклем металл конструкцияларға уттан һаҡлаусы ҡатлам һөртөлгән, бинаның административ өлөшөндә ҡыйыҡ ябыу, шулай уҡ тышҡы сымдарҙы һуҙыуҙың беренсе өлөшө тамамланып килә. Киләһе аҙна дауамында бассейндың һыу үткәрмәүсәнлеген һынап ҡараясаҡтар, унан инде бүлмәләрҙең диуарын эске яҡтан матурлау, биләмәне йәмләндереү башланасаҡ.
Физкультура-һауыҡтырыу комплексының дөйөм майҙаны – 3000 квадрат метрҙан ашыу. Проект буйынса унда 25 метр оҙонлоҡтағы дүрт һыҙатлы бассейн, 45х27 метрлыҡ спорт залы, гардероб, кейем алмаштырыу бүлмәләре, һыу ҡойоноу кабиналары, тренер һәм табип кабинеттары, һыу лабораторияһы, санитар-көнкүреш һәм техник биналар буласаҡ. Унда ауыр хәрәкәтләнеүсе кешеләр ҙә инеп йөрөй аласаҡ. Төҙөлөштө ошо йылдың аҙағына тиклем бөтөргә ниәтләйҙәр.
Был эш Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы булдырылған "Һанлы иҡтисад" милли проекты бурыстарын тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итә.
#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан
Даян Мазитов