Бөтә яңылыҡтар
Спорт
27 Июль 2021, 12:28

Рәсәй спортсыһы Токиолағы Олимпиадала 25 йыл эсендә тәүге тапҡыр йөҙөүҙә алтын миҙал яуланы

Евгений Рылов Олимпиадала 25 йыл эсендә тәүге тапҡыр йөҙөүҙә Рәсәй йыйылма командаһы өсөн алтын миҙал яуланы, ул Токиолағы уйындарҙа арҡаға ятып 100 метрға йөҙөүҙә еңде. Был турала РИА Новости агентлығы хәбәр итте.

Рәсәй спортсыһы Токиолағы Олимпиадала 25 йыл эсендә тәүге тапҡыр йөҙөүҙә алтын миҙал яуланы
Рәсәй спортсыһы Токиолағы Олимпиадала 25 йыл эсендә тәүге тапҡыр йөҙөүҙә алтын миҙал яуланы

Рылов йөҙ метр араны 51,98 секундта йөҙөп үтеп, Европа рекордын ҡуйҙы.

Көмөш миҙал — Рәсәй вәкиле Климент Колесниковта (52,00), бронза — Америка спортсыһы Райан Мерфиҙа (52,19).

Һуңғы тапҡыр Рәсәй йөҙөүселәре олимпия алтынын 1996 йылда Атлантала уҙған Уйындарҙа яулағайны. Ул саҡта Александр Попов 50 һәм 100 метр араға ирекле стилдә йөҙөүҙә юғары наградалар алды, ә Денис Панкратов 100 һәм 200 метрға баттерфляй менән йөҙөүҙә еңеүсе булды.

 

 

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
 
Фото: автор
Автор:Айһылыу Вахитова
Читайте нас: