Новости
20 Сентябрь , 09:39

Радий Хәбиров ғаиләһе менән тауыш бирҙе

Уның фекере буйынса, 2026 йылғы һайлауҙар Рәсәй өсөн яуаплы мәлдә үтә. Махсус хәрби операция шарттарында, ил саҡырыуҙарға юлыҡҡанда, тауыш биреү ойошҡан рәүештә бара һәм кешеләр һайлау участкаларына байрамға барған кеүек теләп бара, ти ул.

Радий Хәбиров ғаиләһе менән тауыш бирҙеРадий Хәбиров ғаиләһе менән тауыш бирҙе
Радий Хәбиров ғаиләһе менән тауыш бирҙе

Бөгөн Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Хәбирова менән бергә “Башҡортостан” дәүләт концерт залында урынлашҡан 109-сы һайлау участкаһында тауыш бирҙе. Ул сәйәси сараға малайҙары менән бергә килгән.

Уның фекере буйынса, 2026 йылғы һайлауҙар Рәсәй өсөн яуаплы мәлдә үтә. Махсус хәрби операция шарттарында, ил саҡырыуҙарға юлыҡҡанда, тауыш биреү ойошҡан рәүештә бара һәм кешеләр һайлау участкаларына байрамға барған кеүек теләп бара, ти ул.

– Ни тиклем парадокслы булһа ла, ысынлап та булған бөтә был ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан, халҡыбыҙ тупланды. Шуға күрә был һайлауҙар, минеңсә, яҡшы, байрам кәйефе менән айырылып тора. Телевизорҙан марсиандар һәм парижлылар – республиканың Марс һәм Париж ауылдары халҡының нисек тауыш биреүен ҡарайым. Кешеләрҙең юмор тойғоһо бар, тимәк, кәйефтәре һәйбәт. Ғөмүмән, етди әйткәндә, республикабыҙ юғары электораль мәҙәниәткә эйә. Беҙҙә ғәҙәттәгесә кешеләр һайлауҙарға йөрөргә ярата.

Беҙҙе тәнҡитләйҙәр һәм: “һеҙ унда кешеләрҙе ҡыуып ебәрәһегеҙ”, тиҙәр. Әммә беҙҙә, айырыуса ауылдарҙа, тәүге көндә үк кешеләр 100 процент тауыш биргән урындар бар. Кешеләр һайлауға йөрөргә күнеккән. Һәм тауыш биреүселәр проценты ярайһы уҡ юғары, ул Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестән ун процентҡа юғарыраҡ.

Байрам кәйефе, тупланған йәмғиәт. Ниңә һайлауҙарға килмәҫкә? Мин әүҙем ҡатнашҡан бөтә сәйәси партияларға бик рәхмәтлемен. Минеңсә, партиялар бер-береһенә, үҙ программаларына ихтирам менән ҡарай. Һәм һайлау алды кампанияһы бик тигеҙ үтте, минеңсә. Шуға күрә көтәбеҙ. Көн аҙағына тиклем кем теләй, шулар үҙ тауышын бирер, тип өмөтләнәм. Һуңынан тауыштарҙы иҫәпләйбеҙ, иғлан итәбеҙ, артабан барасаҡбыҙ, — тине Радий Хәбиров.

Фото: Башинформ. 

Альфия Мингалиева
Автор:"Башҡортостан" гәзитенән
Читайте нас