Бөтә яңылыҡтар
Спорт
30 Июль 2021, 14:00

Рәсәй йөҙөүсеһе Евгений Рылов Токиолағы Олимпиадала икенсе алтын миҙал алды

Рәсәй спортсыһы Евгений Рылов Токиола барған Олимпия уйындарында арҡаға ятып 200 метрға йөҙөүҙә алтын миҙал яуланы. Был — илдең йыйылмаһы командаһы өсөн Уйындарҙа туғыҙынсы юғары награда.

Рәсәй йөҙөүсеһе Евгений Рылов Токиолағы Олимпиадала икенсе алтын миҙал алды
Рәсәй йөҙөүсеһе Евгений Рылов Токиолағы Олимпиадала икенсе алтын миҙал алды

24 йәшлек спортсы араны 1 минут 53,27 секундта йөҙөп үтеп, яңы рекорд ҡуйҙы, тип хәбәр итте «Чемпионат». Икенсе урынды Америка йөҙөүсеһе Райан Мерфи яуланы (0,88 секундҡа ғына ҡалышты). Өсөнсө урында — Люк Гринбэнк (Британия).

Евгений Рылов өсөн был — быйылғы Олимпия уйындарында икенсе алтын миҙал. Бынан алда ул арҡаға ятып 100 метр араға йөҙөүҙә иң көслөһө тип танылды. Ә Климент Колесников икенсе булып килде.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Автор:Фирүзә Ильясова
Читайте нас: