— Беҙ бик күп сараларға әҙерләнәбеҙ, өс аҙна ваҡыт ҡалды. Һәр муниципалитетта тантаналы саралар ойошторола, унда ветерандарҙы, МХО-ла ҡатнашыусыларҙы тәбрикләйбеҙ, — тип билдәләне республика етәксеһе. — Күләмле саралар үткәрергә кәрәк, ни тиһәң дә, юбилей йылы.
Әлеге ваҡытта «Үлемһеҙ полк» акцияһына әҙерләнә башларға мөмкин, тине Радий Хәбиров.
— Һәр муниципалитеттан маршрутты, тәртипте билдәләүҙәрен, Эске эштәр министрлығы, прокуратура етәкселәре менән ентекле һөйләшеүҙәр алып барыуҙарын һорайым, — тине республика Башлығы. — «Үлемһеҙ полк» Өфөлә үткәрелә, әҙерләнә башлағыҙ. Өфөлә 200 мең кеше үтте. Күптәр «Үлемһеҙ полк» акцияһында ҡатнашырға теләй. Әҙерлек эштәренә тотоноғоҙ.
Фото редакция архивынан