Сығышы менән Белоруссиянан булған Христофор Абрамович һуғыш уты аша үтә, ә тыныс тормошта сыҙамлыҡ, батырлыҡ һәм рухи көс символына әүерелә. Еңеүҙең 80 йыллыҡ юбилейын билдәләргә бик аҙ ғына ҡалғайны ла бит...
Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы ике генә ветеран иҫән ҡалды — ҡалала йәшәүсе Нуретдин Кәшәфетдин улы Хисаметдинов Һәм Ҡанаҡай ауылынан Миңлеғолов Әүхәҙи Батыргәрәй улы. Шулай уҡ Ишембайҙа фашист концлагеры тотҡоно Мария Шилина (ҡыҙ фамилияһы Шпакова) йәшәй - уның яҙмышы ла еңеү китабына яҙылған.
Беҙ Христофор Абрамовичтың хәтере алдында баш эйәбеҙ. Беҙҙең өсөн яҡлаған тыныслығығыҙ өсөн рәхмәт.
Фото: Алла Казакова